Книппер-Чехова Ольга Леонардовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Ольга Леонардовна Книппер
Тыуған көнө 9 (21) сентябрь 1868[3]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Вятка губернаһы, Глазов[d][4]
Вафат булған көнө 22 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[4][5][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[4]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Изображение могилы
Әсәһе Книппер, Анна Ивановна[d]
Бер туғандары Нардов, Владимир Леонардович[d]
Хәләл ефете Чехов Антон Павлович
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Һөнәр төрө актёр
Эш биреүсе Мәскәү Художество театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Книппер-Чехова Ольга Леонардовна Викимилектә

Ольга Леонардовна Книппер -Чехова (9(21) сентябрь 1868 — 22 март 1959) — Мәскәү Художество театрының рус һәм совет актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Яҙыусы Антон Павлович Чеховтың ҡатыны

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ольга Книппер инженер-технолог Леонард Августович Книппер һәм вокал класы буйынса профессор Анна Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Зальце) Книппер ғаиләһендә тыуған. Күпселек совет сығанаҡтары буйынса, ул Рәсәй империяһы Вятка губернаһының Глазовский өйәҙе Глазов ауылында тыуған (хәҙер Рәсәйҙең Удмурт Республикаһы), әммә актриса үҙе «Глазовтан алыҫ түгел» тип яҙа, һәм хәҙерге тикшеренеүселәр уның тыуған ауылы Кокман (хәҙер Красногорский районы) тип фаразлай, шул ваҡытта уның атаһы Кокман шарап эшләү заводында идарасыһы булып эшләй. 1871 йылда ғаилә Мәскәү ҡалаһына күсеп килә[7][8].

Ольга шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай, һәм, уның һүҙҙәре буйынса, ярайһы оҙаҡ ваҡыт «туташ булып йәшәй» . Атаһы ҡыҙының рәссам йәки тәржемәсе булыуын теләп, театр менән шөғөлләнеүен тыя. Уның ҡапыл вафатынан һуң Ольга аҡса эшләр өсөн музыка дәрестәре бирергә мәжбүр була. «Был эске үҙгәреүҙәрҙең ҙур осоро була, „туташтан“ мин ирекле, үҙенә аҡса эшләүсе, тормошто бөтә сыбарлығында тәүге тапҡыр күреүсе кешегә әйләндем», тип яҙа[9].

1885 йылда ун һигеҙ йәшлек Ольга дуҫ ҡыҙының ағаһы, йәш, әммә ярайһы уҡ билдәле инженер Владимир Шухов менән таныша. Уларҙың романы ике йылдан ашыу дауам итә, әммә Ольга Шуховтың әсәһенә оҡшамай, бөтәһе лә ышанған уларҙың никахы килеп сыҡмай[10].

Үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша. Башта Кесе театр актеры Александр Ленский студияһына инергә тырыша, әммә теге йәш өйрәнсектә талант күрмәй һәм үҙ класына ҡабул итмәй. 1895 йылда Мәскәү император театр училищеһына ҡабул ителә, әммә тиҙҙән унан сығарыла, сөнки Кесе тетар актрисаһының туғанына урын бушатырға кәрәк була.

Шул уҡ йылда Владимир Немирович-Данченко етәкселегендәге өс йыллыҡ драма кластарына Мәскәү филармония йәмғиәтенең музыка-драма училищеһына уҡырға инә[11]. 1898 йылда училищены тамамлағас Мәскәү художество театрының яңы ғына ойошторолған труппаһына ҡабул ителә һәм тиҙҙән Константин Станиславскийҙың партнеры була. Уның сәхнәлә тәүге спектакле «Царь Фёдор Иоаннович», унда батшабикә Иринаны башҡара.

Чехов менән танышыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ольга Книппер менән Чехов (1901)

Ольга Книпперҙың Антон Чехов менән тәүге танышыуы «Чайка» һәм «Царь Федор Иоаннович» (9, 11 һәм 14 сентябрь, 1898 йылда) спектаклдәренең репетицияһында була. Был осрашыуҙан һуң Чехов былай тип яҙа: «Ирина, минеңсә, бик гүзәл. Тауышы, выжданы, ихласлығы — шундай яҡшы, хатта тамаҡ төбө ҡысыта. Әгәр ҙә мин Мәскәүҙә тороп ҡалһам, Иринаға ғашиҡ булыр инем»[12].

