Михаил Иванович Паращук
Михаил Иванович Паращук | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 ноябрь 1878 |
Тыуған урыны | Варваринцы[d], Округ Теребовля[d], Королевство Галиции и Лодомерии[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия |
Вафат булған көнө | 24 декабрь 1963 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Баня[d], Карлово[d], Пловдивская область[d], Болгария |
Ерләнгән урыны | Центральное кладбище[d] |
Һөнәр төрө | архитектор, скульптор |
Эшмәкәрлек төрө | Скульптура |
Эш урыны | Мюнхенская академия художеств[d] |
Уҡыу йорто | Вена һынлы сәнғәт академияһы[d] |
Кемдә уҡыған | Роден Огюст |
Әүҙемлек урыны | Львов һәм София |
Архивы хранятся в | Центральный государственный архив Болгарии[d] |
Ойошма ағзаһы | Международный комитет Красного Креста[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Михаил Иванович Паращук Викимилектә |
Михаил Иванович Паращук (укр. Михайло Іванович Паращук, болг. Михайло Иванович Парашчук; 16 ноябрь 1878 йыл, Варваринцы, Цислейтания — 24 декабрь 1963 йыл, Баня, Пловдив өлкәһе) — украин һәм болгар скульпторы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1878 йылдың 16 ноябрендә Австро-Венгрияның Варваринцы ауылында (хәҙерге Украинаның Тернополь өлкәһе Теребовлян районында) тыуған.
Ун өс йәшендә үк С. Вуйциктың ярҙамсыһы булып Струсовта католиктар храмын, һуңыраҡ Нова-Сончела ратушаны биҙәгән саҡта эшләй. Краков һәм Вена художество академияларында, Париждың Жулиан академияһында һәм Францияла Огюст Роден оҫтаханаларында уҡыған.
Львовта (1899—1902 һәм 1910—1911), Варшавала (1902—1905), Мюнхенда (1908—1911) һәм Киевта (1911—1913) эшләй. 1913 йылда Паращук Австрия-Рәсәй сиген үткәндә Австрия властары тарафынан тотола, шпионажда ғәйепләнә һәм Талергоф концлагерында (Зальцбург, Штирия янында) төрмәгә ябыла. 1914 йылда ул унан ҡотола алған. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Михаил Паращук Украина азатлығы союзының әүҙем ағзаһы була. 1915—1918 йылдарҙа Рус император армияһының әсир һалдаттары өсөн Раштатт һәм Вецлар ҡалалары лагерҙарында скульптура, көршәк яһау һәм ағас һырлау курстары алып бара.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Софиялағы йортта иҫтәлекле таҡтаташ |
1918 йылда ул Украинаға ҡайта. 1920 йылдан Таллинда УНР дипломатик миссия секретары, һуңынан рәйесе, Литвала УНР вәкиллеге советнигы була. 1921 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1923 йылдан) Паращук Болгарияға Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре вәкиле сифатында килә һәм Софияла төпләнә. Һуңғараҡ бында үҙенең сәнғәт мәктәбен аса. Рәссам ижадының был осоро портрет жанрында һәм пластикала ҙур уңыштарға өлгәшеү менән билдәләнә, Болгарияның сәйәсмәндәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Д. Благоев, Д. Крайчев, Г. Делчев һәм Г. Стайков портреттарын ижад итә; Украин мәҙәниәте һәм сәйәсәте эшмәкәрҙәре — М. Грушевский һәм С. Петлюра; шулай уҡ скульптуралар менән Оборона министрлығы, Хәрби академия, Фәндәр академияһы, Халыҡ театры, В. Коларов исемендәге китапхана, Кирилл һәм Мефодий исемендәге Милли китапхана, София университеты ректоры биналары биҙәлгән.
Болгарияла Паращук украин эмиграцияһының ижтимағи тормошонда ҡатнаша, болгар-украин общинаһының әүҙем эшмәкәре була, украин эмиграцияһы съезын ойоштора.
1963 йылдың 24 декабрендә Болгарияның Пловдив губернаһы Баня ҡалаһында вафат була; Софияла ерләнгән. Уның ҡыҙы була, ире рәссам, Львов картиналар галереяһы директоры Иван Иванец[1].
Үлгәндән һуң дәрәжә «Иң изге Равноапостоль Кирилл һәм Мефодий» ордены менән бүләкләнгән. Уның ҡәберендә ҡәбер ташын болгар скульпторы Вежди Рәшитов яһаған.
Сығанағтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Ониськів, Р.. Півторак, Б Хаварівський, Лена. Щербак. Михайло Паращук Іванович.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дуда І. М. Іванець Іван Йосипович // Тернопільський енциклопедичний словник : у 4 т. / редкол.: Г. Яворський та ін. — Тернопіль : Видавничо-поліграфічний комбінат «Збруч», 2004. — Т. 1 : А — Й. — 696 с. — ISBN 966-528-197-6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МИХАЙЛО ПАРАШЧУК КОИМ УКРАИНЕЦЪТ Е? 2010 йыл 26 июнь архивланған. (болг.)