Липидтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Липиды битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Липидтар
Commons-logo.svg Липидтар Викимилектә

Липидтар (бор. грек. λίπος — туңмай) — тәбиғи органик матдәләрҙең ҙур бер төркөмө. Майҙар һәм май һымаҡ матдәләрҙе үҙ эсенә ала.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Май кислоталарының миҫалы: миристин (туйынған май кислотаһы) һәм миристолеин (туйынмаған монокислота) кислоталар, составтарында 14 углерод атомы
Фосфолипидтарҙың дөйөм төҙөлөшө
R1 и R² — май кислоталарҙың ҡалдығы, X-ың ҡиммәте фосфолипидтың тибына бәйле.

Липидтар — һыуҙа эремәгән, әммә бензинда, эфирҙа, ацетонда эреүсән органик матдәләр. Уларҙы ябай һәм ҡатмарлы липидтарға бүлеп йөрөтәләр.

Ябай липидтар спирт һәм май кислоталарынан төҙөлгән. Атомар составтары: углерод(С), водород(H) һәм кислород(O).

Ҡатмарлы липидтарҙы барлыҡҡа килтереүсе компоненттар булып спирт, юғары молекуляр төҙөлөшлө майҙар һәм башҡа матдәләр тора. Атомар составтары: углерод (С), водорода (H) һәм кислородтан (О) тыш башҡа химик элементтарҙа инә. Күберәк осраҡта: фосфор (Р), көкөрт(S), азот (N).

Липидтар барлыҡ күҙәнәктәрҙең дә состав өлөшөнә инәләр.

Биологик мембраналарҙың төп компоненты булараҡ, липидтар күҙәнәктәрҙең мөхит менән матдәләр алмашыуында ҙур роль уйнайҙар. Мембрана ферменттарының әүҙемлеген көйләүҙә ҡатнашалар. Нервы импульсын тапшырыуҙа, мускулдар ҡыҫҡарыуҙа, күҙәнәк-ара контакт булдырыуҙа, иммун процесстарында мөһим урын алып торалар.

Липидтар күҙәнәктең, организмдың энергетик резервы. Һыу үткәрмәҫ һәм йылы изоляциялаусы япма барлыҡҡа килтерәләр. Ағзаларҙы механик тәьҫирҙәрҙән һаҡлайҙар.

Липидтарға составында май кислоталары булмаған матдәләрҙән терпендар һәм стериндарҙы ла индерәләр. Күп липидтар аҙыҡ булып торалар. Сәнәғәттә һәм медицина өлкәһендә сеймал булып торалар.

Липидтар гидрофоб органик матдәләр. Органик эретмәләрҙә генә эрейҙәр.

Липидтар хайуан һәм үҫемлектәрҙең бөтә күҙәнәктәре составында бар. Улар күп күҙәнәкле структуралар составына ла инә.

Липидтарҙың иң киң таралғандары — майҙар. Майҙар күҙәнәктә, ғәҙәттә, күп түгел: 5—10 % (ҡоро матдәләрҙән).

Әммә ҡайһы бер күҙәнәктәрҙең 90%-ын майҙар тәшкил итә. Хайуандарҙа бындай күҙәнәктәр тире аҫтында, күкрәк биҙҙәрендә, ҡаҙылыҡтарҙа урынлашҡан, һөтимәр хайуандарҙың бөтәһенең һөтөндә лә май бар.

Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, мәҫәлән көнбағыштың, етендең, грек сәтләүегенең, орлоҡтары һәм емештәрендә ҙур күләмдә май тупланған.

Күҙәнәктә, майҙарҙан тыш, башҡа липидтар, мәҫәлән лецитин, холестерин бар. Липидтарға ҡайһы бер витаминдар (А, Д) һәм гормондар (мәҫәлән, енес гормондары) инә.

Липидтарҙың биологик әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фосфолипидтар: сферик липосома, мицеллалар һәм липид бислой

Липидтарҙың биологик әһәмиәте ифрат ҙур һәм күп төрлө.

  • Төҙөү функцияһы. Липидтар — гидрофобтар. Был матдәләрҙең йоҡа ғына ҡатламы күҙәнәк мембраналары составына инә.
  • Энергетик функцияһы. Иң киң таралған липидтарҙың—майҙарҙың — энергия сығанағы булараҡ әһәмиәте ифрат ҙур. Күҙәнәктә майҙар углерод оксиды (IV) һәм һыуға ҡәҙәр окисланыуға һәләтле. Майҙар тарҡалған ваҡытта энергия углеводтар тарҡалғандағыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк бүленеп сыға.
  • Запаслау функцияһы. Хайуан һәм үҫемлектәр майҙы һаҡлыҡҡа һалып ҡуялар һәм уны тереклек процесында тотоналар. Орлоҡта майҙарҙың юғары кимәле, үҫенде үҙ аллы туҡлана башлағансы, уның үҫеп сығыу энергияһын тәьмин итә.
  • Һыу сығанағы. Окисланған саҡта 1 кг майҙан 1, 1 кг тирәһе һыу барлыҡҡа килә. Был ҡайһы бер хайуандарҙың нисек итеп оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ йәшәй алыуын аңлата. Дөйәләр, мәҫәлән, һыуһыҙ сүллектәрҙә юл үткәндә 10—12 көн буйы һыу эсмәйенсә сыҙай ала. Айыуҙар, байбаҡтар һәм йоҡоға талған башҡа хайуандар ике айҙан ашыу һыу эсмәй. Тереклек өсөн кәрәк булған һыуҙы был хайуандар майҙың окисланыуынан ала.
  • Һаҡлау функцияһы. Май йылыны насар үткәрә. Ул тире аҫтында туплана, ҡайһы бер хайуандарҙа ярайһы уҡ күп йыйылып китә. Мәҫәлән, киттарҙың тире аҫтындағы май ҡатламы 1 м-ға етә, һәм был хайуанға поляр диңгеҙҙәрҙең һалҡын һыуында йәшәргә мөмкинлек бирә.Шулай уҡ, эске ағзаларҙы механик бәрелеүҙәрҙән һаҡлай.
  • Көйләү функцияһы. Липидтарға ҡайһы бер витаминдар (А, Д) һәм гормондар (мәҫәлән, енес гормондары) инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]