Лебедев Порфирий Маркович
Лебедев Порфирий Маркович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 16 февраль 1882 |
Вафат булған көнө | 3 декабрь 1974 (92 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Самарская духовная семинария[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Лебедев Порфирий Маркович (16 февраль 1882 йыл — 3 декабрь 1974 йыл) — рәссам, башҡорт һынлы сәнғәт классиктарын әҙерләгән педагог, Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порфирий Маркович Лебедев 1882 йылдың 16 февралендә Һамар губернаһы (Һарытау өлкәһе) Николаевск өйәҙенең Кармешки ауылында священник ғаиләһендә тыуған. Буласаҡ рәссамдың атаһы, Марк Семенович, Порфирий суҡындырылған Иоанно-Предтеченский соборында дьяк була, әммә һуңынан алкоголь менән мауығыуы арҡаһында урынынан алына. Аҡылына килеп, ғаилә башлығы ҡаланың мал һуйыу урынында иҫәп эше менән булып, аҡса эшләй. Әсәһе, Александра Ниловна, бер ваҡытта ла эшләмәгән, тик йорт хужалығын алып барған һәм балалар тәрбиәләгән. Балалар күп була. Порфирий Маркович ғаиләлә һигеҙенсе бала була.
Порфирийҙың һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге дини училищела барлыҡҡа килә, унда ата-әсәһе уны дин әһеленә уҡырға биргән булалар.
1905 йылда Порфирий Маркович Һамар дини семинарияһын, аҙаҡ Санкт-Петербургта шәхси һүрәт төшөрөү мәктәбен (етәксеһе Я. С. Гольдблат), Санкт-Петербургта педагогия курстарын, художество академияһын (етәксеһе А. В. Маковский, 1909) тамамлай.
1906 йылдан алып 1918 йылға тиклем, 1932 йылдан алып 1958 йылға тиклем осорҙарҙа Порфирий Лебедев Башҡортостанда йәшәй
1906—1910 йылдарҙа Благовещен Заводы ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһы) рәсемдән уҡыта, Уҡытыусылар семинарияһының изостудияһын етәкләй. 1910 йылдан алып Өфө ирҙәр гимназияһында график сәнғәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1912 йылда Германияла художество белеме мәсьәләләре буйынса 4-се Халыҡ-ара конгресс эшендә ҡатнаша. 1912 йылда ул Дрезденға бөтә донъя күргәҙмәһенә уҡыусыларының эштәрен алып килә. Ул шулай уҡ Новосибирскиҙа һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт, балалар һәм өлкәндәр өсөн әүәләү студияһы ойоштора.
1912 йыл—1918 йыл йылда Өфө уҡытыусылар институтында һәм реаль училищела уҡыта. 1915 йылда Өфөлә изостудия ойоштора.
Үҙенең эштәрен передвижниктар күргәҙмәһенә (1914—15), "Жизнь- творчество" (1924), "Жар-цвет" (1929), Рәсәй графиктар ассоциацияһына (1920), Рәсем сәнғәтен һөйөүселәрҙең Өфө йәмғиәтенә (1916—18) ҡуя. 1918—1919 йылдарҙа агитпоезд менән Себергә бара.
1920 йылдан 1932 йылға тиклем РСФСР-ҙың төрлө ҡалаларында, шул иҫәптән 1922 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй. Бында ул Свердлова Клавдия Тимофеевна саҡырыуы буйынса ВЦИК хеҙмәткәрҙәренең Кремль мәктәбендә рәсем төшөрөү дәрестәрен алып бара, Ҡыҙыл профессура институтында уҡыта, «Мурзилка» журналы һәм «Пионерская правда» гәзите өсөн күңелле һүрәттәр төшөрә. Бынан тыш Порфирий Маркович етди картиналар яҙа, уларҙың авторҙары булараҡ, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ошо осорға Лебедевтың, уҡыусылары менән этюдтарға сығып, эш һәм ял минуттарында эшләгән күп жанр эштәре ҡарай.
