Коменский Ян Амос
Ян Амос Коменский[18] (чех Jan Amos Komenský лат. Ioannes Amos Comenius; 28 март 1592 йыл — 15 ноябрь, 1670 йыл) — чех педагог-гуманисы, яҙыусы, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, Чешскобратский сиркәүе епискобы, үҙаллы дисциплина булараҡ педагогикаға нигеҙ һалыусы, класс-дәрес системаһын системаға һалыусы һәм популярлаштырыусы.
Биографияһы һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ян Коменский 1592 йылдың 28 мартында Моравияла, Нивница ҡалаһында тыуа. Мартин Коменский (Martin Komenský) менән Анна Хмелованың (Anna Chmelová) улы. Мартин Коменскийкүрше Комне ауылынан була. Мартиндың атаһы — Ян Сегеш (Jan Segeš) — Моравияға Словакиянан күсеп килә һәм үҙе төпләнгән ауыл хөрмәтенә Коменский фамилияһын ала. Анна менән Мартин Коменскийҙар Чех (Моравия) туғандар дини общинаһы ағзаһы була.
Башланғыс белемде Ян ошо ойошма мәктәбендә ала. 1602—1604 йылдарҙа уның атаһы, әсәһе һәм ике апаһы тағундан вафат була. 1608—1610 йылдарҙа Ян килә Пршеров ҡалһында латин мәктәбендә уҡый. 1611 йылда Ян Коменский, сиркәү үҙ ҡанунына ярашлы, суҡындырыла һәм икенсе — Амос исемен ала.
Һуңынан ул Херборн академияһында, Гейдельберг университетында уҡый, унда үҙенсәлекле — «Барлыҡ әйберҙәр театры» энциклопедияһын (1614—1627) төҙөй башлай һәм чех теленең («Сокровищница чешского языка»[19], 1612-56) тулы һүҙлеге өҫтөндә эшләй. Коменский 1614 йылда — Пршеров туғандар мәктәбе уҡытыусыһы. 1618—1621 йылда Фульнека ҡалаһында йәшәй, Яңырыу дәүере гуманистарының — Т Кампанелла, Х. Вивес һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрен өйрәнә. Фульнекск осоронда Коменский «Моравские древности»[20] (1618—1621) китабын яҙа һәм Моравияның картаһын ентекле итеп төҙөй[21] (1618—1627).
1627 йылда чех телендә дидактика буйынса хеҙмәт яҙа башлай. Католик фанаттар тарафынан эҙәрлекләүҙәргә бәйле, Коменский Польшаның Лешное (унда 1626 йылдан Моравия туғандары үҙҙәренең гимназияһын аса) ҡалаһына күсенә. Бында ул гимназиялаа уҡыта, чех телендәге үҙенең «Дидактика» хеҙмәтен тамамлай (1632), ә һуңынан уны ҡабаттан эшкәртеп, латин теленә тәржемә итә һәм «Бөйөк дидактика» (Magna Didactica) (1633-38) тип атай, бер нисә дәреслек әҙерләй: «Открытая дверь к языкам» (1631), «Астрономия» (1632), «Физика» (1633), һәм тарихта беренсе тапҡыр ғаилә тәрбиәһе әсбабы — «Әсә мәктәбе» (1632) хеҙмәтен яҙа. Коменский пансофизм (барыһын да бөтә нәмәгә өйрәтеү) идеяһын эшләү буйынса етди шөғөлләнә, был Европа ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
40-сы йылдарҙа бер нисә дәреслек баҫтыра. 1651 йылда Трансильвания кенәзе Дьердь II Ракоци уға үҙ ерҙәрендә мәктәп реформаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим итә. Яңы система буйынса уҡытыу Шарошпатак ҡалаһынан башлана. Коменскийға пансофик мәктәп булдырыуҙы өлөшлөтә тормошҡа ашырырға мөмкин була. Уның принциптарының фәнни нигеҙҙәрен, уҡыу пландарын, көн тәртибен Коменский «Пансофическая школа» хеҙмәтендә яҙа (1651).
Тиҙҙән Коменский Лешноеға ҡайта. 1655 йылда Лешное Речь Посполитая менән һуғышҡан Запорожье гетманы Богдан Хмельницкий менән союздаш шведтар баҫып ала. Быға тиклем католик фанатизмдан ыҙаланған урындағы лютерандар ҙа, Ян Амос Коменский һәм Моравия туғандары ла протестант (лютеран) армияһын ҡыуанып ҡаршы ала.
