Серёгин Леонид Алексеевич
Серёгин Леонид Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 апрель 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Лапышты ауылы, Инйәр ауыл Советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | инженер, дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Серёгин Леонид Алексеевич (1 апрель 1944 йыл) — инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2000 йылдарҙа Белорет ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Алексеевич Серёгин 1944 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районының Лапышты ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда Белорет ҡалаһындағы тимер-бетон изделиелары заводының ағас эшкәртеү цехында балта оҫтаһы булып башлай.[2]
1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтына[3] уҡырға инә һәм 1969 йылда уның сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө факультетын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.
1969—1971 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре сафында хәрби хеҙмәттә була.
1971—1977 йылдарҙа «Череповецметаллургстрой» тресында эшләй: прораб, өлкән прораб, баш инженер һәм трестың төҙөлөш идаралығы начальнигы була.
1977 йылда тыуған яғына ҡайта һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Белорецкметаллургстрой» тресында дауам итә. Бында ул 3-сө төҙөлөш идаралығы начальнигы, трестың баш инженеры һәм идарасыһы булып эшләй.
1994 йылдың 25 апрелендә Леонид Алексеевич Серёгин Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[4] һәм бында 2000 йылғаса эшләй. Ҡала хакимиәте структураһын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле 2000 йылдың 26 июнендә Республикаһы Президенты Указы менән ул был вазифанан бушатыла[5].
2000 йылдан Белорет металлургия комбинатында: капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы, 2002 йылдан — төҙөлөш буйынса директор.
2010—2013 йылдарҙа «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Мәскәү) төҙөлөш департаменты директоры.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты
- Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981)
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационно-справочное издание.Серёгин Леонид Алексеевич
- ↑ Хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты
- ↑ О назначении Серегина Л.А. главой администрации города Белорецка. Указ Президента РБ от 25.04.1994 N УП-199. Информционный портал «Республика Башкортостан» 2019 йыл 11 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2019)
- ↑ Указ Президента РБ от 26.06.2000 N УП-394 «О главе Администрации города Белорецка Республики Башкортостан»: Освободить Серегина Леонида Алексеевича от должности главы Администрации города Белорецка Республики Башкортостан в связи с реорганизацией Администрации города Белорецка 2019 йыл 31 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2019)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационно-справочное издание. — Уфа: Торгово-промышленная палата Республики Башкортостан, 1998. — 363 стр. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Серёгин Леонид Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 март 2019)