Эстәлеккә күсергә

Лесь Курбас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лесь Курбас
укр. Лесь Курбас
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Украинская Народная Республика[d]
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме укр. Олександр-Зенон Степанович Курбас
Тыуған көнө 25 февраль 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Самбор[d], Королевство Галиции и Лодомерии[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия
Вафат булған көнө 3 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[3] (50 йәш)
Вафат булған урыны Сандармох, Повенецкое городское поселение[d], Медвежьегорск районы[d], Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Сандармох
Атаһы Степан Филиппович Курбас[d]
Әсәһе Ванда Адольфовна Яновичева[d]
Һөнәр төрө актёр, театр режиссёры, кинорежиссёр, режиссёр, театр белгесе, драматург, тәржемәсе
Эшмәкәрлек төрө Театр[4]
Эш урыны Государственный музыкально-драматический институт имени Н. В. Лысенко[d]
Березиль[d]
Уҡыу йорто Иван Франко исемендәге Львов милли университеты
Вена университеты
Ойошма ағзаһы Березиль[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
народный артист Украинской ССР Украинаның халыҡ артисы
Изображение памятной доски
 Лесь Курбас Викимилектә

Курбас Лесь (ысын исеме Александр-Зенон Степанович Курбас, укр. Лесь Ку́рбас, 25 февраль 1887 йыл, Самбор — 3 ноябрь 1937 йыл, Сандармох, Карелия) — Украина һәм СССР актёры, театр һәм кинорежиссёр.

Лесь Курбас 1887 йылдың 25 февралендә актёрҙар Степан Филиппович Курбас (сәхнә псевдонимы Янович) һәм Ванда Курбас ғаиләһендә тыуған. Тернополь украин гимназияһында уҡый, үҙешмәкәрлектә ҡатнаша. 1907 йылдан Вена университетының философия факультетында уҡый, бер йылдан Львов университетына күсә. 1909 йылда студент театрын ойоштора, унда баш режиссёр һәм актёр була. Университетты украинлаштырыу талаптары өсөн ҡыуыла. Һуңғараҡ Вена университетында тергеҙелә, уны бер үк ваҡытта Вена консерваторияһы ҡарамағындағы драма мәктәбендә уҡып тамамлай.

Гнат Хоткевичтың Гуцул театрында, «Руська бесіда» йәмғиәтенең Львов театрында эшләй. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Тернополгә күсә, 1915 йылда унда «Тернополь театр кисәләре» стационар театрын ойоштора. 1917 йылда Николай Садовскийҙың саҡырыуы буйынса Киевҡа күсеп килә, унда театр студияһын ойоштора (һуңғараҡ «Йәш театр»). 1918 йылда - «Аҡ студия» әҙәби төркөмө ағзаһы.

1919 йылдың сентябрендә бейеүсе Валентина Чистяковаға өйләнә.

1922 йылдың мартында данлыҡлы «Березіль» театрын ойоштора (һуңыраҡ ул саҡтағы совет Украинаһы баш ҡалаһы Харьковҡа күсерелә). Шул уҡ йылда Одессала Чеховтың «Шведская спичка»[5] хикәйәһе (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, режиссер Николай Салтыков йәки Борис Лоренцо) буйынса Бөтә Украина фотокиноидаралығының беренсе уйын фильмын төшөрә[6].

1924 йылда Одессаға күсеп китә, унда «Вендетта» һәм «Макдональд» фильмдарын төшөрә.

1925 йылда һуңғы «Арсенальцы» киноновеллаһын төшөрә, һуңынан театрға ҡайта[7]. 1925 йылдың авгусында УССР-ҙың халыҡ артисы исемен ала.

«Украинлаштырыу» сәйәсәте туҡтатылғандан һуң «милли аҙғынлыҡтарҙа» ғәйепләнә, театр менән етәкселек итеүҙән ситләтелә.

1933 йылдың декабренән — Мәскәүҙә, Кесе театрҙа һәм Йәһүд театрында ҡуйыусы режиссёр булып эшләй. Ҡулға алыныуы алдынан Мәскәү, 3-сө Тверь-Ямск урамы, 12-се йорт, 5-се фатир адресы буйынса йәшәгән. 1933 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә «Украина хәрби ойошмаһы» эше буйынса ҡулға алына. 1934 йылдың 28 февралендә этап менән Харьковҡа ебәрелә. 1934 йылдың апрелендә УССР Дәүләт сәйәси идаралығы Коллегияһы ҡарамағындағы судтың өсәүһе тарафынан УССР Енәйәт Кодексының 54-11 статьяһы буйынса биш йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына хөкөм ителә. Срогын Белбалтлагтың 4-се бүлегендә үтә. Выгозеро лагпунктында, артабан Медвежьегорскта урынлаша, Белбалтлагтың Үҙәк театрында спектакль ҡуя. 1935 йылдың октябрендә Соловкиға ебәрелә. Кремль лагпунктында тора, лагерь театрында спектаклдәр ҡуя. Анзер лагпунктына күсерелә. 1937 йылдың 9 октябрендә Эске эштәр халыҡ комиссариатының идаралығының Махсус өсәүһе тарафынан иң юғары язаға хөкөм ителә. 1937 йылдың 3 ноябрендә Сандармох тип аталған урында атып үлтерелә. 1957 йылда Харьков өлкә суды һәм Төньяҡ хәрби округының Хәрби трибуналы тарафынан аҡлана. Курбастың символик ҡәбере Харьковта 13-сө ҡала зыяратында урынлашҡан.

2002 йылда Киевта Лесь Курбасҡа һәйкәл ҡуйыла.

  • 1922 — Шведская спичка[8] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — режиссер Николай Салтыков йәки Борис Лоренцо)[9]
  • 1924 — Вендетта
  • 1924 — Макдональд
  • 1925 — Арсенальцы

Художество етәксеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1924 — Сон Толстопузенко
  • Киевта Октябрҙең 50-йыллығы проспекты Лесь Курбас Проспекты тип үҙгәртелә.
  • Тернополь ҡалаһының почетлы гражданы
  • Львовта Владимир Кучинский һәм бер төркөм йәш актёрҙар тарафынан 1988 йылда Лесь Курбас исемендәге Львов йәштәр театры ойошторола.
  • Днепр ҡалаһында Лесь Курбас урамы.
  • Харьковта Courbas Les пабы бар[10].
  1. Record #30337440 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Haievsky V., Stech M. R., Наукове товариство імені Шевченка Kurbas, Les // Енциклопедія українознавства (укр.)(untranslated).
  3. 3,0 3,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Корниенко И. С. — Кино Советской Украины — 1975
  6. Миславский В. Н. Фактографическая история кино в Украине. 1896—1930. Том 1. 2016
  7. Корниенко И. С. — Кино Советской Украины — 1975
  8. Корниенко И. С. — Кино Советской Украины — 1975
  9. Миславский В. Н. Фактографическая история кино в Украине. 1896—1930. Том 1. 2016
  10. Крафт-паб «Les Courbas» // Успешный город 2021 йыл 10 апрель архивланған.
  • Мандельштам О. Березіль. Березиль (Из киевских впечатлений)// Мандельштам О. Слово и культура: Статьи. М.: Советский писатель, 1987, с.227-229, 230—232
  • Давыдов В. Г. Театральность режиссёрского искусства Л.Курбаса: поэтика и практика. (1983).