1656 йылда Коменский Амстердам аша Гамбургҡа сыға.
Белем биреүҙе йәнләндереү, балаларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу туыуҙырыу маҡсатында Коменский уҡытыу материалын сәхнәләштереү ысулын ҡуллана һәм «Открытая дверь к языкам» нигеҙендә «Мәктәп-уйын» (1656) китабына ингән бер нисә пьеса яҙа. Венгрияла Коменский тарихта беренсе тапҡыр һүрәттәр менән биҙәлгән «Мир чувственных вещей в картинках» (1658) дәреслеген тамамлай, унда һүрәттәр уҡыу текстарын тулыландырып тора.
Амстердамға күсенгәс Коменский 1644 йылда уҡ башлаған Коменский «Всеобщий совет об исправлении дел человеческих» (лат. Rerum De culsultatio humanarum emendatione catholica) нигеҙ хеҙмәте өҫтөндә эшләүен дауам итә, унда ул кешелек йәмғиәтен реформалау планын бирә. Хеҙмәттең беренсе ике өлөшө 1662 йылда баҫыла, ҡалған биш өлөштөң ҡулъяҙмалары 20-се быуаттың 30-сы йылдарында табыла; тулыһынса был ъхеҙмәт 1966 йылда Прагала баҫылып сыға[22]. Үҙенең оҙайлы торомшона йомғаҡты Коменский «Единственно необходимо» (1668) әҫәрендә яһай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118521691 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Пискунов А. И. Коменский Ян Амос // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 12 : Кварнер — Конгур. — С. 499.
- ↑ 3,0 3,1 Jan Amos Comenius — 2009.
- ↑ 4,0 4,1 John Amos Comenius // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1016/S0191-6599(05)80111-1
- ↑ http://www.angelfire.com/journal2/watch-unto-prayer/reformation.html
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Johann Amos Comenius // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
- ↑ http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1080/09608780500293083
- ↑ 10,0 10,1 10,2 http://www.digitalniknihovna.cz/mzk/uuid/uuid:9faace80-b626-11e2-8c63-5ef3fc9ae867
- ↑ http://www.digitalniknihovna.cz/mzk/uuid/uuid:72273590-c35b-11e4-ba2b-5ef3fc9bb22f
- ↑ 12,0 12,1 Vědecká knihovna v Olomouci Jan Amos Komenský // https://aleph.vkol.cz/F/?func=find-c&ccl_term=sys=000009788&local_base=svk04 (чеш.)
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Komenský, Jan Amos, 1592-1670 // https://tritius.kmol.cz/authority/659483 (чеш.)
- ↑ https://www.kb.nl/themas/vriendenboeken/verwoede-verzamelaars/jacob-heyblocqs-vriendenboek — Б. 189.
- ↑ https://web.archive.org/web/20200103160718/https://www.kb.nl/themas/vriendenboeken/verwoede-verzamelaars/jacob-heyblocqs-vriendenboek
- ↑ https://opc-kb.oclc.org/DB=1/PPN?PPN=390171301 (нидерл.)
- ↑ https://web.archive.org/web/20200117140214/https://www.kb.nl/themas/vriendenboeken/verwoede-verzamelaars/jacob-heyblocqs-vriendenboek
- ↑ По данным Советского Энциклопедического Словаря под ред. А. М. Прохорова, М.: «Советская Энциклопедия», 1982. Словарь также допускает произношение с ударением на втором слоге — Коме́нский, которое весьма распространено среди русскоязычного населения. В чешском языке данное имя произносится как Ян А́мос Ко́менски.
- ↑ В это и в позднейшее время моравская литература пользовалась чешским языком, родственным моравскому.
- ↑ O starožitnostech Moravy.
- ↑ Moraviae nova et post omnes priores accuratissima delineatio autore J. A. Comenio.
