Кожедуб Иван Никитович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кожедуб Иван Никитович
рус. Ива́н Ники́тович Кожеду́б
укр. Іва́н Мики́тович Кожеду́б
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Ображиевка[d], Глуховский уезд[d], Черниговская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 8 август 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3] (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик-истребитель, хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән 324-я истребительная авиационная дивизия[d] һәм 76-я воздушная армия[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Күре һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы
 Кожедуб Иван Никитович Викимилектә

Кожедуб Иван Никитович (укр. Іван Микитович Кожедуб; 8 июнь 1920 йыл — 8 август 1991 йыл, Мәскәү, ) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Авиация маршалы (1985), осоусы-ас. Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы (04.02.1944[4], 1944, 1945). СССР Юғары Советы депутаты (19461961). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытынан осоусы-ас, союздаштар авиацияһының иң һөҙөмтәле летчик-истребителе (64 еңеү). Кореяла совет белгестәре төркөмө составында хәрби хәрәкәттәр мәлендәге псевдонимы — «Крылов»[5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Никитович Кожедуб Чернигов губернаһы Глухов өйәҙе Ображиевка ауылында (хәҙерге Украинаның Шосткинск районы Сумы өлкәһендә) крәҫтиән — сиркәү старостаһы ғаиләһендә тыуа[6]. Украин[7]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, совет осоусы-истребительдәрҙең икенсе быуынына ҡарай.

1934 йылда мәктәпте тамамлап Шостка ҡалаһында химик-технология техникумына уҡырға инә.

Авиацияла беренсе аҙымын Шосткин аэроклубыгда яһай. 1940 йылдың башында Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм шул уҡ йылдың көҙөндә Чугуев хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай, һуңынан шунда уҡ инструктор вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.

Һуғыш башланғас, авиашкола менән бергә Ҡаҙағстандың Чимкентҡалаһына эвакуациялана, унда инструктор вазифаһында фронтҡа летчиктар әҙерләү менән шөғөлләнә. 1942 йылдың 23 февралендә Кожедубҡа өлкән сержант званиеһы бирелә. 1942 йылдың ноябрендә Ивановола формалаштырылған 302-се истребителдәр авиация дивизияһының (1944 йылдың 2 июленән — 14-се гвардия истребителдәр авиация дивизияһы) 240-сы истребитель авиация полкына ебәрелә. 1943 йылдың мартында дивизия составында Воронеж фронтына оса.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кожедуб Иван Никитович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Bibliothèque nationale de France Ivan Nikitovič Kožedub // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Ivan Nikolayevich Kozhedub // https://www.tracesofwar.com/persons/34712
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому составу военно-воздушных сил Красной Армии» от 4 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 17 февраля (№ 10 (270)). — С. 1
  5. «Две войны Ивана Кожедуба».
  6. В Киеве открыли памятник знаменитому лётчику Кожедубу 2020 йыл 7 август архивланған..
  7. Кожедуб Иван Никитович. Сайт «Герои страны». Дата обращения: 4 февраль 2018.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бодрихин Н. Г. Кожедуб. — М.: Молодая гвардия, 2010. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03292-7
  • Окороков А. Секретные войны СССР. Самая полная энциклопедия. — М.: Яуза; Эксмо, 2015. — С. 717—718. — ISBN 978-5-699-67679-8

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]