Ольга Книппер был осрашыу тураһында былай хәтерләй: «шул осрашыуҙан минең тормошомдоң нескә һәм ҡатмарлы төйөнө тартыла башланы»[9]. Чехов Художество театрында «Аҡсарлаҡтың» триумфын күрә алмай, әммә кем уға был турала Ялтаға яҙа, Книппер башҡарған Аркадина ролен билдәләй.

1899 йылдыың йәйенән улар араһында оҙайлы хатлашыу башлана, ул өҙөклөктәр менән 1904 йылдың яҙына тиклем дауам итә. Книпперға Чеховтан 443, ә Книпперҙан Чеховҡа 400 хат тураһында билдәле.Хатлашыу яҙыусының һуңғы йылдарын сағылдыра. Хатта уның вафатынан һуң да Ольга Леонардовна иренә ҡарата хаттар яҙыуын дауам итә[13][14]

1900 йылдың Мәскәү художество театры беренсе гастролдәре менән Чехов шул саҡта йәшәгән Ҡырымға килә. Ольга уның йортонда йәшәй, һәм шунан алып парҙар үҙҙәренең яҡынлыҡтарын береһенән дә йәшермәй. Улар Ялтала алты аҙна бергә үткәрәләр, һуңынан Мәскәүҙә, шунан һуң инде йәмғиәттә буласаҡ туй тураһында имеш-мимештәр тарала[15].

1901 йылдың 25 майында (7 июндә) Антон Павлович Чехов һәм Ольга Леонардовна өйләнешә. Өйләнешкәндән һуң тәүге айҙы улар Башҡортостанда, Аксенов ауылында үткәрә, унда Чехов Андреев туберкулез шифаханаһында дауаланған була. шул уҡ йылда Книппер ауырға ҡала, әммә балаһы төшә. 1902 йылда ул яңынан ауырлы була, әммә Петербургта сығыш яһаған мәлендә бер нисә метр бейеклектән асыҡ люкҡа йығылып төшә, шунан операция һәм оҙаҡ ауырығандан һуң башҡаса балаға уҙмай[16].

1904 йылдың 17 ғинуарында «Вишневый сад» премьераһы үтә, унда Книппер Раневская ролен— үҙенең иң яратҡан ролен башҡара, ғүмеренең аҙағына тиклем тиерлек ул ролде сәхнәлә уйнай[16]. Никахы Чеховтың 2 (15) июль 1904 йылда вафатына тиклем дауам итә. Ул васыят буйынса «Гурзуфтағы дачаны һәм биш мең һум аҡса» ала[12].

Чеховтың Ялталағы йортон һаҡлаусы Алла Ханило былай һөйләй: «Мария Павловна никах бәхетле булған, тип яҙа. Һәм ул хаҡлы. Чехов әйткәнсә, уға ай һымаҡ күк йөҙөндә һәр көн килмәгән шундай ҡатын кәрәк булған. Шундай ҡатын булған да инде Мәскәү художество театрының актрисаһы Ольга Леонардовна Книппер. Ул Чеховты яратҡан һәм уның туғандарынан айырмалы рәүештә ул бөтә нәмәһен ташлап баш ҡаланан ауырыу иренә провинциаль Ялтаға китергә әҙер ине. Әммә тегенеһе уны туҡтатҡан, ул идеаль парҙар, сөнки бер-береһенә яратҡан шөғөлөнә ҡамасауламайҙар. Һәм ул 1904 йылда Ялтанан һуң килгән немец курорты Баденвейлерҙа уның ҡулында  вафат була[17].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919—1922 йылдарҙа Качалов төркөмө составында була, ул төркөм менән Рәсәйҙең көньяғы буйлап гастролдәрҙә була. Болгарияла сығыш ваҡытында эштәр хөрт бара, һәм кемдер Василий Качаловҡа Книппер фамилияһына «Чехов» приставкаһын ҡушырға тәҡдим итә, был тамашасыны ылыҡтыра; шул ваҡыттан Книппер-Чехова фамилияһы актрисаға нығына[16]. Ул МХАТ-тың АҠШ һәс Европа буйлап ике йыллыҡ дөйөм сәфәрендә ҡатнаша.

