Эстәлеккә күсергә

Кудрявцев Лев Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кудрявцев Лев Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 17 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө функциональ анализ, топология, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d], математика[1], ғәмәли математика[d][1], function theory[d][1] һәм дифференциальное уравнение в частных производных[d][1]
Эш урыны РФА-ның математика институты[d]
Мәскәү физика-техник институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Павел Сергеевич Александров[d] һәм Лаврентьев Михаил Алексеевич[d]
Аспиранттар Vitaly Borisovich Korotkov[d][2] һәм Владимир Михайлович Филиппов[d]
Кемдә уҡыған Лаврентьев Михаил Алексеевич[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Кудряцев Лев Дмитриевич (25 март 1923 йыл — 17 февраль 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, СССР фәндәр Академиһының ғәмәли математика буйынса бүлегендә ағза-корреспондент (1984). Функциялар теорияһы һәм топология буйынса белгес.

Лев Дмитриевич Кудрявцев 1923 йылдың 25 мартында Мәскәүҙә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1940 йылда Мәскәүҙең № 59 урта мәктәбен тамамлағас, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә.

1945 йылда Мәскәү университетын отличие менән тамамлай һәм шунда уҡ аспирантураға уҡырға инә,

1947 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-техник факультетында эшләй башлай.

1948 йылдан В. А. Стеклов исемендәге математика институты (МИАН) эшләй. Кудряцевҡа математик Сергей Никольский ҙур йоғонто яһай, артабан уның менән оҙаҡ йылдар ғилми семинар менән етәкселек итә.[3] 1956 йыл, докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1958 йылдан — Мәскәү физика-техник институтының профессоры.. 1953 −1959 йылдарҙа институттың юғары математика кафедраһын етәкләй.

19611968 йылд В. А. Стеклов исемендәге математика институтының директор урынбаҫары булып эшләй[3] 1970 йылда беренсе матанализ курсын сығара (бер нисә тапҡыр ҡабатлап баҫылған).

1984 йылда СССР фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты. 1997 йылдан педагогия һәм социаль фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы[4]. 2002 йылда мәғариф һәм фән өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн Европа фәндәр Академияһының ағза итеп һайлана.

Кудряцев Лев Дмитриевич 2012 йылдың 17 февралендә Мәскәүҙә вафат булған,Ваганьков зыяратында ерләнгән.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ккүп үлсәмле Евклид арауыҡтары өлкәләрендә дифференциацияланған функцияларҙың метрик һәм топологик үҙенсәлектәре өлкәһендәге ғилми күрһәткестәргә өлгәшә.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәскәү математика йәмғиәтенең йәш математиктар премияһы (1953);
  • СССР Дәүләт премияһы (1988);
  • Соросовскийҙың атҡаҙанған профессоры исеме — педагогика өлкәһендәге уңыштары өсөн һәм юғары мәктәп һәм педагогик эшмәкәрлегенә индергән өлөшө өсөн (1994);
  • МАИК премияһы «Фән/Интерпериодика» 5 томдағы юғары мәктәптәрҙең математик анализ буйынса уҡытыу-методик комплекты өсөн (1996);
  • Европа фәндәр Академияһының Блез Паскаль исемендәге миҙал;
  • К. Д. Ушинский.исемендәге миҙал.
  • Кудрявцев Л. Д. Курс математического анализа в 3 томах. — 2003. — ISBN 5-7107-4119-1.
  • Кудрявцев Л. Д., Кутасов А. Д., Чехлов В. И., Шабунин М. И. Сборник задач по математическому анализу. — Физматлит, 2003. — Т. 1. Предел. Непрерывность. Дифференцируемость. — 496 с. — ISBN 5-9221-0306-7.
  • Кудрявцев Л. Д., Кутасов А. Д., Чехлов В. И., Шабунин М. И. Сборник задач по математическому анализу. — Физматлит, 2003. — Т. 2. Интегралы. Ряды. — 504 с. — ISBN 5-9221-0307-5.
  • Кудрявцев Л. Д., Кутасов А. Д., Чехлов В. И., Шабунин М. И. Сборник задач по математическому анализу. — Физматлит, 2003. — Т. 3. Функции нескольких переменных. — 472 с. — ISBN 5-9221-0308-3.