Эстәлеккә күсергә

Миләүшә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миләүшә

Миләүшә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Миләүшә исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе миләүшә сәскәһендәй нәфис, нәзәҡәтле тигәнде аңлата[1].

Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27 май 1926 йыл) — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (28 декабрь 1961 йыл) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).

Ҡолмөхәмәтова Миләүшә (Годбодь Миләүшә) — журналист.

Ғиниәтуллина Миләүшә Хизбулла ҡыҙы (1955 йыл) — ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре. 1980 йылдан «Сода» йәмғиәтенең үҙәк лабораторияһы инженеры, 1987 йылдан — йәмғиәттең фәнни-технологик үҙәк лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр кандидаты (2007).

Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — билдәле шағирә һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.

«Миләш-Миләүшә» -Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаевтың шул уҡ исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле.

Ала миләүшә (рус. Фиа́лка трёхцве́тная, Аню́тины гла́зки, лат. Víola trícolor) — миләүшәләр үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, көрән, аҡ йәки төрлө төҫтәге сәскәле бер йыллыҡ, һирәк осраҡта ике йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үҫемлек.

«Миләүшә сәскәһе» — Әмир Гәрәевтың хикәйәһе.

Миләүшә — төҫ, шәмәхә фиолет төҫ.

Миләүшә (фиалка, сенполия) — сәскә, бүмә гөлө, мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