Красноуфимск алышы (1736)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Красноуфимск алышы
Дата

25 июнь 1736

Урыны

Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһе (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) тирәһе

Сәбәбе

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары

Һөҙөмтә

баш күтәреүселәрҙең еңеүе

Ҡаршы тороусылар
Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Башҡорттар
Командующийҙар
Прокопей Мартаков һ.б. Төлкөсура Алдағолов һ.б.
Ҡаршы тороусы көстәр
900 тиклем һалдат 1200 башҡорт
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ 3 кеше һәләк булған, 25 кеше яраланған

1736 йылдың 25 июнендәге Красноуфимск алышы — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары барышында 1736 йылдың 25 июнендә Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһе (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) янында башҡорт баш күтәреүселәре һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында булған алыш.

Тәүтарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, Ырымбур экспедицияһын (1734—44) ойоштороу, батша хөкүмәтенең Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуы һәм төбәктә колониаль сәйәсәткә күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

1736 йылдың ғинуар уртаһында Йосоп Арыҡов етәкселегендәге башҡорттар Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен баҫып ала. Был алышта ҡатнашҡан Көҙәй улусы старшинаһы Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге баш күтәреүселәрҙең отряды 1736 йылдың 14 февралендә Өфө янында (Ҡобау ауылы тирәһендә) секунд-майор Ртищев командалығындағы 450 дворян, казак һәм һалдаттан торған хөкүмәт отрядын тар- мар итә. 1736 йылдың майында Себер даруғаһының ихтилалсылары Крутихин һәм Үткен биҫтәләренә, Окунев бастругына, Ялан заводына һәм Себер даруғаһының башҡа торама пункттарына һөжүмдәр яһай. Июндә Төлкөсура Алдағолов отряды хөкүмәткә «тоғро» башҡорт, мари, мишәр һәм татарҙар менән һуғыш алып бара. Июндең икенсе яртыһында уның 1200 кешенән торған отряды Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһе (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) тирәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша үтеп Көңгөргә барырға ниәтләй. Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһендә полковник Прокопей Мартаков ҡарамағында Әстерхан һәм Ҡазан гарнизон драгун полктары командалары, иррегуляр ғәскәрҙәр, пехота һәм артиллерия формированиелары булған[1].

Алыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полковник Прокопей Мартаковтың Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищевҡа хәбәр итеүе буйынса[2] 1736 йылдың 23 йәки 24 июнендә Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге башҡорт отряды Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһенән (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) 25 саҡрым алыҫлыҡта Ҡариҙел йылғаһы аша үтеп, урмандар аша һиҙҙермәй генә ҡәлғә янына килә. Алдараҡ 12 кешенән торған разведчиктар төркөмө ебәрелә, ул ҡәлғә янында драгундарҙың ҡайҙа урынлашыуын асыҡлай.

25 июндә 36 драгундан һәм регуляр булмағандарҙан торған ошо уҡ разведчиктар төркөмө (һаны яғынан бер аҙ күберәк булғандыр) көтмәгәндә иртә таң менән Караул тауындағы посҡа һөжүм итә, артабан лагерь яғына сигенә — йәғни, килгән яғына түгел, ә кире яҡҡа. Башҡорттарҙың аҙ һанлы булыуын күреп, эҙәрлекләү маҡсатында поручик Вепревскийҙың ротаһы ебәрелә, әйтергә кәрәк, башҡорттарҙың аҙ һанлығы менән алданып, күп кенә драгундар аттарға хатта эйәрһеҙ ултыралар[1].

