Эстәлеккә күсергә

Кузнецов Лев Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузнецов Лев Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Ләнкәран, Ленкоранский уезд[d], Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 13 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам, скульптор
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Кузнецов Лев Владимирович (5 март 1923 йыл — 13 август 1992 йыл) — скульптур— монументалист. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1978) — Өфө ҡалаһындағы «Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы батырҙарына һәйкәл» скульптора композицияһы өсөн.

Лев Владимирович Кузнецов[1]. 1923 йылдың 5 мартында Ләнкәранда (Әзербайжан) тыуған. 1963 йылда Ленинград ҡалаһындағы Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтын тамамлай. 1963 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Төп әҫәрҙәре: На привале, гипс тон., 1964. Гюльназира, известняк, 1964. Красный башкир, песчаник, 1967. Конница, гипс тон., 1964. Уралочка, кварц, 1967. Һыбайлылар, алюминий, 1967. Революция һәм Граждандар һуғышы геройҙарына, бронза, һәйкәл Өфө ҡалаһында ҡуйылған, 1975.

  • Республика, Өфө, 1964, 1969, 1971, 1974, 1977.
  • «Социалистический Урал» зональ күргәҙмәһе: Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдарының әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
Октябрь Революцияһы һәм Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл

Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл Өфөлә 1975 йылдың 29 апрелендә асыла. Скульптураның дөйөм бейеклеге — 12 метр, фигураларҙың бейеклеге — 9 метр. Һәйкәлдең бронзанан эшләнгән өлөштәре — 95 тонна. Монумент авторы — Лев Кузнецов, шулай уҡ ижади яҡтан архитектор Александр Семенов ҡатнаша. Тотоп торған конструкциялар, постаменттар, фундаменттарҙың инженерлыҡ расчеттарын инженер-конструктор Александр Коткин башҡара. Һәйкәлде ижад итеү эше туғыҙ йыл дауам итә. Скульптура төркөмө Ленинградта «Монумент-скульптура» заводында ҡойола.

  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа. 1976.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.