Лаврентьева Софья Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лаврентьева Софья Ивановна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 11 (23) апрель 1836[1]
Тыуған урыны Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1918[1]
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе[1]
Һөнәр төрө прозаик, мемуарист
Уҡыу йорто Смольный институт благородных девиц[d]

Лаврентьева Софья Ивановна (11 апрель (23 апрель) 1836 йыл— яҡынса 26 сентябрь 1918 йыл) — рус балалар яҙыусыһы, мемуарсы, рәссам һәм журналист.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Софья Ивановна Лаврентьева 1836 йылда Өфөлә тыуа, әммә бер йылдан һуң ғаилә Тубыл ҡалаһына күсеп килә, унда Софьяның атаһы Иван Степанович граждандар суды палатаһының рәйесе вазифаһын ала. 1842 йылда Иван Степанович вафат була, һәм ғаилә Петербургҡа күсенеп килә[2]. Софья затлы ҡыҙҙарҙың Смольный институтында һәм юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡый (1871 йылда). Театр һәм музыка менән мауыға, күп мәшһүр актер һәм музыканттар менән таныш була, трагик Э Росси тураһында китап авторы («50 лет артистической деятельности Э. Р.» (СПб., 1896)), ул ысынында урыҫ теленә тәржемә ителгән Россиҙың үҙенең ҡабаттан эшкәртелгән мемуарҙары була. Рәсәй һәм Европа буйлап күп сәйәхәт итә, мәҙәниәт һәм география тураһында очерктар һәм юл яҙмалар баҫтыра, улар араһында «В Крыму с детьми» (Спб., 1886), «Одинокий. Король Людвиг II Баварский и его замки» (М., 1914) (тарихсы М.И. Залесский һүҙҙәре буйынса , китап Лаврентьеваның Людвиг II шәхсән белгән кешеләрҙән мәғлүмәттәр алыуы, король хеҙмәтселәренең хәтирәләре һәм шул дәүерҙең замоктар күренешенең ентекле тасуирламалары уның тарафынан беренсе тапҡыр тәржемәләнеүе арҡаһында ҡиммәтле сығанаҡ булып тора[3] һ. б.

Балалар яҙыусыһы булараҡ 1873 йылда «Балалар уҡыуында» беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ҡыҫҡа хикәйәләр һәм шиғырҙар яҙа, атап әйткәндә «Малым деткам. 30 рассказов, в которых для облегчённого первоначального чтения все слова содержат не более одного и двух слогов» (М., 1912)[4] циклы авторы. Яҙыусының сәйәхәттәргә ынтылышы «По белу свету. Путешествие Вани и Сони за границу» (М., 1900) китабының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, китап балалар өсөн Европа буйынса белешмә булып тора. Өлкәнерәк йәштәге балаларға «Добрые души» (М., 1901) һәм «Из жизни» (М., 1903) хикәйәләр йыйынтығы арналған. Байройтта Р. Вагнерҙың «Парсифаль» операһын тыңлап, балалар өсөн Парцифаль тураһында риүәйәттәр яҙа (1914).

Шулай уҡ рәссам булараҡ билдәле, 1860 йылда Петербург Рәсем төшөрөү мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар бүлегендә уҡый. 1881 йылда Тургенев И. С. барельефын эшләй (хәҙер Пушкин йортонда), тәүҙә яҙыусының фотоһүрәтен ҡуллана, ә тамамланыу этабында натуранан эшләп (эште ҡарап һәм хуплап, Тургенев бер һында тороуға ризалаша)[5]. Рәсем төшөрөү мәктәбендә уҡыуы («Русская старина», 1889, № 11) һәм Тургенев менән аралашыуы («Историческая вестник», 1896, № 9) тураһында хәтирәләр ҡалдыра.

Ғүмере аҙағында «Пережитое» (СПб., 1914) хәтирәләр китабын сығара. Уҡыусылар, шул иҫәптән провинциаль матбуғат та китапҡа баһа бирә[6]: «Был китапта шул тиклем яҡты изгелек һәм күңел йылылығы һибелгән, сөнки уны уҡып, нисектер әхлаҡи яҡтан йылынаһың һәм йөрәк менән ял итәһең» («Пермские ведомости»)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Русские писатели 1800—1917: Биографический словарь / под ред. П. А. НиколаевМәскәү ҡалаһы: 1994. — Т. 3: К—М. — 592 с.
  2. Русские писатели. 1800—1917. Биографический словарь. К—М / Главный ред. П. А. Николаев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. — Т. 3
  3. Замки баварского короля / Мария Залесская. — Москва : Вече, 2009
  4. Несколько слов о творчестве С. И. Лаврентьевой // И. Чудасов, Введенская сторона, № 1-2012
  5. Иван Сергеевич Тургенев: Жизнь. Искусство. Время: альбом / авт.-сост. Ю. П. Пищулин. — Москва: Советская Россия, 1988
  6. А. Налимовъ. С. И. Лаврентьева. Пережитое (Изъ воспоминаній) // Исторический вестник, 1915
  7. Литературная жизнь России конца XIX — начала XX веков на страницах пермской периодической печати (1890—1917 гг.) : аннотированный библиографический указатель : библиографический справочник / сост. Абашев В. В., Кустов В. А., Масальцева Т. Н. — Пермь : Изд-во Пермского университета, 2007. С. 109, № 785

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Крылова Г. А. ЛАВРЕ́НТЬЕВА Софья Ивановна // Русские писатели, 1800—1917 : Биографический словарь / гл. ред. П. А. Николаев. — М. : Большая российская энциклопедия, 1994. — Т. 3 : К—М. — С. 260—261. — 592 с. — (Сер. биогр. словарей: Русские писатели. 11—20 вв.). — 40 000 экз. — ISBN 5-85270-011-8. — ISBN 5-85270-112-2 (т. 3).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]