Манап (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Манап — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла[1]
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манап исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән, урынбаҫар, алмашсы (бала әсә-атаға ярҙамсы булһын, тигән теләк менән ҡушыла) тигәнде аңлата[2]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манап бей — легендар тарихи эшмәкәр, төньяҡ ҡырғыҙҙарҙың хакимы, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ союзын ойоштороусыларҙың береһе. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Манап бейҙең ставкаһы хәҙерге Орто Токой районында урынлашҡан.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манапов Илдар Илдус улы (19 май 1983 йыл) — балет премьер—солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).
Манапов Ирек Усман улы (7 май 1947 йыл) — инженер-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009).
Гусейн Манапов — эстрада йырсыһы, аранжировкалаусы, танылған автор һәм башҡарыусыһы. Дағстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. 1963 йылдың 5 июлендә Дағстан, Дағстан АССР-ында тыуған. Махачкалала, Дағстанда йәшәй.[3]
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манап ауылы (1997 йылға тиклем Иҫке Талап) - Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа өлкәһенең Жанакорган районындағы ауыл. Манапск ауыл округының административ үҙәге.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манап — төньяҡ ҡырғыҙ араһында өҫтөнлөклө ҡатлам вәкиле. Нәҫелдәре һәр хәлдә 1840-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә, көньяҡ ҡырғыҙҙарҙа улар датхиҙар һәм бек тап килә. Октябрь революцияһынан һуң манаптар баҫмасылыҡта әүҙем ҡатнаша, 1920-се йылдар аҙағында манап идаралығы юҡҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Гусейн Манапов
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |