Ғәбәши Солтан Хәсән улы: өлгөләр араһындағы айырма
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
||
16 юл: | 16 юл: | ||
}} |
}} |
||
'''Ғәбәши Солтан Хәсән улы''' (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) ([[1 май]] [[1891 йыл]], [[Ҡазан губернаһы]] Кесе Сулабаш ауылы — [[8 ғинуар]] [[1942]], [[БАССР]]‑ҙың [[Борай районы]] [[Салҡаҡ]] ауылы) — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. |
'''Ғәбәши Солтан Хәсән улы''' (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) ([[1 май]] [[1891 йыл]], [[Ҡазан губернаһы]] Кесе Сулабаш ауылы — [[8 ғинуар]] [[1942 йыл]], [[БАССР]]‑ҙың [[Борай районы]] [[Салҡаҡ]] ауылы) — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. |
||
== Биографияһы == |
== Биографияһы == |
19:43, 16 февраль 2019 өлгөһө
Солтан Ғәбәши | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Кесе Сулабаш ауылы, Ҡазан губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Бейектау районы) |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Салҡаҡ ауылы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Ғәбәши Солтан Хәсән улы (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) (1 май 1891 йыл, Ҡазан губернаһы Кесе Сулабаш ауылы — 8 ғинуар 1942 йыл, БАССР‑ҙың Борай районы Салҡаҡ ауылы) — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
1898 йылда Ғосмания мәҙрәсәһендә, һуңыраҡ Өфө реаль училищеһында һәм Ғәлиә мәҙрәсәһендә, 1916—1917 йылдарҙа Ҡазан университетында уҡый, бер үк ваҡытта Өфө һәм Ҡазандың танылған музыканттарынан музыка дәрестәре ала. 1917 йылдан алып Ҡазандың музыка һәм педагогия техникумдарында уҡыта. 1932 йылдан башлап Өфөлә йәшәй: Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙмәткәре, шул уҡ ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыта; 1936 йылдан алып БАССР ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан башлап Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына милли аһәң һәм классик музыка тәьҫирлелеге берлеге хас.
Эшмәкәрлеге
Ғ. С. Әлмөхәмәтов һәм В. И. Виноградов менән берлектә «Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм «Эшсе» (М. Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап, симфоник оркестр өсөн «Башҡортостан маршы» («Тантаналы марш»; 1929) һ. б. ижад итә. «Вальс», «Ҡайғы», «Пикник», «Ҡайғынан һуң шатлыҡ», «Марш», «Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйхә», Ф. Бурнаштың «Таһир менән Зөһрә», Ғ. Рәхимдең «Буҙйегет», М. Джанандың «Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; М. Хәй һүҙҙәренә «Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн «Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.
Әҫәрҙәре
1909 йылда Өфө «Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов менән бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—1934 йылдарҙа Башҡортостан буйлап музыкаль-этнографик экспедицияларҙа А. С. Ключарёв менән берлектә 50 башҡорт халыҡ йырын яҙып алып, нотаға һала, улар «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1935) йыйынтығына инә. 1932 йылда Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре «Фабрика һәм завод йырҙары» («Песни фабрик и заводов»), «Ҡыҙылармеецтар йырҙары» («Красноармейские песни») йыйынтыҡтарына нигеҙ була. «Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа» (1933; Х. К. Ибраһимов һәм И. В. Салтыков менән берлектә) төҙөүселәренең береһе.
Композиторҙар союзы ағзаһы (1940).
Әҙәбиәт
- Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. — Уфа, 1995;
- Султан Габяши: материалы и исслед. — Казань, 2000;
- Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. — Уфа, 2002.
Һылтанмалар
- Ғәбәши Солтан Хәсән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 майҙа тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡазан губернаһында тыуғандар
- Бейектау районында тыуғандар
- 8 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Борай районында вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- СССР композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Башҡортостан композиторҙары
- Ғосмания мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Ғәлиә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Башҡорт фольклорсылары