1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
1937 йылда П. М. Лебедев репрессиялана, Рәссамдар союзынан сығарыла. Ул ҡулға алына һәм ялған ғәйепләү ҡарары менән Гулагҡа оҙатыла. Репрессия рәссамдың уңышлы карьераһын юҡҡа сығара, сәнғәт һәм тормошонан Порфирий Лебедев ете йылға айырылып тора. 1943 йылда Порфирий Марковичты көтмәгәндә азат итәләр, ләкин хоҡуҡтары тергеҙелмәй. Өфө ҡалаһы янында осраҡлы эш хаҡына йәшәй, һүрәттәр эшләй.
1944 йылдан 1957 йылға тиклем ул Өфөлә һәм Иглин районының Князево ауылында айырым режимда була, "Башрәссам" ширҡәтендә эшләй (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының Художество фонды), Өфө театр-художество училищеһында (1945—46), аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумында (1945—47), Өфө нефть институтында (1948) уҡыта. «Учебник по черчению для технических вузов» баҫма хеҙмәте бар (1956).
Лебедев дәрестәренән һынлы сәнғәткә үҙ юлын башҡорт рәссамдары Р. М. Нурмөхәмәтов, К. А. Головченко, С. А. Литвинов, Ю. А. Фуртат, Ғ. И. Мөхәмәтшин, Б. Ф. Домашников, А. А. Кузнецов һ. б. башлай.
1957 йылда аҡланғандан һуң Лебедев Мәскәүгә күсә. Тик унда уны Рәссамдар союзына 1966 йылда ғына тергеҙәләр.
1957, 1959 һәм 1971 йылдарҙа башҡорт рәссамдары төркөмө менән Лебедев Башҡортостан һәм һәм Вологда өлкәһенә ижади сәйәхәт ҡыла.
Шәхси күргәҙмәләре 1965 йыл һәм 1983 йылда Өфөлә, 1973 йылда Мәскәүҙә үтә. 1973 йылда 200-ҙән ашыу эшен (рәсемдәр, акварелдәр) Порфирий Маркович М. В. Нестеров исемендәге художество музейына бүләк итә. 1974 йылдың 3 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.
П. Лебедевтың картиналары Дәүләт Третьяков галереяһында ("Новенькая в детдоме", 1933 й.), М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Мәскәүҙә Үҙәк Тарихи музейында, Дәүләт Революция музейында ("Ведут на разгрузку баржи - буржуазию", 1922), В. А. Гиляровский музейында һаҡлана.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Передвижниктар ширҡәте күргәҙмәләре, 1914—1915 йылдар.
- «Рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте» күргәҙмәләре, Өфө, 1914—1918 йылдар
- "Совет власына 15 йыл" күргәҙмәһе (1932)
- "Рәсәй Федерацияһы рәссамдары ун биш йыл эсендә" (1933)
- Мәскәү рәссамдары күргәҙмәһе (1936)
- "Совет Рәсәйе" күргәҙмәләр серияһы
- Республика күргәҙмәләре, Өфө, бөтә 1937—1955 йылдарҙа.
- Эштәренең шәхси күргәҙмәләре, Өфө, 1965, 1983 й.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. Лебедевтың мираҫы бик бай[1]. Төп эштәре: "Башкирские праздники" серияһынан эштәре (х., м. 1970), "Ленин в Уфе" (х., м. 1960-е), "Башкирия и её герой Салават" (х., м. 1945), "Пейзажи Башкирии" (б., акв. 1958, 1965), "Архитектурные мотивы Москвы" (б., акв., 1957-70) серияһынан эштәре.
В стане Салавата, х. м., 1938. Пейзажи Башкирии, бум. акв., 1938-1958. Натюрморттар, портреттар, акварелдәр, 1940—1965.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э.П.Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://encycl.bash-portal.ru/lebedev_p.htm(недоступная ссылка)