Логинов Евгений Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Логинов Евгений Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 октябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Хельсинки, Южнофинляндское агентство регионального управления[d], Финляндия
Вафат булған көнө 7 октябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Борисоглебский учебный авиационный центр подготовки лётного состава им. В. П. Чкалова[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание Маршал ВВС[d] һәм маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән 2-й гвардейский авиационный корпус авиации дальнего действия[d], 16-я воздушная армия[d] һәм Аэрофлот[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм гражданская авиация[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Логинов Евгений Фёдорович Викимилектә

Логинов Евгений Фёдорович (10 (23) октябрь 1907 йыл — 7 октябрь 1970 йыл) — хәрби эшмәкәр, авиация маршалы (1967), СССР-ҙың атҡаҙанған осоусыһы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1967—1970). СССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1966—1970).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Фёдорович Логинов 1907 йылдың 10 (23) октябрендә Гельсингфорс ҡалаһында (хәҙер Хельсинки) тыуа.

Ҡыҙыл Армияла 1926 йылдың февраленән[1]. Шул уҡ йылда — Ленинградта Осоусыларҙың хәрби-теоретик мәктәбен, 1928 йылда Борисоглебскиҙа Осоусыларҙың хәрби мәктәбен тамамлай. Хеҙмәтен Ленинград хәрби округының 1-се авиация бригадаһы 58-се авиаэскадрильяһында башлай, кесе летчик, өлкән осоусы, звено командиры була. 1931 йылдың майынан — Ленинград хәрби округы Хәрби-Һауа көстәренең 3-сө авиация бригадаһы 57-се авиаэскадрилья карабы командиры. 1931 йылдың июненән — Балтик диңгеҙенең Диңгеҙ көстәренең 87-се айырым авиация отряды инструкторы һәм командиры. 1932 йылдың октябренән — Мәскәү хәрби округы Хәрби-Һауа көстәренең 28-се авиабригадаһы 112-се эскадрильяһы авиаотрядының командиры, 1938 йылдың апреленән — ошо эскадрилья командиры. 1938 йылдың сентябренән — 1-се Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ көнсығыш армияһы Хәрби-Һауа көстәренең 5-се авиация бригадаһының осоу техникаһы буйынса инспекторы, 1938 йылдың ноябренән — ошо авиабригада командиры ярҙамсыһы. 1940 йылдың сентябренән — Ивановола РККА ВВС-ының 2-се юғары хәрби штурмандар мәктәбе начальнигы ярҙамсыһы. 1941 йылдың авгусынан 1945 йылға тиклем немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
  • Н. В. Огарков. Логинов Евгений Фёдорович // Советская Военная Энциклопедия. — М: воениздат, 1978. — Т. 5. — С. 16—17. — 688 с. — 105 000 экз.
  • Великая Отечественная война. Комкоры. — Т. 2. — С. 396—397.
  • Ҡалып:Книга:Комдивы т2