Тыуған иленә ҡайтып, МХАТ-та хеҙмәт итеүен дауам итә. Элекке ролдәренән тыш, ул «На дне» пьесаһында Василисаны, «Смерть Пазухина» пьесаһында Живоедованы, «На всякого мудреца довольно простоты» пьесаһында Турусинаны, «Провинциалка» әҫәрендә Дарья Ивановнаны, «Хозяйка гостиницы» әҫәрендә Гортензияны башҡара.

Инде олоғайғас, Книппер-Чехова үҙенән 30 йәшкә кесе драматург Николай Волков менән ҡауыша, әммә башҡа кейәүгә сыҡмай[16].

Һуңғы ролен 1950 йылдың 15 мартында Лев Толстойҙың «Йәкшәмбе» романы буйынса пьесала уйнай. Һуңғы йылдарын яңғыҙлыҡ йәшәй, яйлап һуҡырая. 1958 йылдың 22 октябрендә 90 йәшлек юбилейын билдәләгәндә һуңғы тапҡыр сәхнәгә сыға [16].

Мәскәүҙәге новодевичье зыяратында ҡәбере

Ольга Книппер-Чехова вафат 1959 йылдың 22 мартында Мәскәүҙә вафат була. Ире менән йәнәш Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 2).

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Леонард Августович Книппер (1838—1894), Венала тыуған, «сығышы буйынса эльзас немецы», әсәһе венгр тамырҙарына эйә булған[18]. Инженер-технолог була. 1864 йылда Рәсәй империяһының Кокман ауылына шарап заводына эшкә китә.
  • Әсәһе — Книппер Анна Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Зальце) (1850—1919), боронғо рус бароны нәҫеле Зальцанан, уларҙың ата-бабалары Рәсәйгә Тюрингиянан XVII быуатта күсеп килә[19]. Камера йырсыһы һәм музыка педагоы, Мәскәү филармонияһы училищеһы профессоры.
  • Өлкән ағаһы — Книппер Константин Леонардович (1866—1924), инженер-тимер юлсы.
  • Ҡустыһы — Владимир Леонардович Нардов (1876—1942), опера йырсыһы һәм опера театры режиссеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1933).
  • Туғандары:
    • Ада Константиновна Книппер, рус теле уҡытыусыһы.
    • Книппер Лев Константинович (1898—1974), композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974).
    • Чехова Ольга Константиновна (ҡыҙ фамилияһы Книппер) (1897—1980), театр һәм киноның рус һәм немец актрисаһы.
    • Книппер Владимир Владимирович (1924—1996), журналист, мемуарсы, йәштәр театры етәксеһе.
  • Ире (1901 йылдан 1904 йылға тиклем) — Чехов Антон Павлович (1860—1904), рус яҙыусыһы һәм драматургы.

Театрҙа эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Чехов» ҡатын-ҡыҙҙары роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ольга Книппер-Чехова — Чехов ҡатын-ҡыҙҙарының образын асыҡ һәм сағыу тапшырған бөтә актрисаларҙың береһе. Үҙенең ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле булыуы менән, аристократик башҡарыу манераһына эйә булып, Чеховтың мөһим пьесаларында төп ролде башҡарыусы актриса:

  • «Чайка» (1898, Аркадина)
  • «Дядя Ваня» (1899, Елена Андреевна)
  • «Три сестры» (1901, Маша)
  • «Иванов» (1901, Сарра)
  • «Вишнёвый сад» (1904, Раневская).

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нерисса («Венецианский купец», У. Шекспир, 1898)
  • Мирандолина («Трактирщица», К. Гольдони, 1898)
  • Виола («Двенадцатая ночь», У. Шекспир, 1899)
  • Анна Маар («Одинокие» Г. Гауптман, 1899)
  • Майа («Когда мы, мёртвые, пробуждаемся» Г. Ибсен, 1900)
  • Лель («Снегурочка» А. Н. Островский, 1900)
  • Широкова («В мечтах» Вл. И. Немирович-Данченко, 1901)
  • Елена Кривцова («Мещане» Максим Горький, 1902)
  • Настя («На дне» Максим Горький, 1902)
  • Лона («Столпы общества» Г. Ибсен, 1903)
  • Мелания («Дети солнца» Максим Горький, 1905)
  • Регина («Привидения» Г. Ибсен, 1905)
  • Графиня-внучка Хрюмина («Горе от ума» А. С. Грибоедов, 1906)
  • Терезита («Драма жизни» К. Гамсун, 1907)
  • Ребекка («Росмерсхольм» Г. Ибсен, 1908)
  • Анна Андреевна («Ревизор» Н. В. Гоголь, 1908)
  • Ночь («Синяя птица» М.Метерлинк, 1908)
  • Наталья Петровна («Месяц в деревне» И. С. Тургенев, 1909)
  • фру Юлиана Гиле («У жизни в лапах» К. Гамсун, 1911)
  • Гертруда («Гамлет», У. Шекспир, 1911)
  • Либанова («Где тонко, там и рвётся» И. С. Тургенев, 1912)
  • Белина («Мнимый больной» Мольер, 1913).
  • Варвара («Осенние скрипки» И. Д. Сургучёв, 1915)

