Мамалимов Хәниф Масай улы
Мамалимов Хәниф Масай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Бөрө районы, СССР |
Һөнәр төрө | музыкант |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мамалимов Хәниф Масай улы (1912 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының трубвзвод музыканты[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәниф Масай улы Мамалимов 1922 йылда Башҡортостандың Бөрө районында тыуған[1]. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылда Йылайыр районы хәрби комиссариаты тарафынан алынған. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкындағы трубвзводта (һорнайсылар взводында) музыкант булып хеҙмәт итә. Баймаҡ районы исемлегендә ул шулай уҡ артиллерия батареяһы ездовойы итеп күрһәтелгән[2]. ВКП(б)-ға 1942 йылда инә. Һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн хәрби миҙалдарға лайыҡ булған[1][3]. Артбатарея ездовойы Мамалимов ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә: Чернухино станцияһы тирәһендәге немец тылындағы рейдта шәхсән алты һәм 1942 йылдың ноябрендә өс автоматсыны юҡ итә (60-сы кавполкы буйынса 058-н бойороғо). Алыштар барышында тыл һәм полк штабы араһында связной ролен өлгөлө үтәгән өсөн 1945 йылдың 14 майындағы бойороҡҡа ярашлы икенсе тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[4].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943, 1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 МАМАЛИМОВ Хан(л)иф Массаевич (Масаевич)
- ↑ Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Картотека награждений 2021 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Наградной документ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МАМАЛИМОВ Хан(л)иф Массаевич (Масаевич). Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Мамалимов Ханиф Массаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.