Краснобаев Тимофей Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Краснобаев Тимофей Петрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 21 февраль (5 март) 1865
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Смоленск[1]
Вафат булған көнө 11 октябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1]
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө хирург
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталинская премия РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Краснобаев Тимофей Петрович (1865 йыл 21 февраль — 11 октябрь 1952) — совет хирургы, балалар хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы. I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1935).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смоленскиҙә тыуған.

1888 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлай. 1919 йылдан алып 1952 йылға тиклем СССР Медицина фәндәре академияһының туберкулез институтында консультант булып эшләй.

1939 йылдан — 1-се Мәскәү балалар клиник дауаханаһының (ул саҡта Морозов дауаханаһы) хирургия бүлексәһе етәксеһе. Воскресенскийҙың реаль училищеһында уҡыта.

Краснобаевтың хеҙмәттәре һейҙек юлы ташы ауырыуын, киҫкен аппендицитты, пилороспазмды һәм балаларҙа киҫкен гематоген остеомиелитты дауалауға арналған.

Балаларҙың һөйәк-быуын туберкулезын консерватив дауалау йүнәлешенә нигеҙ һалыусы — уның тарафынан бер нисә яңы үҙенсәлекле дауалау методикаһы тәҡдим ителә. СССР-ҙа беренсе тапҡыр (1922 йылда) имсәк балаларҙа тыумыштан пилоростеноз булғанда операция яһай. Табибтарҙың үҙенсәлекле — һөйәк туберкулезы буйынса белгестәр мәктәбен ойоштороусы була.

1945 йылда Краснобаев СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (академигы) итеп һайлана. Мәскәү һәм Ленинградтың хирургтар йәмғиәтенең, балалар табиптары йәмғиәтенең, рентгенологтар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора[2]

Профессорҙар Клюев һәм Роскина өҫтөнән һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған «намыҫ судында» ҡатнашыусы (1947), был «Космополитизм һәм Көнбайыш алдында ярамһаҡлыҡ менән көрәш» асыҡ акцияһына баш һала[3].

1952 йылдың 11 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән (8 уч.).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Краснобаев бер нисә ғилми хеҙмәт авторы, улар араһында классик булып киткән «Костно-суставной туберкулёз у детей» хеҙмәте иң айырылып торғаны.

- Краснобаев Т. П. Костно-суставной туберкулёз — М.: Медгиз, 1944. — 228 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- ике Ленин ордены

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.03.1945)

- Фән өлкәһендә I дәрәжә Сталин премияһы (1949) — «Костно-суставной туберкулёз у детей» ғилми хеҙмәте өсөн.

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1935).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Мәскәүҙә, 1-се ҡала клиник дауахана биләмәһендә, корпустарҙың береһе эргәһендәге скверҙа (4-се Добрынин тыҡрығы, йорт 1/9с9, 55°43′32″ с. ш. 37°37′01″ в. д.HGЯO) Краснобаевтың бронза бюсы ҡуйылған. Скульпторы — С. Д. Шапошников, архитекторы — В. А. Петров. Бюст 1956 йылдың 30 июнендә тантаналы асыла[4]. (Фото)

- Туберкулез институтының һөйәк клиникаһы, шулай уҡ 1-се ҡала клиник дауаханаһының хирургия бүлексәһе, өҫтәүенә, 1928 йылдан, Краснобаев исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Краснобаев Тимофей Петрович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Краснобаев Тимофей Петрович — Электронный научно-практический журнал «ТубИнфо»
  3. ТополянскийВиктор. Лубянский консультант из врачебной корпорации. — http://magazines.russ.ru/znamia/2018/4/lubyanskij-konsultant-iz-vrachebnoj-korporacii.html
  4. Вся Москва от А до Я: Энциклопедия — М.: Алгоритм, 2011. — 1064 б. — ISBN 978-5-4320-0001-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]