Эстәлеккә күсергә

Ләйлә Джана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лейла Джана
Leila Chirayath Janah
Тыуған көнө

9 октябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны

Луистон (Нью-Йорк)

Вафат булған көнө

24 ғинуар 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (37 йәш)

Ил

 Америка Ҡушма Штаттары

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар һәм менеджер

Сайт

http://leilajanah.com/

 Ләйлә Джана Викимилектә

Ләйлә Джана (ингл. Leila Chirayath Janah; 9 октябрь 1982 йыл; Луистон (ингл. Lewiston), Нью-Йорк, АҠШ) — Америка социаль эшҡыуары һәм менеджер, коммерцияға ҡарамаған Samasource ойошмаһын һәм Sama Group тигән дөйөм бренд аҫтына берләшкән тағы бер нисә инициативаны нигеҙләгән; ул — TechSoup Global советы ағзаһы, SpreeTales советнигы; Incentives for Global Health-тың ойоштороусыларының береһе[2][3][4][5][6].

Ләйлә — популяр шәхес, уның сығыштары, интервьюлары һәм тәүге биттәрҙәге фотоһүрәттәре АҠШ-тың түбәндәге төп телеканалдарында, радиостанцияларында һәм баҫмаларында сыға: CBS, CNN, NPR, BBC, The New York Times, The New Scientist һ.б.[4][6].

Ул — Бөтә донъя банкының үҫеш төркөмө өсөн тикшеренеүҙәр авторы[7].

Ләйлә Джана 1982 йылдың 9 октябрендә Луистонда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Буффалола) Ниагара шарлауығына яҡын ғына төбәктә Һиндостан (атаһы) һәм Бельгия (әсәһе) эмигранттары ғаиләһендә тыуа[6][8].

Балалыҡ йылдары Сан-Педрола (Лос-Анджелес, Калифорния) үтә[8].

16 йәшендә колледж стипендияһынан баш тарта, сөнки Ганаға һуҡыр инглиз балаларын уҡытырға китергә ҡарар итә[7][8][9].

Тәржемәсе һәм бер аҙ ваҡыт Бөтә донъя банкы тикшеренеүсеһе булып эшләй[8]

Ләйлә 2005 йылда Гарвард университетында бакалавр дәрәжәһе ала[4][6].

Katzenbach Partnersта (ул Booz & Company тип үҙгәртелә, хәҙер — Strategy&) идаралыҡ мәсьәләләре буйынса консультант булып эшләй[3][4][6].

2007 йылда Стэнфорд университетының Джошуа Коэн етәкселегендәге глобаль юстиция программаһы буйынса (ингл. Stanford Program on Global Justice) Силикон үҙәнгә күсә [3][4][6].

Шул уҡ йылды Джана Incentives for Global Health компанияһын аса һәм уның директоры була[4][6].

2008 йылдың 1 июнендә коммерцияға ҡарамаған Samasource ойошмаһын — донъяның иң фәҡир илдәрендә йәшәүселәргә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эш биреүсе ойошманы — нигеҙләй[2][3][4][6][7][9]. Уны асырға мөмкинлек биргән 20 000 евроны Ләйлә Нидерландта халыҡ-ара бизнес-пландар конкурсында ота[2][8].

2012 йылда үҫеш кисереүсе илдәрҙә медицина өлкәһендә краудфандинг тәжрибәләре үткәреү буйынса Samahope тигән ойошманы нигеҙләй[2][3][6][10].

2013 йылда Төньяҡ Калифорнияла тәүҙә — SamaxUSA, аҙаҡ Samaschool тип аталған ойошманы аса, ул түбән килемле студенттарға улар үҙҙәрен эш менән тәьмин итә алһын өсөн тренинг үткәреү менән шөғөлләнә[2][3][6].

Канаданың Sorel бренды Ләйләгә үҙе етештергән аяҡ кейеменең бер тармағына дизайнер булырға тәҡдим итә[3].

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Ләйлә Джана Fast Company тарафынан технологиялар өлкәһендә иң инновациялы ҡатын-ҡыҙҙар исемлегенә индерелә (ингл. Most Innovative Women in Tech)[4][6][11].

2010 йылда Джана World Technology Award for Social Entrepreneurship премияһына лайыҡ була[4][6].

2011 йылда Алға ынтылышлы инновациялар премияһын ала (ингл. Disruptive Innovation)[7].

«Yahoo!» компанияһының президенты һәм башҡарма директоры Марисса Майерға таң ҡала, уның бизнестағы урынын да, ҡараштарын да, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әһәмиәтенә ҡағылышлы фекерҙәрен, һоҡланып ҡабул итә[5].

Йүгереү һәм бокс менән шөғөлләнә[3][6].

Дуҫ егете менән Калифорния тауҙары буйлап йәйәү сәйәхәт итергә ярата[3].

iPhone-да Скрэббл уйнай[3].

  1. https://www.nytimes.com/2020/01/30/business/leila-janah-dead.html
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Jill Iscol, Peter W. Cookson (Contributor: Bill Clinton). The laptop is the new sewing machine: the Leila Janah story // Hearts on Fire: Stories of Today's Visionaries Igniting Idealism into Action. — Random House Publishing Group, 2013. — P. 62-72. — 176 p. — ISBN 081299390X, 9780812993905.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Daniel Scheffler. Leila Janah's 'microwork' - power to many (ингл.). sfgate.com (30 декабрь 2012). Дата обращения: 15 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Leila Chirayath Janah (ингл.). The Huffington Post. Дата обращения: 15 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Lara O'Reilly. Advertising More: Yahoo Sexism Marissa Mayer Female tech CEO: Marissa Mayer's view on gender 'sets us back' Read more: http://www.businessinsider.com/sama-group-ceo-leila-janah-criticizes-marissa-mayers-view-on-gender-in-the-workplace-2015-3 (ингл.). Business Insider (9 март 2015). Дата обращения: 15 май 2015.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 Leila Janah – WOMAN of ACTION (ингл.). A Celebration of Women (18 ғинуар 2014). Дата обращения: 15 май 2015.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Leila Janah (ингл.). techfellows.com (2011). Дата обращения: 15 май 2015.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Gerben van der Marel. Handel in banen voor de armsten (билдәһеҙ). fd. (4 июль 2014). Дата обращения: 15 май 2015.
  9. 9,0 9,1 Leila Janah (ингл.). heinzawards.net. Дата обращения: 15 май 2015.
  10. Christina Farr. How Sama Group’s donations model connects and aids the world’s poor (ингл.). Venture Beat (5 ноябрь 2013). Дата обращения: 15 май 2015.
  11. Emilia Benton. THE MOST INFLUENTIAL WOMEN IN TECHNOLOGY 2010 - Leila Janah (ингл.). Fast Company (2010). Дата обращения: 15 май 2015.