Космодемьянский Аркадий Александрович
Космодемьянский Аркадий Александрович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 (20) март 1909 или 7 март 1909[2] |
Тыуған урыны | Старилово[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 8 декабрь 1988[1] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | гидродинамика[d] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Голубев Владимир Васильевич |
Аспиранттар | Егоров, Всеволод Александрович[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аркадий Александрович Космодемьянский (23 февраль (8 март) 1909, Владимир губернаһы — 8 декабрь 1988, Мәскәү) — совет механигы һәм фән тарихсыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылдың 23 февралендә Владимир губернаһының Гороховецкий өйәҙе Старилово ауылында (хәҙерге — Иваново өлкәһенең Верхнеландеховский районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1926 йылда мәктәптең 2-се баҫҡысын тамамлай, шул уҡ йылда Иваново политехник институтына уҡырға инеү өсөн имтихандар тапшыра, тригонометриянан имтихан тапшыра алмай һәм институтҡа уҡырға инә алмай.
Грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, 1926 йылдан — Иваново өлкәһенең Пестяковский улус башҡарма комитеты инструкторы. Үҙ алдына белем алыу менән шөғөлләнә.
1927 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының механика бүлегенә уҡырға инә. МДУ-ны тамамлағас (1931 й.) Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика фәнни-тикшеренеү институтының аспирантураһына уҡырға инә (тәүге аспиранттар йыйылмаһы). В. В. Голубев тың уҡыусыһы.
1932 йылдан Мәскәү дәүләт университетында уҡыта, теоретик механика кафедраһында ассистент, доцент (1934), профессор (1939). Шулай уҡ Мәскәү дәүләт педагогия университетында уҡыта (1931—1938), доцент; Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһында уҡыта(1934—1941, 1945—1949), доцент, 1939 йылдан — теоретик механика кафедраһы профессоры, теоретик механика кафедраһы начальнигы (1960—1965). 1943—1947 йылдарҙа — Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химик-технология университетының теоретик механика кафедраһы мөдире. Педагогика мәсьәләләрендә үҙенең уҡытыусыһы тип А. П. Минаковты һанай. 1966 йылдан МВТУ һәм МАТИ-ла юғары уҡыу йорттарында механика уҡытыу методикаһы буйынса лекциялар курсы уҡый.
1931 йылдың мартынан 1937 йылдың сентябренә тиклем бер үк ваҡытта Үҙәк аэрогидродинамика институтында эшләй, инженер.
Фән кандидаты (1934), диссертация темаһы — «Приближённое интегрирование дифференциального уравнения ламинарного пограничного слоя». 1936 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында механика бүлегенең аэродинамика лабораторияһы мөдире.
Физика-математика фәндәре докторы (1939), диссертация темаһы — «Некоторые вопросы аэродинамической теории сопротивления».
1941 йылда Космодемянский өс эш башҡара, улар дарылы ракеталарҙың тәүге өлгөләре (атап әйткәндә, легендар «Катюша» снарядтары) менән туранан-тура бәйле. Ғалимдың теоретик хеҙмәте артабан Ашхабадта, Свердловскта һәм ҡабаттан Мәскәүҙә (1942 йыл аҙағынан) дауам итә[3].
1942 йылдан фән тарихы мәсьәләләре менән шөғөлләнә («Очерки по истории механики в России»).
1945 йылда СССР делегацияһы составында профсоюздарҙың Бөтә Донъя конференцияһында (Лондон) ҡатнаша.
1939 йылдың октябренән ракета темаһы буйынса эштәрҙә ҡатнаша, 1947 йылдан — етәксе вазифаларҙа (1949 йылдан — хәрби хеҙмәттә): СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Комитет № 2 ғилми-техник бүлеге мөдире, СССР Хәрби министрлығының ғилми-техник эштәр буйынса 4-се Идаралығы начальнигы урынбаҫары, СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Махсус комитеттың Ғилми-техник советы рәйесе урынбаҫары (1950), СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Өсөнсө Баш идаралыҡтың Ғилми-техник советы рәйесе урынбаҫары (1951), СССР урта машиналар эшләү министрлығының Ғилми-техник советы рәйесе урынбаҫары (1953) СССР Министрҙар Советының ракета һәм реактив ҡоралланыу буйынса Махсус комитетының Ғилми-техник советы рәйесе урынбаҫары (1955). 1957—1960 йылдарҙа һәм 1965—1972 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Президиумының хәрби-сәнәғәт мәсьәләләре буйынса комиссияһының Ғилми-техник советы рәйесе урынбаҫары. Генерал-майор (1970).
Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының Тәүге составына инә (1956 й.).
1972 йылда, әүҙем хәрби хеҙмәттә булып ҡалып, СССР Фәндәр академияһына командировкаға ебәрелә — СССР Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институтының (ИИЕТ) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1975 йылдан алып отставкала.
120-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
1949 йылда Артиллерия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 1971 йылда фән тарихы буйынса Халыҡ-ара академияның ағза — корреспонденты итеп һайлана .
Йәмәғәт һәм партия тормошонда әүҙем ҡатнаша: КПСС-тың Краснопресненский район комитеты пленумы ағзаһы (1945—1948), 1939 йылдан Мәскәү ҡала советы депутаты, СССР Юғары судының халыҡ заседателе (1946).
Мәскәүҙә Введенский зыяратында ерләнгән (участка № 5).[4]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Галина (Гали) Фарбер (1914—2005). Балалары — Вадим (1934—2010), Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында уҡытыусы булып эшләй; Александр (1946 йылда тыуған) — Мәскәү транспорт инженерҙары институты доценты, математика уҡытыусыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2 дәрәжә Сталин премияһы лауреаты «Хөкүмәттең махсус техниканың яңы төрҙәренең береһен әҙерләү буйынса махсус заданиены үтәгәне өсөн» (1953).
Ике Ленин ордены (1956, 1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961), миҙалдар менән бүләкләнгән.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Механика тел переменной массы: (Теория реактивного движения). Ч. 1. — М., 1947.
- Знаменитый деятель науки Константин Эдуардович Циолковский (1857—1935) / Проф. А. А. Космодемьянский. — М.: Воениздат, 1949. — 82 с. — (Научно-популярная библиотека солдата и матроса).
- Николай Егорович Жуковский — отец русской авиации / д-р физ.-матем. наук проф. инж.-полк. А. А. Космодемьянский. — М.: Воениздат, 1952. — 136 с. — (Научно-популярная библиотека солдата).
- Курс теоретической механики. — М.: Учпедгиз, 1955. — 656 с. — 35 000 экз.
- К. Э. Циолковский — его жизнь и работы по ракетной технике / Д-р физ.-матем. наук проф. А. А. Космодемьянский. — М.: Воениздат, 1960. — 188 с. — (Научно-популярная библиотека).
- Очерки по истории механики. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1964. — 456 с.
- Н. Е. Жуковский. — М.: Просвещение, 1969. — 184 с. — 40 000 экз.
- Теоретическая механика и современная техника. — М.: Просвещение, 1969. — 248 с.
- Теоретическая механика и современная техника. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1975. — 248 с. — 40 000 экз.
- Константин Эдуардович Циолковский (1857—1935). — М.: Наука, 1976. — 296 с. — (Научно-биографическая серия). — 62 000 экз.
- Очерки по истории механики. — М.: Наука, 1982. — 296 с. — 3400 экз.
- Николай Егорович Жуковский (1847—1921). — М.: Наука, 1984. — 192 с. — (Научно-биографическая серия). — 37 000 экз.
- Константин Эдуардович Циолковский (1857—1935). — 2-е изд. — М.: Наука, 1987. — 304 с. — (Научно-биографическая серия). — 80 000 экз.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #109016556 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 84
- ↑ Могила Космодемьянского А. А.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тюлина И. А. . Аркадий Александрович Космодемьянский. — М.: Наука, 2003. — 120 с. — ISBN 5-02-002846-0.
- Будрейко Е. Н., Жуков А. П. Профессора университета Менделеева: XX век. — С. 307—308.
- Генерал от механики 2022 йыл 15 ғинуар архивланған. // Наука и жизнь. — 1990. — № 3. — С. 66—68.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 80, 84, 87, 556. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
- Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 мартта тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 7 мартта тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 8 декабрҙә вафат булғандар
- 1988 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 8 мартта тыуғандар
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Рәсәй химик технология университеты уҡытыусылары
- КПСС ағзалары
- Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы уҡытыусылары