Манкин Валентин Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Манкин Валентин Григорьевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украина
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 19 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Житомир өлкәһе, Олевск районы, Белокоровичи[d]
Вафат булған көнө 1 июнь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Италия, Тоскана, Лукка[d], Виареджо[d][2]
Һөнәр төрө яхтсмен
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР
Уҡыу йорто Киевский национальный университет строительства и архитектуры[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡултамға
Спорт төрө елкән спорты
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1968[d]

Манкин Валентин Григорьевич (19 август 1938 йыл — 1 июнь 2014 йыл) — совет яхтсмены, өс тапҡыр олимпия чемпионы, СССР тарихында елкән спорты буйынса тәүге донъя чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1968), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, төрлө класлы яхталарҙы 1959 йылдан 1981 йылға тиклем бер нисә тапҡыр СССР чемпионы.

Донъяла өс төрлө класлы: Финн, Темпест һәм Йондоҙло Олимпия уйындарының алтын миҙалдарын яулаған берҙән-бер яхтсмен.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентин Григорьевич Манкин 1938 йылдың 19 авгусында Украина ССР-ының Житомир өлкәһе Олевский районы Белокоровичи ауылында тыуған.

1954 йылда елкәнле спорт менән шөғөлләнә башлай.

1956 йылда Украина ССР-ының Запорожье ҡалаһында чемпионат еңеүсеһе.

1958 йылда беренсе тапҡыр СССР чемпионаты призеры була (3 урын).

1959 йылда тәүге тапҡыр СССР чемпионы була.

1962 йылда Киев инженер-төҙөлөш институтын тамамлай.

1963 йылда тәүге тапҡыр сит илдә Варнемюндела халыҡ -ара регатала сығыш яһай[3].

1964 йылда Японияла Олимпия уйындарында СССР-ҙың йыйылма командаһында запаста була[4].

1967 йылдан КПСС ағзаһы.

1970 йылда «Аҡ өсмөйөш» исеме аҫтында китап яҙа.

1987 йылда Халыҡ -ара йәһүд спорт даны залына индерелә.

1988 йылдан алып тренерлыҡ эшендә. 1988 йылғы Олимпия уйындарында Йыйылма командаһының «Йондоҙло» класында өлкән тренер була. 1989 йылдан 1990 йылға тиклем — СССР Дәүләт спорт комитеты идаралығының һыу төрҙәре спорты буйынса начальнигы[5][6].

1991 йылдың ғинуарынан Италияла тренерлыҡ эшендә. Ысынында, итальян елкәнле спорт мәктәбе ойоштора, юғары класлы күп кенән яхтсмендар әҙерләүҙә ҡатнаша, шул иҫәптән, Лука Девоти һәм Алессандра Сенсинины әҙерләй.

2014 йылда Италияла Виареджо ҡалаһында вафат була. 2014 йылдың 27 июнендә ҡыҙҙары, ейәндәре, рәсәй һәм италия елкәнле спорттың рәсми вәкилдәре алдында Манкиндың кәүҙәһенең көлөн Тиррен диңгеҙе өҫтөнән тараталар[7].

Йыл һайын Халыҡ -ара елкән спорты федерацияһының конференцияһында, Ҡытайҙа 2015 йылдың ноябрендә үтте, Валентин Манкин ИСАФ дан залына индерелә[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Портрет Манкина В.Г.
Image-silk.png Валентин Манкин и Константин Мельгунов (справа)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙы — Ирина
  • Ейәне — Дмитрий

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Манкин В. Г. От Акапулько до Киля // «Катера и яхты» : журнал. — 1973. — № 3(43). — С. 52-59.
  • В. Г. Манкин Белый треугольник / лит. запись В. П. Пожиловой — М.: Молодая гвардия, 1981. — 224 б.
  • В. Г. Манкин Рулевому «Звёздника» // Катера и яхты — Л.: Судостроение, 1983. — Т. 3(103). — Б. 44—49. — 112 б.
  • Использование тренажеров в физической подготовке яхтсменов : Метод. рекомендации / Манкин В. Г., Томилин К. Г. — М.: Гос. ком. СССР по физ. культуре и спорту, Гл. упр. науч.-метод. работы, Упр. гребного и парус. спорта, 1986. — 12 б.
  • В. Г. Манкин Сюрпризы олимпийского Пусана // Катера и яхты — Л.: Судостроение, 1989. — Т. 1(137). — Б. 14—25. — 112 б.
  • В. Г. Манкин Валюта — не панацея. Интервью Главного тренера Сборной СССР // Катера и яхты — Л.: Судостроение, 1989. — Т. 5(141). — Б. 18—21. — 112 б.
  • Евгения Бакунова Валентин Манкин: Я занимаюсь парусом круглые сутки и счастлив. MainSail.Ru российский яхтенный интернет журнал (2010-08-18). — «Мне повезло — у меня был настоящий тренер Сергей Машовец, который открыл мне горизонты.»  17 сентябрь 2016 тикшерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://pantheon.world/profile/person/Valentin_Mankin
  2. выгрузка данных FreebaseGoogle.
  3. Кукушкин, 1978, с. 1515
  4. Кукушкин, 1978, с. 4848
  5. Шилов, 2016
  6. Бакунова. 2010
  7. "Календарь финниста 2014—2015 (5) под ред. Кравченко В. Н.,М., 2014, с.13
  8. New Inductees Announced for World Sailing Hall of Fame

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1976 йылғы Олимпия уйындарынан һуң СССР йыйылма командаһының елкән спорты буйынса отчеты. Һулдан - уңға: Владимир Васильев, Владимир Леонтьев, Александр Потапов, Валентин Замотайкин, Юрий Пильчин - баш тренер, Андрей Балашов, Владислав Акименко, Валентин Манкин, Виктор Потапов, Борис Будников
1976 йылғы Олимпия уйындарынан һуң СССР йыйылма командаһының елкән спорты буйынса отчеты. Һулдан - уңға: Владимир Васильев, Владимир Леонтьев, Александр Потапов, Валентин Замотайкин, Юрий Пильчин - баш тренер, Андрей Балашов, Владислав Акименко, Валентин Манкин, Виктор Потапов, Борис Будников