Лоссман Юри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лоссман Юри
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Эстония
 Швеция
Тыуған көнө 4 февраль 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мыза Кабала (Ярвамаа)[d], Pilistvere parish[d], Эстония
Вафат булған көнө 1 май 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (93 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм, Швеция[2]
Ерләнгән урыны Лесное кладбище[d]
Һөнәр төрө марафонец, легкоатлет-стайер, еңел атлет
Масса 69 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы Марафон
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1924[d] һәм Летние Олимпийские игры 1920[d]
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
 Лоссман Юри Викимилектә

Юри Лоссман — (эст. Jüri Lossman; 4 февраль 1891 йыл — 1 май 1984 йыл) — Эстония еңел атлеты. 1920 йылғы Олимпия уйындарына марафон дистанцияһында көмөш миҙал яулай[3]. 1924 йылғы Олимпиаданы асыу тантанаһында Эстонияның йыйылма командаһының байраҡ йөрөтөүсеһе була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юри Лоссман 1891 йылдың 4 февралендә Эстония]ла тыуа. Ласнамяэла (хәҙер Таллин биҫтәһе) спорт менән шөғөлләнә башлай, футбол менән мауыға. 18 йәшенән «Меркурий» футбол клубы өсөн уйнай, ә 1913 йылда еңел атлетикаға күсә.

1915 йылда бер сәғәтлек йүгереүҙә Рәсәй чемпионы була. 1916 йылда 5 000 метрлыҡ дистанцияла был уңышын ҡабатлай һәм 10 000 метр дистанцияла Рәсәй беренселегендә бронза призер була. 10 000 метрлыҡ арала һәм марафон дистанцияһында Рәсәй рекордын ҡуя. Ошо уҡ йылда тәүге тапҡыр марафонда ҡатнашып, Ревелдәге (хәҙерге Таллин) үҙенең беренсе марафонында еңеүсе була.

Уның спорт карьераһына Беренсе донъя һуғышы кәртә була, ул һуғышта ҡатнаша һәм яралана[4].

Һуғыштан һуң ҡабат спорт менән шөғөлләнә башлай, ә 1918—1922 йылдарҙа 5 000 метр дистанцияға йүгереүҙә — өс, 10000 метрҙа ике тапҡыр Эстония чемпионы була, 3 000 һәм 30 000 метрлыҡ дистанцияларҙа 13 тапҡыр Эстония рекордын ҡуя.

Көмөш призеры Юри Лоссманн (№ 680) һәм Олимпия чемпионы — Ханнес Колехмайнен (Лоссманндың уң яғында) 1920 йылда Антверпенда Олимпия уйындары тамамланғандан һуң.

1920 йылдың 22 авгусында Юри Лоссманн Антверпенда үткән VII Йәйге Олимпия уйындарында марафонда йылда 2 сәғәт 32 минут 48,6 секунд һөҙөмтә менән, чемпиондан — 1912 йылғы V Йәйге Олимпия уйындарының 5 000, 10 000 һәм 12 000 м кроста чемпион булған фин Ханнес Колехмайненданни бары 7 секундҡа ғына ҡалышып, һәм Италия спортсыһы Валерио Аррияны 4 минутҡа артта ҡалдырып көмөш миҙал яулай. Ошоға тиклем өс көн ҡалғас Юри Лоссманн 10 000 метрлыҡ дистанцияла йүгерә, әммә финишҡа барып етмәй. Уның олимпиадала өлгәшкән һәм 1929 йылда бер сәғәтлек йүгереүҙә күрһәткән ваҡыты оҙаҡ ваҡыт Эстонияның милли рекорды булыпп ҡала.

Икенсе тапҡыр дүрт йылдан һуң Лоссман Париж Олимпиадаһында ҡатнаша. 1924 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын асыу тантанаһында 33 йәшлек эстон спортсы үҙ иленең байраҡсыһы була. Марафон уҙышында ҡатнаша һәм 2 сәғәт 57 минут 54,6 секунд һөҙөмтәһе менән 10-сы урын биләй. Ул ваҡытта финАльбин Стенроос 2 сәғәт 41 минутта 22,6 секунд һөҙөмтә менән чемпион була. Стенроостың һөҙөмтәләре бынан алдағы Олимпиадала Лоссманн икенсе урын яулаған ваҡыттан 9 минутҡа насарыраҡ була.

1923 йылда Лоссманн Швецияның Гетеборг ҡалаһының, 300-йыллығына арналған Халыҡ-ара марафонда еңеү яулай.

37 йәшендә (1928 йыл) Америка Ҡушма Штаттары (Лос-Анджелестан Нью-Йоркка тиклем) буйлап йүгереүҙә ҡатнаша.

Таллинда Малайҙырҙың спорт федерацияһына (1928) нигеҙ һалыусыларҙың, беренсе Эстон спорт календарҙары һәм белешмәләре төҙөүсе (1917 йылдан алып) Йоганнес Виллемсон менән бергә уның етәксеһе һәм наградалар булдырыусыһы була.

1922—1936 йылдарҙа Юри Лоссманн билдәле KAWE шоколад фабрикаһында эшләй.

1930 йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт оҙон дистанцияға йүгереүселәрҙең тренеры булып эшләй, әммә артыҡ уңышҡа өлгәшмәй.

1942—1944 йылдарҙа Милли тәрбиә биреү баш идаралығының спорт департаментында «Ээсти спорт» менән етәкселек итә.

1944 йылда Юри Лоссманн Швецияға күсә. Унда элекке спортсы ювелир булып эшләй, 1964 йылда Швецияның эстон общинаһының рәхмәт йөҙөнән король Густав VI Адольфҡа көмөш һауыт эшләй[4][5]. 1984 йылдың 1 майында Стокгольмда вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Jüri Lossman // Эстонский спортивный биографический словарь (эст.)
  2. Olympedia (ингл.) — 2006.
  3. Таллинн. — 2007. — 666 с.
  4. 4,0 4,1 Jüri Lossman Bio, Stats, and Results (ингл.). Olympics at Sports-Reference.com. Дата обращения: 14 май 2018. 2020 йыл 17 апрель архивланған.
  5. ESBL. www.esbl.ee. Дата обращения: 14 май 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]