Мищенко Евгений Фролович
Мищенко Евгений Фролович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 март 1922[1] |
Тыуған урыны | Вязники[d], Владимир губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 20 июль 2010 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | теория управления[d], Тирбәлеүҙәр теорияһы[d], топология һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d] |
Эш урыны | РФА-ның математика институты[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[2] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Павел Сергеевич Александров[d] һәм Лев Семёнович Понтрягин[d] |
Аспиранттар | Розов, Николай Христович[d] һәм Yuri S. Ledyaev[d][2] |
Кемдә уҡыған | Лев Семёнович Понтрягин[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Мищенко Евгений Фролович (9 март 1922 йыл, Хотиловка ауылы, хәҙер «Вязники ҡалаһы» Муниципаль берәмеге составында — 20 июль 2010 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан, 1984 йылдан — СССР Фәндәр академияһының), физика-математика фәндәре докторы, профессор, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы һәм процестарға идара итеү теорияһы өлкәһендә белгес, хәҙерге заман математик идара итеү теорияһын төҙөүселәренең береһе[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Е. Ф. Мищенко Владимир губернаһының Вязники станцияһынан алыҫ түгел ерҙә тыуған. Шул уҡ өлкәнең Яңы Вязники ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлай. Өлкән кластарҙа математика менән ҡыҙыҡһына һәм мәктәп уҡытыусыһы йоғонтоһонда билдәле физика фәндәре докторы А. А. Андроновтың һәм уның хеҙмәткәрҙәренең Горькийҙағы лекцияларын тыңлай башлай. Бынан тыш, ул һәләтле уҡыусыны хуплаған П. С. Александров менән хат алыша[4].
1940—1946 йылдарҙа Е. Ф. Мищенко хәрби хәрәкәттәге армияла (1941—1944 йылдарҙа Карелия фронтында) хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.[5]. 1942 йылда яңылыш һәләк булған тип таныла[6].
1946 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң (1951) геометрия һәм топология кафедраһында аспирантурала ҡалдырыла (1951—1953). Ошо ваҡыт эсендә П. С. Александров уның етәксеһе була[4].
1950-се йылдар башында Л. С. Понтрягин менән хеҙмәттәшлек итә башлай һәм тиҙҙән уның яҡын хеҙмәткәрҙәренең береһенә әүерелә, тулыһынса дифференциаль тигеҙләмәләр һәм идара итеү процестары теорияһына күсә. 1954 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында эшләй. 1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре (1959—1994 йылдарҙа директор урынбаҫары), Рәсәй Фәндәр академияһының Математика бүлеге бюроһы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы советнигы (1994 йылдан). 1987—2010 йылдарҙа «Труды Математического института им. В. А. Стеклова» журналының баш мөхәррире була[4].
Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[7].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Е. Ф. Мищенконың тикшеренеүҙәре саф һәм ғәмәли математиканың төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала: топология, ябай дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы (сингуляр ҡуҙғыуҙар теорияһы), тирбәлеүҙәр теорияһы, оптималләштереү теорияһы һәм дифференциаль уйындар.
Яҡынса 100 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография авторы, улар араһында Л. С. Понтрягин, В. Г Болтянский һәм Р. В. Гамкрелидзе менән берлектә яҙылған «Оптималь процесстарҙың математик теорияһы» (1961) һәм уҡыусылары менән берлектә әҙерләнгән «Периодические движения и бифуркационные процессы в сингулярно возмущенных системах» монографияһы (1995). Мәскәү физика-техник институтында «Дифференциаль тигеҙләмәләр» курсын уҡый.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)
- Октябрь Революцияһы ордены (1982)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999) — Ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгёне һәм Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы менән бәйле[8]
Евгений Фроловичтың фәнгә индергән өлөшө Ленин премияһы (1962), Н. М. Крылов исемендәге премия(1980), Халыҡ-ара академик нәшриәт компанияһы -Фән премияһы (1998) һәм Демидов премияһы (2008) менән билдәләнгән..
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Понтрягин Л. С., Болтянский В. Г., Гамкрелидзе Р. В., Мищенко Е. Ф. . Математическая теория оптимальных процессов. — М.: Физматгиз, 1961.
- Мищенко Е. Ф. . Асимптотическая теория релаксационных колебаний, описываемых системами второго порядка. — Матем. сборник, 44(86). — 1958. — С. 457–480.
- Мищенко Е. Ф. . Асимптотическое вычисление периодических решений систем дифференциальных уравнений, содержащих малые параметры при производных. — Известия АН СССР. — 1957. — С. 627–654. — (серия матем., 21).
- Мищенко Е. Ф., Колесов А. Ю. . Асимптотическая теория релаксационных колебаний. — Труды Матем. института им. В. А. Стеклова, 197. — 1991. — С. 3–84.
- Мищенко Е. Ф. . О некоторых игровых задачах преследования и уклонения от встречи. — Автоматика и телемеханика № 9. — 1972. — С. 24–30.
- Мищенко Е. Ф., Садовничий В. А., Колесов А. Ю., Розов Н. Х. . Автоволновые процессы в нелинейных средах с диффузией. — М.: Физматлит, 2005.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мищенко Евгений Фролович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Профиль Евгения Фроловича Мищенко РФА рәсми сайтында
- ↑ 4,0 4,1 4,2 «К 80-летию Е. Ф. Мищенко». Труды МИАН, 2002, том 236.
- ↑ Подвиг народа . podvignaroda.ru. Дата обращения: 30 август 2018.
- ↑ ОБД Мемориал . obd-memorial.ru. Дата обращения: 30 август 2018.
- ↑ Могила Е. Ф. Мищенко на Троекуровском кладбище
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 23 август 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. В. Аносов, А. А. Болибрух. «К 80-летию Е. Ф. Мищенко» // Труды МИАН, 2002, том 236.
- Академик Евгений Мищенко: Общение с гением — это клад, которым пользуешься всю жизнь // Наука и жизнь, 2010, № 1
- Евгений Фролович Мищенко (к девяностолетию со дня рождения) // Успехи математических наук, 2012. — Т. 67, вып. 2 (404). — С. 193—207.
- Е. Понизовкина. Академик Е. Ф. Мищенко: «Мы доказывали леммы на снегу» . Газета Уральского отделения Российской академии наук № 04 (988). НАУКА УРАЛА (февраль 2009). Дата обращения: 22 ғинуар 2010. Архивировано 3 июнь 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лауреат Демидовской премии Мищенко Евгений Фролович 2022 йыл 31 май архивланған.
- Отдел дифференциальных уравнений Математического института им. В. А. Стеклова
- Общероссийский математический портал
- 9 мартта тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 20 июлдә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Бөйөк Ватан һуғышы сәйәси эшмәкәрҙәре
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- XX быуат математиктары
- Рәсәй математиктары
- СССР математиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр