Лошкарёв Геннадий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лошкарёв Геннадий Константинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Киләй, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Инженер ғәскәрҙәре маршалы А. И. Прошляков исемендәге Төмән юғары хәрби-инженер команда училищеһы
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Дөйөм ғәскәр академияһы (инженер ғәскәрҙәре) хәрби институты

Лошкарёв Геннадий Константинович (1 июль 1938 йыл) — хәрби инженер. «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының тулы кавалеры. 1957 йылдан Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Константинович Лошкарёв 1938 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Киләй ауылында тыуған. 1955 йылда 3-сө Баҡалы урта мәктәбен, артабан 1961 йылда Төмән хәрби-инженер команда училищеһын тамамлаған.

1974 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһын тамамлаған.

Афғанстанда барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (19821984).

19611970 йылдарҙа взвод командиры, төркөм начальнигы ярҙамсыһы, Төмән хәрби-инженер команда училищеһы начальнигы ярҙамсыһы.

19741981 йылдарҙа Мәскәү хәрби округындағы 24-cе уҡыу танк дивизияһының инженер хеҙмәте начальнигы, командир урынбаҫары, Прибалтийский хәрби округының 9-сы инженер-сапёр полкы командиры.

1982 йылдан Афғанстанда хәрәкәт иткән 40-сы армияның 45-се инженер-сапёр полкы командиры.

1984 йылдан В. В. Куйбышев исемендәге академия преподавателе, кафедра начальнигы.

1990 йылдан запаста. «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының 1-се (1984), 2-се (1981) һәм 3-сө (1980) дәрәжәләре кавалеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының тулы кавалеры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]