Магда Франк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Магда Франк
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Argentina.svg Аргентина
Тыуған көнө 20 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2]
Тыуған урыны Румыния, Клуж-Напока[d]
Вафат булыу көнө 23 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Аргентина, Буэнос-Айрес
Һөнәр төрө скульптор, рәссам

Магда Франк Фишер (20 июль 1914 — 23 июнь 2010) — Венгрия-Аргентина скульпторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Магда Франк Австро-Венгрия Трансильвания провинцияһы Коложвар ҡалаһында (хәҙерге Румынияның Клуж-Напока ҡалаһы) тыуған.

Будапешт ҡалаһында башта Нәфис сәнғәт мәктәбендә, һуңынан Биҙәү-ҡулланма сәнғәте колледжында скульптор һөнәренә уҡый. Таш, ағас һәм металл материалдары менән эшләй. Фашистарҙан ҡурҡып Венгриянан Швейцарияға китә. Бер нисә йыл үткәс Парижда Жюльен академияһында белем ала.

1950 йылда Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айресҡа күсә, бында туғандарынан берҙән-бер тере ҡалған ағаһында йәшәй. Буэнос-Айрестың һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Аргентинала уның үҙ художестволы стиле тулыһынса формалаша, уны ижадында Колумбҡа тиклемге Америка сәнғәте сағылыш таба. 1953 йылда Генри галереяһында тәүге күргәҙмәһе уҙа. Шулай уҡ уның әҫәрҙәре Писарро галереяһында күрһәтелә[3]. Аргентинала бер нисә сәнғәт өлкәһендәге премияларға лайыҡ була.

1960-сы йылдар башында Парижға күсә, Аргентинаға йәнә 1995 йылда әйләнеп ҡайта һәм Буэнос-Айрестың Сааведре районында үҙенең йорт-музейына нигеҙ һала.

2010 йылдың 23 июнендә Буэнос-Айреста вафат була[4].

Хәҙерге ваҡытта Магда Франктың әҫәрҙәре Париждағы Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейында, Буэнос-Айрестағы нәфис сәнғәт милли музейында һәм башҡа музей фондтарында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  2. (unspecified title) — 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7, 978-0-19-989991-3
  3. Artistas húngaros (Spanish). Gobierno de la Ciudad de Buenos Aires - Dirección General de Relaciones Institucionales. Secretaría General. 1 февраль 2014 тикшерелгән.
  4. Murió la reconocida escultora Magda Frank (Spanish) (June 24, 2010). 1 февраль 2014 тикшерелгән.