Совет осоронда бындай ролдрҙә уйнай:

  • Живоедова («Смерть Пазухина» М.Е.Салтыков-Щедрин, 1924)
  • Мамаева и Турусина («На всякого мудреца довольно простоты» А.Н.Островский, 1924)
  • Хлёстова («Горе от ума» А.С.Грибоедов, 1925 и 1938)
  • графиня де Линьер («Сёстры Жерар» В.З.Масс, 1927)
  • Надежда Львовна («Бронепоезд 14-69» Вс. В. Иванов, 1927)
  • Мария Александровна Москалёва («Дядюшкин сон» Ф. М. Достоевский буйынса, 1929)
  • графиня Чарская («Воскресение» Л. Н. Толстой буйынса, 1930)
  • Полина Бардина («Враги» Максим Горький, 1935)
  • графиня Вронская («Анна Каренина» Л. Н. Толстой буйынса, 1937)
  • госпожа Пернель («Тартюф» Мольер, 1940)
  • Забелина («Кремлёвские куранты» Н.Ф.Погодин, 1943)
  • миссис Маркби («Идеальный муж» Оскар Уайльд, 1945).

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмдарҙа ҡатнашыуы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1927 — Солистка его величества — Зубовтәң әсәһе
  • 1928 — Пленники моря — Иван Лерҙың ҡатыны
  • 1930 — Завтра ночью — Сергейҙың әсәһе

Фильмдарҙа ҡатнашыуы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1946 — Сәхнә оҫталары (документаль)
  • 1958 — Ҙур дөрөҫлөк сәнғәте (документаль)

Архив кадрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1975 — О нашем театре (документаль)
  • 2004 — Смерть Таирова
  • 2010 — Доктор Чехов. Рецепт бессмертия (документаль)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1923)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1928)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). — күренекле хеҙмәттәре өсөн
  • Ике Ленин ордены (1938, 26.10.1948)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.05.1937, 1945)
  • «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гурзуф музей экспозицияһы , дача стенаһында хужабикә портреты

ЦТ архивында МХАТ-тың 50-йыллыҡ юбилейындағы яҙмалар һаҡланған, унда Иван Козловский һәм Сергей Лемешев дуэт менән театрға нигеҙ һалыусыларҙың берҙән-бер юбилейға тиклем йәшәүсе Ольга Книппер-Чехова хөрмәтенә «Евгений Онегин» операһынан өҫтәп һәм үҙгәртеп «Я люблю вас, Ольга» арияһын башҡара[9][20].

