Михляев Степан Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Михляев Степан Андреевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Дыуан районы, Дыуан ауылы
Вафат булған көнө 28 март 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]

Михляев Степан Андреевич (10 декабрь 1919 йыл — 28 март 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия дивизионы командиры, майор. Мәғариф эшмәкәре. 1951—1983 йылдарҙа Дыуан районының Дыуан урта мәктәбе директоры. Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Степан Андреевич Михляев[1] 1919 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе[2] Дыуан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай (шул уҡ районда).

1939 йылда Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Кесе лейтенанттар курсын тамамлай.

1941 йылдың декабренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Майор Степан Михляев Көнбайыш Буг, Сан, Висла йылғаларын һуғышып аша сыҡҡанда, «Сандомирский» исеме алған плацдарм өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң майор С. А. Михляев — запаста. Тыуған ауылына ҡайта. 1948 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының [3] география факультетын тамамлай, Дыуан урта мәктәбе директоры булып эшләй.

2001 йылдың 28 мартында вафат була.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«917-се артиллерия полкының (1-се Украина фронты 13-сө армия 350-се уҡсылар дивизияһы) дивизион командиры майор Михляев Степан 1944 йылдың 18-24 июлендә дошманды эҙәрлекләп барып, Көнбайыш Буг (Буг) һәм Сан йылғаларын һуғышып аша сыға һәм Польшаның Сандомир ҡалаһынан көньяҡтараҡ Висла йылғаһының көнсығыш ярына килеп сыға. А. С. Михляев үҙенең дивизионының орудиелары уты менән уҡсылар подразделениеларына дошмандың һыу аша сығыу кәрәк-яраҡтарын баҫып алырға мөмкинлек тыуҙыра. 1944 йылдың 29 июлендә Сандомир ҡалаһынан 20 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, Лонжак тигән урын районында, разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән ике батареяны паромда Висла йылғаһының һул ярына сығара.

Сандомирский плацдармында һуғышта дивизиондың ҡыйыу командиры дошмандың һигеҙ контратакаһын кире ҡаға».

1944 йылдың 23 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, майор Михляев Степан Андреевичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4597) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Герой Советского Союза Михляев Степан Андреевич :: Герои страны. Проверено 16 марта 2013. Архивировано 8 апреля 2013 года.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы
  3. хәҙер Башҡорт дәүләт университеты
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 31, л. 589, 590).
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 104, л. 29).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2926, л. 1, 17, 18).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3149, л. 2, 32, 33).
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 544, л. 1, 23, 24).
  9. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  10. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1726, л. 2, 32, 33).
  11. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2032, л. 2, 29, 30).
  12. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 599, л. 3, 36, 37).
  13. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 932, л. 14, 292, 293).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]