Лупанов Олег Борисович
Олег Борисович Лупанов (2 июнь 1932 — 3 май 2006) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы (1980—2006), М. В. Келдыш исемендәге Ғәмәли математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре (1993—2006), дискретлы математика, математик кибернетика, математик логика буйынса белгес. Ленин премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдың 2 июнендә Ленинград ҡалаһында тыуа.
1955 йылда математика һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1958 йылда А. А. Ляпунов етәкселегендә «О синтезе контактных схем» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы «Об aсимптотических закономерностях синтезa схем из функциональных элементов» (1963)[4].
Функциональ элементтарҙан схемаларҙы синтезлауҙың иң яҡшы асимптотик ысулын — Лупанов ысулын эшләй (ингл. Representation Lupanov)[5].
Мәскәү дәүләт университетында 1959 йылдан уҡыта, 1960 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 йылдан — профессор. 1980—2006 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы була, 1981-06 йылдарҙа үҙе ойошторған дискрет математика кафедраһын етәкләй.
1972 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 2003 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[6]. 1993 йылда Келдыш исемендәге Ғәмәли математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре була, унда 1955 йылдан алып эшләй.
2006 йылдың 3 майында Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Хованский зыяратында ерләнгән[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни ҡаҙаныштары өсөн Ленин премияһы (1966) һәм Мәскәү дәүләт университетының Ломоносов премияһы менән бүләкләнә (1992).
«Почет Билдәһе» (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982), Халыҡтар дуҫлығы (1992) ордендары менән бүләкләнә.
Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоы (2001), Молдавия Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (2001)[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Лупанов Олег Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ каталог РНБ
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ Яблонский С. В. Введение в дискретную математику. — М.: Наука, 1979. — С. 272.
- ↑ Информация на сайте ИС АРАН
- ↑ Могила О. Б. Лупанова на Хованском кладбище
- ↑ Membrii Academiei de Ştiinţe a Moldovei: Dicţionar (1961—2006) / Ch.: Î.E.P. Ştiinţa, 2006
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Олега Борисовича Лупанова РФА рәсми сайтында
- Страница Олега Борисовича Лупанова на сайте ИПМ РАН 2021 йыл 24 ноябрь архивланған.
- Общероссийский математический портал
- 2 июндә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 3 майҙа вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- XXI быуат математиктары
- XX быуат математиктары
- СССР математиктары
- Рәсәй математиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Физика-математика фәндәре докторҙары