Мемориаль-музей ҡурсаулыҡтың Ҡырым әҙәби-нәфис филиалдарының береһе — А.П.Чеховтың Йорт-музейында (Ялта) (Аҡ дача), «Ҡырым һәм Чехов» музейында О.Л. Книппер -Чеховаға арналған тематик экспозициялар бар, әммә уға Гурзуфта А.П.Чехов һәм О.Л.Книппер-Чехова музейында ҙур иғтибар уның музейы ҙур иғтибар бүленә. (Гурзуф, Чехов урамы, 22). Чеховтың вафатынан һуң дачаға берҙән-бер хужа булып ул йортҡа революциянан һуң да хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡала, һуңғы тапҡыр унда 1953 йылда була[21].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Ҙур Рәсәй энциклопедияһыБольшая российская энциклопедия, 2004. — ISBN 978-5-85270-320-0
  4. 4,0 4,1 4,2 Книппер-Чехова Ольга Леонардовна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. SNAC — 2010.
  6. Encyclopædia Britannica
  7. Елена Анатольевна Иванова.О месте рождения актрисы О. Л. Книппер-Чеховой.Край удмуртский. Библиотечный краеведческий блог(2 марта 2011).
  8. Кокман или Глазов родина великой актрисы? | Ижевск и Удмуртия
  9. 9,0 9,1 9,2 Книппер-Чехова О. Л. Ольга Леонардовна Книппер-Чехова — М.: Искусство, 1972. — Б. 42—47, 222. — 448 б.
  10. Елена Шухова Новая эпоха варварства..
  11. Сергей Николаев.Больше, чем любовь. Антон Чехов и Ольга Книппер.Культура(2008).
  12. 12,0 12,1 Малюгин Л. А., Гитович И. Е. Чехов : Повесть-хроника — М.: Советский писатель, 1983. — Б. 432, 502. — 576 б.
  13. Сергей Николаев.Больше, чем любовь. Антон Чехов и Ольга Книппер.Культура(2008).
  14. Вульф В. Я.Серебряный шар. Драма за сценой.— М.: Эксмо, 2016. — С.153—157.— 512с.— ISBN 978-5-699-85291-8.
  15. Сергей Николаев Больше, чем любовь. Антон Чехов и Ольга Книппер (2008).
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Вульф В. Я. Серебряный шар. Драма за сценой — М.: Эксмо, 2016. — Б. 153—157. — 512 б. — ISBN 978-5-699-85291-8.
  17. Андрей Коновалов.Алла Ханило: доктор Остроумов ошибся, отправив Чехова в Ялту.Новости Крыма. Газета «Новая Ялта»(10 сентября 2009).
  18. Елена Анатольевна Иванова.О месте рождения актрисы О. Л. Книппер-Чеховой. Край удмуртский. Библиотечный краеведческий блог(21 марта 2011).
  19. В. Р.Зальца, баронский род.Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона.
  20. Н. Соловьева. Московский Художественный Академический театр (МХАТ) (1897 - 1975). РИА Новости.
  21. Дача А. П. ЧЕХОВА И О. Л. Книппер в Гурзуфе (2020).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ольга Леонардовна Книппер-Чехова: В 2 ч. М.: Искусство, 1972. Ч. 1. Воспоминания и статьи. Переписка с А. П. Чеховым (1902—1904) / Сост., ред., вступит. ст. В. Я. Виленкин, коммент. В. Я. Виленкин («Воспоминания и статьи»), Н. И. Гитович («Переписка О. Л. Книппер-Чеховой и А. П. Чехова»). 448 с.
  • Ольга Леонардовна Книппер-Чехова: В 2 ч. М.: Искусство, 1972. Ч. 2. Переписка (1896—1959). Воспоминания об О. Л. Книппер-Чеховой / Сост., ред., В. Я. Виленкин, коммент. Л. М. Фрейдкина. 432 с.
  • Книппер-Чехова О. Л. Из моих воспоминаний о Художественном театре и об А. П. Чехове // Артисты Московского художественного театра за рубежом. Прага: Наша речь, 1922. C. 23-32.
  • Волков Н. Д. Театральные вечера. М.: Искусство, 1966. C. 151—153.
  • Марков П. А. Выступление на вечере, посвященном 90-летию О. Л. Книппер-Чеховой // Марков П. А. В Художественном театре: Книга завлита / Предисл. М. Л. Рогачевского. М.: ВТО, 1976. С. 495—497.
  • Марков П. А. Книппер-Чехова // Марков П. А. О театре: В 4 т. М.: Искусство, 1974. Т. 2. Театральные портреты. С. 373—380.
  • «Три года недобровольного изгнания». «Качаловская группа» Художественного театра. Май 1919 — май 1922. Письма. Приложения: Н. А. Подгорный. Воспоминания (1919), Дневник поездки за «Качаловской группой» (1921) / Публ., вступ. статья и коммент. М. В. Львовой // Мнемозина. Документы и факты из истории отечественного театра XX века / Ред.с-сост. В. В. Иванов. М.: Индрик, 2014. Вып. 5. С. 363—494.
  • О. Л. Книппер — М. П. Чехова. Переписка: В 2 т / Подготовка текста, составление, комментарии З. П. Удальцовой. М.: Новое литературное обозрение, 2016

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]