Эстәлеккә күсергә

Серёгин Леонид Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Леонид Серёгин битенән йүнәлтелде)
Серёгин Леонид Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Лапышты ауылы, Инйәр ауыл Советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө инженер, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
премия Совета Министров СССР

Серёгин Леонид Алексеевич (1 апрель 1944 йыл) — инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2000 йылдарҙа Белорет ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).

Леонид Алексеевич Серёгин 1944 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районының Лапышты ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда Белорет ҡалаһындағы тимер-бетон изделиелары заводының ағас эшкәртеү цехында балта оҫтаһы булып башлай.[2]

1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтына[3] уҡырға инә һәм 1969 йылда уның сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө факультетын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.

1969—1971 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре сафында хәрби хеҙмәттә була.

1971—1977 йылдарҙа «Череповецметаллургстрой» тресында эшләй: прораб, өлкән прораб, баш инженер һәм трестың төҙөлөш идаралығы начальнигы була.

1977 йылда тыуған яғына ҡайта һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Белорецкметаллургстрой» тресында дауам итә. Бында ул 3-сө төҙөлөш идаралығы начальнигы, трестың баш инженеры һәм идарасыһы булып эшләй.

1994 йылдың 25 апрелендә Леонид Алексеевич Серёгин Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[4] һәм бында 2000 йылғаса эшләй. Ҡала хакимиәте структураһын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле 2000 йылдың 26 июнендә Республикаһы Президенты Указы менән ул был вазифанан бушатыла[5].

2000 йылдан Белорет металлургия комбинатында: капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы, 2002 йылдан — төҙөлөш буйынса директор.

2010—2013 йылдарҙа «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Мәскәү) төҙөлөш департаменты директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985)
  • Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационно-справочное издание. — Уфа: Торгово-промышленная палата Республики Башкортостан, 1998. — 363 стр. (рус.)