Алдағолов етәкселегендәге башҡорт отрядының төп өлөшө поручик Бандемирҙың ротаһына һөжүм итә һәм уға ат өйөрҙәрен арҡыры ҡуйып, нығытмаға сигенергә бирмәй. Ошо уҡ ваҡытта, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү маневрын ҡулланып, разведчиктар төркөмө лагерҙан кире яҡҡа сигенә. Поручик Верпевский ротаһы, ҡарауыл посы ҡалдыҡтары менән бергә, разведчиктар төркөмөн эҙәрлекләү урынына, Бандемир ротаһына ярҙамға ашығырға мәжбүр була, өҫтәүенә, маневр барышында рота сафтарҙан сыға һәм төрлө яҡҡа һирпелә[1]. Алыш барышында башҡорттар бер-бер артлы Бандемирҙың һәм Вепревскийҙың роталарын ҡыйраталар. Артабан башҡорттар нығытманан килеп сыҡҡан йәйәүле драгундарҙы (аттары нығытмаға барып етмәгән була) һөжүмләйҙәр. Драгундар сигенеп өлгөрәләр һәм башҡорттарға нығытмаға бәреп инергә мөмкинлек бирмәйҙәр. Пушкалары булмауы сәбәпле, башҡорттар нығытманы ҡыйрата алмай, әммә яу яланы тулыһынса уларҙың ҡарамағында була. Трофейҙарҙы йыйып алғандан һуң, Төлкөсура Алдағолов үҙенең отряды менән Красноуфимскиҙан ситкә китә[1].

Яҡтарҙың юғалтыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ихтилалсыларының юғалтыуҙары билдәһеҙ. Әптрәш Әхмәтов телгә алған «башта 3 кеше үлтерелә, яраланғандар 25 тирәһе» тигән һүҙҙәре, күрәһең, алыштың башындағы ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Батша ғәскәрҙәренең юғалтыуҙар һаны мөмкин тиклем тулы рәүештә бер сығанаҡта сағылдырыла:

«Полковник Мартаковтан, Төлкөсура ҡараҡ, уға һөжүм итеп, барыһы 119 кешене үлтерҙе, 74-те яраланы, шул иҫәптән, Мартаковтың үҙен дә, дәүләт аттарының 420-һен, шәхси аттарҙың 108-ен ҡыуып алып китте, бөтәһе 528 ат, тигән хәбәр алынды»[1].

Әммә юғалтыуҙар һаны бер аҙ кәметелгән, булһа кәрәк. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенән сығып, 119 һәләк булғандар, 74 яралылар — был юғалтыуҙарҙың минималь һаны, максималь һаны — 200 һәләк булғандар һәм 300-гә яҡын яралылар, тип әйтеп була. Юғалтыуҙар һанын кәметеү өсөн Мартаковтың төплө сәбәбе була — яуапҡа тарттырыу мөмкинлеге. Бындай мөмкинлек тураһында В. П. Татищевтың И. К. Кириловҡа яҙған хатында әйтелә:

«Полковник Мартаковты был бәхетһеҙлек өсөн ғәйепләргә ярамай, әммә уның ахмаҡ һаҡһыҙлығы өсөн хөкөм итергә ҡушһалар, ул аҡлана алмаясаҡ, ә уның полкын мин кешеләр һәм аттар менән комплектланым»[1].

Һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был алышта Төлкөсура Алдағолов полковник Мартаковтың хаталарын оҫта файҙаланыуға өлгәшә. Кеше һанында бик ҙур юғалтыуҙар кисереп һәм бөтә булған аттарын юғалтып, Красноуфимск гарнизоны бер ни тиклем ваҡытҡа киң масштаблы әүҙем ғәмәлдәрҙән баш тартырға мәжбүр була. Әммә стратегик яҡтан әлеге ҙур уңышты башҡорт ихтилалсылары үҙ файҙаһына бора алмайҙар. Дөйөм етәкселектең булмауы һәм баш күтәреүселәрҙең властар менән һөйләшеүҙәргә өмөт итеүе ихтилалсыларға кире яҡтан тәьҫир итә. Алдағолов үҙенең ырыуы яугирҙары өсөн тулы ышаныслы командир булһа ла, ҡалғандарға килгәндә — уларҙың старшиналары һәм батырҙары менән килешеү өсөн күп ваҡыт сарыф ителә. Батша ғәскәрҙәре менән бер төптән етәкселек итеү (башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алмағанда) уларға өҫтөнлөк бирә һәм, айырым уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал барышында батша ғәскәрҙәре Башҡортостан территорияһына йылдан-йыл төпкәрәк инә баралар. Тағы ла бер фактор — башҡорттарҙың артиллерияһы булмай. Пушкалар менән ҡоралланған хатта ҙур булмаған нығытмалар ҙа башҡорт атлыларын туҡтата алған[1].

Үҙенең ғилми хеҙмәттәрен алыштан һуң 35 йыл үткәндән һуң яҙған Иван Лепёхин фекеренсә, икенсе башҡорт ихтилалындағы ошо алышта башҡорттар үҙҙәренең «иң ҙур уҫаллығын» күрһәткән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лепёхин И. И. «Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Часть 2». (СПб., 1772).
  • Акманов И. Г. Башкирское восстание 1735—1736 гг. Уфа, 1977.
  • Материалы по истории Башкортостана. Т.6. Уфа, 2002.
  • История башкирского народа. В 7 т. Т.3. Уфа, 2011.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Красноуфимское сражение 25 июня 1736 года
  2. «Превосходительству господину действительному стацкому советнику Василью Никитичю Татищеву покорнейшее доношение. Ордер вашего превосходительства, писанной прошедшего июля от 23, я получил 31 дня, в котором изволите предлагать, чтоб до вашего превосходительства прислать подлинное известие, как воры башкирцы, где переходили реку Уфу и протчее. И на оное вашему превосходительству покорно доношу: оные воры переходили Уфу реку ниже Красноярской крепости в 25-ти верстах и шли более лесами. А как пришли близь крепости к отъезжему караулу, и, не доехав оне отъезжаго караулу, разделились надвое, и большая половина пошла левою стороною к большой дороге, которая дорога лежит к деревне, где ходили и табуны, а другая половина пошла на отъезжей караул, которой караул всегда к ноче приезжал ближе к лагирю, однакож оной был от лагирю как в полуверсте. А на отъезжем карауле, за умалением обер и ундер-афицеров, был капрал вместо ундер-афицера и при нем драгун 15 человек, нерегулярных 20 человек. И как оные воры на тот караул напали, и оные от них бежали к лагирю, тогда порутчик, которой был на пекете во штидесят человеках, Вепревской сел на лошеди. И как начелася пальба, то порутчик Бандемир, которой был при табунах для прикрытия, табуны погнал к крепости и к лагирю. А как оные воры увидели, что табуны гонят к лагирю, то оные воры отворотили от лагиря к своей всей каманде. И как начался у порутчика Бандемира, которой был у прикрытия, с ними, ворами, бой, тогда и порутчик Вепревской с конным пекетом и которые были на отъезжем карауле послан был к нему, Бандемиру, в сикурс. И видя жестокой их бой, выступил и я с пехотою в сикурс. И как уже оные воры, разобрав наших лошадей, и наступили на нас жестоко всем своим воровским собранием, и как я ранен и от раны не мог более действовать, поехал к крепости, а при каманде остались капитаны Астраханского полку Хорохордин, Казанского полку Кудрявцов и Равич, и по жестокому их нападению более не могли противитца, шли к крепости. А что побито обер и ундер-афицеров, капралов, редовых и протчих чинов, и что пропало ружья, мундиров и протчей амуницы, тако ж и что отогнано государевых лошадей, тому при сем посылаю до вашего превосходительства ведомость.
    Полковник Прокопей Мартаков.
    Августа 3 дня 1736 году.
    Краснояр»

    — 1736 г. августа 3. — Доношение П.Мартакова В.Н.Татищеву о набеге башкир на окрестности Красноярской крепости.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]