- ↑ Jan Amos Comenius Bibliography . Дата обращения: 16 май 2011. Архивировано 15 июнь 2011 года. 2011 йыл 15 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красновский А. А. Я. А. Коменский, М., 1953;
- Материалы науч. сессии АПН РСФСР, посвящённой 300-летию опубликования собрания дидактических трудов Я. А. Коменского (13-14 декабря 1957 г.), М., 1959;
- Альт Р. Прогрессивный характер педагогики Коменского, пер. с нем., М., 1959;
- Лордкипанидзе Д. Ян Амос Коменский, М., 1970;
- Kvačala J. J. A. Comenius. Sein Leben und seine Schriften, B., 1892;
- Heyberger A. J. A. Comenius (Komenský). Sa vie et son oeuvre d 'éducation. P., 1928;
- Novák J., Hendrich J. J. A. Komenský. Jeho život a spisy, Praha, 1932: Young R. F., Comenius in England, Oxf., 1932;
- Kopecký J., Patočka J., Kyrašek J. J. A. Komonský. Nástin života a díla, Praha, 1957;
- Kurdybacha Ł. Działalność Jana Amosa Komenskiego w Polsce, Warsz., 1957;
- Larangé S.S. La Parole de Dieu en Bohême et Moravie. La tradition de la prédication dans l’Unité des Frères de Jan Hus à Jan Amos Comenius, Paris, L’Harmattan, 2008 ISBN 978-2-296-06087-6
- Sesja naukowa w Lesznie w czterechsetną rocznicę powstania Gimnazjum i w trzechsetną wydania «Opera didactica omnia» J. A. Komeńskiego, red. Kurdybacha, Wrocław — Warszawa, 1957;
- Soupis děl J. A. Komenského v československých knihovnách, archivech a museích, Praha, 1959;
- Schaller K. Die Pädagogik des Johann Amos Comenius und die Anfänge des pädagogischen Realismus im 17. Jahrhundert, Hdlb., 1962;
- «Acta Comeniana», Archiv pro bádání о životě a díle Jana Amose Komenského, t. 25, Praha, 1969;
- Floss P. J. A. Komenský. Od divadla věcí k dramatu člověka, Ostrava, 1970;
- Kožik F. Světlo v temnotách. Bolestný a hrdinský život J. A. Komenského, [Praha, 1970];
- Łibrt С. Bibliografie české historie, t. 5, Praha, 1912, č. 17324-30638.
- VeverkovÁ, Kamila. Идеи Коменского как инспирация образования в мультикультурном обществе/ Comenius' Ideas as an Isnspiration for the Education. In Muldma, Maia., Talts, Leida. Haridus kuidialoog mitmekultuurilises ühiskonnas. 1.vyd. Tallinn : Tallinn University, 2012. 216 s. ISBN 978-9949-29-033-8, s. 20-31.
- Пережовская А. Н. Вклад Я. А. Коменского в развитие педагогической науки [Текст] // Инновационные педагогические технологии: материалы II Междунар. науч. конф. (г. Казань, май 2015 г.). — Казань: Бук, 2015. — С. 27-30. — URL https://moluch.ru/conf/ped/archive/150/7993/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ян Амос Коменский Викиөҙөмтәлә | |
Ян Амос Коменский Викимилектә | |
Ян Амос Коменский Викияңылыҡтарҙа |
- Коменский Я. А. Избранные педагогические сочинения. Т. 2. Отдельные произведения (фото-файлы).
- Коменский Я. А. «Великая дидактика» (избр. главы (по хрестоматии М.:Просвещение, 1988)) (html)
- Коменский Я. А. Великая дидактика. — СПб: Типография А. М. Котомина, 1875. (Викитека, html)
- Коменский Я. А. Материнская школа (html)
- Коменский Я. А. «Пампедия» (избр. главы (по хрестоматии М.:Просвещение, 1988)) (html)
- Коменский Я. А. Статьи в Сарос-Патаке. (html)
- J.A. Comenii. Physicae ad lumen divinum reformatae synopsis, Lipsae, 1633 2019 йыл 31 октябрь архивланған.
- Афоризмы и цитаты Яна Амоса Каменского 2008 йыл 14 июнь архивланған.
- J.A.Comenius’ museum in Uherský Brod Официальный сайт музея Яна Амоса Коменского в Чехии (на английском).
- The Comenius Medal 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.. Международное бюро просвещения.
- Коменский, Ян Амос — Биография. Библиография. Высказывания
- Коменский Я. А. Мир чувственных вещей в картинках
- Куприянов Н. И. Два жанра говорящей графики (о книге Я. А. Коменского «Мир чувственных вещей в картинках»).
- Бим-Бад Б. М. Аксиомы панпедии Коменского 2021 йыл 20 апрель архивланған.
- Radio Prague Int.: КОМенский в КОМиксе
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |