Лайка (космонавт-эт)
Лайка | |
рус. Лайка | |
Был таксон организмы | C. familiaris[d] |
---|---|
Зат | инә зат[1] |
Ҡушамат | Кудрявка, Жучка, Лимончик, Muttnik[1], Curly һәм Frisette |
Тыуған көнө | 1954 |
Тыуған урыны | Мәскәү, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 ноябрь 1957[2][3] |
Вафат булған урыны | Спутник-2[d][4] |
Үлем сәбәбе | солнечный удар[d][4] |
Һөнәр төрө | Космонавт |
Масса | 6 килограмм[1] |
Частота сердечных сокращений | 103 ударов в минуту, 240 ударов в минуту[1] һәм 102 ударов в минуту |
Кем хөрмәтенә аталған | лай[d] |
Ил | СССР |
Лайка Викимилектә |
Лайка (1954 йыл-3 ноябрь 1957 йыл) — эт-космонавт, Ер орбитаһына индерелгән тәүге хайуан. Йыһанға 1957 йылдың 3 ноябрендә Мәскәү ваҡыты менән «Спутник-2» совет космос карабында иртәнге 5 сәғәт 30 минутта ебәрелә. Ул ваҡытта Лайкаға өс йәш тирәһе була. Лайканың Ергә ҡайтыуы йыһан аппараты конструкцияһында ҡаралмаған..Эт, орбитала бер аҙна самаһы йәшәр тип күҙалланһа ла, артыҡ йылытыуҙан 5-7 сәғәт үткәс, осош ваҡытында һәләк була[5]
Спутник-2
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лайка осорға тейеш булған "Спутник-2 герметик кабинаһын проектлауҙа конструкторҙарҙан тыш медиктар һәм инженерҙар: В. И. Данилико, А. Л. Гребенев, В. С. Георгиевский, В. Г. Буйлов һәм А. И. Афанасьевтар ҡатнаша. Герметик кабина ҡабарынҡы төбө менән цилиндрға оҡшаған. Салонда автоматик электр тәьмин итеү системаһы, кондиционер системаһы, регенерация ҡоролмаһы була. 7 тәүлеккә иҫәпләнгән һауа регенерацияһы ҡоролмаһы юғары актив химик берләшмәләр пластиналарынан тора, улар аша һауа кислород менән байытыу һәм һыу парын, углекислый газды сығарыу өсөн үтә. Регенерация ҡоролмалары эттең һул һәм уң яғында махсус тышлыҡтарҙа урынлаштырыла. Уларҙы эшләү А. Д. Серяпин һәм З. С. Скуридина шөғөлләнә. «Биофизприбор» берекмәһе хайуан физиологияһы мәғлүмәттәрен яҙыу өсөн KMA-01 ҡоролмаһы эшләү менән шөғөлләнә. КМА-01 импульс, һулыш алыу тиҙлеге, ҡан баҫымы, электрокардиограмма һәм тән температураһын теркәй ала[5]
Ашатыу автоматы автомат контейнер булып тора, уның герметик күҙәнәктәрендә желе һымаҡ туҡлыҡлы ҡатнашма була. Автомат тәүлегенә ике тапҡыр аҡһымдар, майҙар , углеводтар витаминдар менән бай аҙыҡ һәм һыу һалынған контейнерҙың ҡапҡасын . аса . Ашатыу автоматын булдырыу менән бер рәттән этте туҡландырыуҙың оптималь рационы ла эшләнә.
Әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этте осошҡа әҙерләү һәм һайлап алыу Хәрби-һауа көстәренең Авиация медицинаһы ғилми-тикшеренеү һәм һынау институтында (НИИ АМ ВВС — Хәрби-һауа көстәренең АМ ҒТИ)) үткәрелә.[6] Йыһанға осоу хәүефһеҙлеген раҫлау маҡсатында эксперименталь осороуҙарға сысҡандар, ҡомаҡтар, һәм эттәр тәҡдим ителә. Маймылдар менән осоу варианты ла ҡарала, әммә һайлау эттәргә төшә, сөнки улар маймылдарға ҡарағанда яҡшыраҡ өйрәтеүгә (дрессировака) тиҙ бирелә һәм үҙҙәрен тынысыраҡ тота. Конструкторҙар осорға тейеш булған эттәрҙең ауырлығын 6-7 кг тип билдәләй, ләкин бәләкәй тоҡомло эттәр осоу өсөн яраҡһыҙ була: йыш ҡына улар нәзберек, ашауға артыҡ талапсан һәм сыҙамлы түгел. Шуға ла эттәрҙе приюттан, йортһоҙ хайуандар араһынан, һайлағандар.. Кино, фото һәм телевидение ҡорамалдары белгестәре тәҡдиме буйынса аҡ эттәрҙе һайларға ҡарар ителә, сөнки кадрҙа аҡ эттәр яҡшыраҡ күренә. Һуңынан улар барокамералар, центрифугалар һәм вибростенд һөҙөмтәләре ббуйынса һайлап алына.[7].
10 эттең[8] өсөһө бортында тере йән эйәһе менән беренсе йыһанға осоуға дәғүә итә: Альбина, Муха һәм Лайка. Альбина 2 суборбиталь осош яһаған була, уны ҡыҙғаналар, сөнки ул быуаҙ була һәм уны дублёр итеп ҡалдыралар, ә Муханы аяҡтарының еңелсә кәкрелеге арҡаһында һайламайҙар, сөнки фотоһүрәттәрҙә йәмһеҙ күренер, тип күҙаллана.. Уны «технологик эт» иткәндәр — ҡорамалдарҙың һәм төрлө системаларҙың эшен тикшереү өсөн ҡулланғандар.
Эттең ысын ҡушаматы Кудрявка була, ләкин персонал уны, яңғырауыҡлы өргәне өсөн, Лайка тип үҙгәртә. Осош алдынан Лайккаға операция яһайҙар, ҡабырғаларына тын алыу датчиктары һәм йоҡо артерияһы эргәһендә пульс датчигы ҡуйыла. Һуңғы этапта эттәрҙе контейнер макетында оҙаҡ ваҡыт күнектерәләр. Лайка Байконурҙа, булған саҡта бер нисә сәғәткә кабинаға ултырталар, ул аҙыҡ һауытына, датчиктарға, комбинезон кейеүгә , ассенизация ҡоролмаһына һәм ябыҡ арауыҡта булыуға күнегергә тейеш була. Лайканың комбинезоны контейнерға бәләкәй арҡандар менән беркетелә. Уларҙың оҙонлоғо Лайкаға ятып һәм ултырып торорға, шулай уҡ бер аҙ артҡа—алға хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә. Арҡандарҙың аҫҡы өстән бер өлөшөндә контактлы-реостатлы датчиктар тора, уларҙың тәғәйенләнеше хәрәкәт әүҙемлеген теркәү була[5]
1957 йылдың 31 октябрендә иртән спутникҡа ултырыуға әҙерлек башлана. Лайканың тиреһен шыйыҡландырылған спирт менән эшкәртәләр, сымдарҙың датчиктарҙан сыҡҡан урындарын йод менән эшкәртәләр. Көн уртаһында Лайканы герметик камераға ултырталар, төнгө сәғәт берҙә уны ракетаға урынлаштыралар. Осош алдынан камераны герметикһыҙландырырға һәм эткә һыу эсергә рөхсәт итергә тура килә: күҙәтеүсе медицина персоналына эт эсергә теләй кеүек тойола[9].
Лайканың осошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Спутник-2 3 ноябрь 1957 йылда осорола. Телеметрия мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, артыҡ йөкләнештән һуң, Лайка ауырлығын юғалтҡанда, уның пульс тиҙлеге нормала һәм хәрәкәт әүҙемлеге уртаса кимәлдә була..Ләкин пульсты нормалләштереү ерҙәге тәжрибәләргә ҡарағанда 3 тапҡырға оҙағыраҡ ваҡытты ала. Электрокардиограммала ниндәй ҙә булһа патологик үҙгәрештәр күрһәтелмәй.[10]
Лайка Ер тирәләй 4 әйләнеш дауамында тере була. Спутник майҙанын иҫәпләүҙә хата һәм терморегуляция системаһы булмау сәбәпле, был ваҡыт эсендә температура 40 °C тиклем күтәрелә. Эт эҫелектән вафат була[11][12]. Спутник үҙе Ер тирәләй 2370 әйләнеш яһай, һуңынан атмосферала 1958 йылдың 14 апрелендә яна[13]. Үҙәк Комитеттың һәм Министрҙар Советының махсус комиссияһы Лайканың проект хатаһы арҡаһында һәләк булыуына ышанмай, ерҙә лә ошондай уҡ шарттарҙа тәжрибә үткәрергә бойора, һөҙөмтәлә тағы ла 2 эт һәләк була.
Реакция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР матбуғаты сараның әһәмиәтен шунда уҡ аңлап еткермәй. ТАСС рәсми рәүештә шул уҡ көндө «Спутник 2»-нең осролоуы тураһында хәбәр итә, әммә мәҡәләлә тәүге тапҡыр бөтә тикшеренеү ҡорамалдары һанап кителә һәм тик аҙағында ғына бортта Лайка исемле эт булыуы тураһында яҙыла. Көнбайыш матбуғатында ул сенсацияға әүерелә.. Мәҡәләләрҙә эт менән һоҡланыуҙарын белдерәләр һәм шул уҡ ваҡытта уның өсөн борсолалар. «Донъялағы иң шаҡ ҡатырғыс, яңғыҙ, иң бәхетһеҙ эт», — тип яҙа The New York Times 1957 йылдың 5 ноябрендә сыҡҡан сығарылышында.
7 көн дауаманында СССР үлгән эттең хәле тураһында мәғлүмәт тапшыра. Старттан һуң бер аҙна үткәс кенә, СССР Лайканы йәнәһе «йоҡлатыуҙары» тураһында хәбәр итә. Был көнбайыш илдәрендә хайуандар хоҡуҡтарын яҡлаусылар яғынан бығаса күрелмәгән тәнҡит утына дусар була. Кремль хайуандарға ҡарата рәхимһеҙлеккә ҡаршы протест белдереүсе хаттар ала һәм хатта Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Н. С. Хрущёвтың үҙен эт урынына йыһанға ебәреү буйынса мыҫҡыллы тәҡдимдәр ебәрелә. Ул ваҡытта йәшәгән инглиз акушер-гинекологы үҙенең "Ҡурҡыуһыҙ бала табыу " китабында Грентли Дик-Рид Европаның реакцияһын һүрәтләй:
… Был урыҫтар йыһан аппараты бортында йыһанға ебәргән бәләкәй эттең фотоһүрәте ине. Эттең алғы һәм артҡы аяҡтарын ҡайыш менән бәйләгәндәр, ә йөҙөндә ҡорбан сағылышы туңған. Сылбырҙа булһа ла, яһалма туҡланыу һәм кислород менән тәьмин ителә. Хәтеремдә, был ҡурҡыныс фотоһүрәтте таныш врач минең танау аҫтына һалып, йөҙөмә ҡарап: "Һеҙгә был нисек оҡшай? — тигәйне[5].
Лайканы әҙерләүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр эттең үлемен психологик яҡтан ауыр кисерә. Совет физиологы О. Г. Газенко Лайканы осороп ебәргәндән һуң үҙенең психологик хәле тураһында һөйләй:[14] Башлап
Осороп ебәреү һәм мәғлүмәт ҡабул итеү— барыһы ла бик яҡшы. Әммә был Лайканы кире ҡайтара алмауыңды, унда үлеүен, бер нимә лә эшләй алмауыңды, уны бер кемдең дә, миндең дә, бер кемдең дә кире ала алмауын аңлағас, сөнки уны кире ҡайтарыу системаһы юҡ, был бик ауыр тойғо. Космодромдан Мәскәүгә ҡайтҡас, күпмелер ваҡыт ҡыуаныс кисерҙем: радиола һәм гәзиттәрҙә сығыш яһап, ҡаланан сығып киттем. Аңлайһығыҙмы? Мин ниндәйҙер үҙемә аулаҡ урын эҙләнем, яңғыҙ ҡалырға теләнем.
СССР-ҙа эт-космонавттың үлеменә көтөлмәгән көслө кире реакцияға яуап итеп, «Лайка» тәмәкеһе сығарыла.[15] Лайка совет ракета программаһында осоу программаһында һынаусының иҫән ҡалыуын күҙ уңында тотмаған берҙән-бер эт була. Элекке эксперименттарҙа осоролған геофизик ракеталарҙың айырыла торған контейнеры була, ул парашютта йомшаҡ ҡына төшә. Артабан сығарылған бөтә аппараттарҙың да төшөү аппараты була. Лайканың осоуы ғәҙәттән тыш хәл булып ҡала. 1956 йылдың башында эт орбиталь осош яһай алырлыҡ һәм Ергә кире ҡайтырлыҡ аппарат булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, һәм 1957 йылдың 4 октябренә тиклем кире ҡайтыу мөмкинлеге булмаған эттәрҙе осошҡа ебәреү планлаштырылмай[16].
Беренсе спутникты осороу бөтә донъя резонансына килтерә. Спутник орбитаға уңышлы сыға һәм беренсе тапҡыр эшләй башлай, шуға күрә осороуға әҙер ракета-дублёр ҡала. Шулай итеп, киң фәнни программа ярҙамында уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә, Һәм Октябрь социалистик революцияһының 40 йыллығына быны эшләү мөһим була. 11 октябрҙә «биообъект» менән спутникты осороу тураһында ҡарар ҡабул ителә, һәм икенсе спутник авраль режимда йыйыла. Ебәрелгән аппарат өҫтөндә эште тамамлау өсөн тағы бер нисә йыл талап ителә, шуға күрә программа тамамланғас, эттең үлеменә альтернатива булмай.[16]
Осоштоң әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эксперимент тере йән эйәһенең орбитала йәшәй һәм ауырлыҡ юғалтыуҙы кисерә алыуын раҫлай. Имен-аман ҡайтҡан тәүге хайуандар орбиталь йыһан осошо эттәр булған Белка һәм Стрелка. Совет ғалимдары ул йылдарҙа йыһан һынауҙары өсөн эттәрҙе, Америка маймылдары-шимпанзеларҙы һайлай. 2008 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙәге Петровск-Разумов аллеяһында космос тәжрибәһе әҙерләнгән Хәрби медицина институты территорияһында Лайкаға ике метр бейеклегендәге һәйкәл ҡуйыла. Йыһан ракетаһында Лайка ғорурлыҡ менән баҫып тора[5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белка и Стрелка
- «Спутник» программаһы
- Ветерок и Уголёк
- Йыһандағы эттәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.espace-sciences.org/planetarium/article/l-extraordinaire-histoire-de-laika
- ↑ https://www.abc.es/historia/abci-calor-estres-y-deshidratacion-dolorosa-muerte-laika-urss-convirtio-exito-espacial-201903112113_noticia.html?ref=https%3A%2F%2Fwww.google.com%2F
- ↑ https://www.infobae.com/historias/2021/11/04/la-terrible-historia-de-laika-la-perra-que-los-rusos-mandaron-al-espacio-sabiendo-que-iba-a-morir/
- ↑ 4,0 4,1 http://news.bbc.co.uk/2/hi/sci/tech/2367681.stm
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Д. Писаренко. «Ей жить осталось недолго». Как Лайка проложила людям дорогу в космос . Аргументы и факты (11 март 2022). Дата обращения: 11 апрель 2024.
- ↑ Жданко И. М., Ворона А. А., Лапа В. В. и др. НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКОМУ ИСПЫТАТЕЛЬНОМУ ЦЕНТРУ АВИАЦИОННО-КОСМИЧЕСКОЙ МЕДИЦИНЫ И ВОЕННОЙ ЭРГОНОМИКИ - 80 ЛЕТ (рус.) // Военно-медицинский журнал. — 2015. — Т. 336. — № 3. — С. 68—75. — ISSN 0026-9050. «С 1947 по 1961 г. было подготовлено и осуществлено 28 пусков геофизических ракет, полёты двух искусственных спутников Земли (в том числе с собакой Лайкой на борту)», с. 71.
- ↑ Я. Голованов. Королёв: факты и мифы. — М.: Наука. — 1994 — Гл. 58.
- ↑ Лайка — первый космонавт планеты Космическая энциклопедия ASTROnote
- ↑ Я. Голованов. Королёв: факты и мифы. — М.: Наука. — 1994 — Гл. 58.
- ↑ Лайка — первый космонавт планеты 2023 йыл 25 сентябрь архивланған. Космическая энциклопедия ASTROnote
- ↑ Siddiqi, Asif A.. Sputnik and the Soviet Space Challenge, Gainesville, Florida. The University of Florida Press, 2003, p. 174. ISBN 0-8130-2627-X
- ↑ Газенко О. Г., Гребенев А. Л. Отчет НИИАМ по теме: Исследование устойчивости животных (собак) к действию повышенной температуры среды — М., 27 с., 1958.
- ↑ Первушин А. И. 108 минут, изменившие мир. М.: Эксмо, 2011. — 528 с.: ил. ISBN 978-5-699-48001-2. Стр. 179
- ↑ Полёты на кораблях-спутниках Космическая энциклопедия ASTROnote.
- ↑ Черток Б. Е. Ракеты и люди. Фили — Подлипки — Тюратам. 2-е изд. — М.: Машиностроение, 1999. — 448 с.: ил. ISBN 5-217-02935-8
- ↑ 16,0 16,1 Андрей Суворов Лайка: единственная собака, отправленная в космос погибать // The Insider, 10 января 2020 12:31 / Популярная Механика, № 11, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кешенең йыһанға осоу мөмкинлеген фәнни нигеҙләү һәм уларҙы медицина-биологик әҙерләү
- Улар йыһанға юл һалды Роскосмос Телестудияһы
- Д. Писаренко. «Ей жить осталось недолго». Как Лайка проложила людям дорогу в космос . Аргументы и факты (11 март 2022). Дата обращения: 11 апрель 2024.