Эстәлеккә күсергә

Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Большое Мереткозино[d]
Вафат булған көнө 2 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Хәләл ефете Ихсанова, Нажиба Гимаевна[d]
Әһәмиәтле кеше Айгуль Миннуллина[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө сценарий яҙыусы, яҙыусы, сәйәсмән, драматург, публицист, новеллист
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[1], драма[d][1] һәм публицистика[d][1]
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы
Әүҙемлек урыны Татарстан Республикаһы[1]
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр театр пьесаһы[d], шиғыр[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт tufanminnullin.com
 Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы Викимилектә

Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы (татар. Туфа́н Габдулла́ улы Миңну́ллин; 25 август 1935 йыл — 2 май 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй драматургы, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005), РСФСР‑ҙың (1984), Татар АССР-ының (1978), Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстан фәндәр академияһы академигы (2007), М. Йәлил исемендәге (1974), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт (1979), Татарстан АССР-ының Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт (1979) премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1974), Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн (2005) ордендары кавалеры, Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы.

Туфан Ғабдулла улы Миңнуллин 1935 йылдың 25 авгусында хәҙерге Татарстан Республикаһы Кама Тамағы районының Оло Мереткозин ауылында тыуған.

1952 йылда урта мәктәпте тамамлай.

19561961 йылдарҙа — Мәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге Театр училищеһында уҡый.

19611964 йылдарҙа Минзәлә академия театрында актёр булып эшләй, бер үк ваҡытта драматургия менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1962 йылда Минзәлә академия театрында уның «Беҙҙең ауыл кешеләре» комедияһы ҡуйыуға ҡабул ителгән. Шул уҡ йылда Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында уның «Азат» (Ирекле) пьеса-әкиәте ҡуйыла.

19641967 йылдарҙа — Ҡазан телестудияһында, мөхәррир булып эшләй, бер үк ваҡытта «Чаян» (Скорпион) журналында әҙәби хеҙмәткәр бурысын үтәй.

1968 йылдан профессиональ нигеҙә әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

19751977 йылдарҙа — Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарында уҡый. 19841989 йылдарҙа — ТАССР Яҙыусылар союзының идара рәйесе.

СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), СССР Юғары Советы ағзаһы.

2012 йылдың 2 майында Ҡазанда республика клиник дауаханаһында йөрәк өйәнәгенән вафат була[2]. Ҡазандың Яңы Татар зыяратында ерләнгән.

Ҡатыны — Нәжибә Ихсанова (1938 йылғы), Ғ. Камал исемендәге театр актёры, ҡыҙы — Әлфиә Миңнуллина — журналист.

Театр йәмәғәтселегендә киң танылыу алған пьесалары: «Беҙҙең ауыл кешеләре» (1961 йылда ҡуйылған), «Беҙ һайлаған яҙмыштар» (1972); «Беҙ китәбеҙ, һеҙ ҡалаһығыҙ» (1986); «Хушығыҙ» (1993); Емельян Пугачёвтың көрәштәше Бәхтийәр тураһында «Бәхтийәр Ҡанкаев» (1974) тарихи драмаһы; «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Әлдермештән Әлмәндәр», «Илгизәр + Вера», «Йөрәккәйем» комедиялары; «Ай булмаһа, йондоҙ бар», «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» драмалары һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. Йәлил исемендәге премия лауреаты (1974)
  • РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1979) — Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында ҡуйылған «Әлдермештән Әлмәндәр» («Белая ворона») пьесаһы өсөн
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия (1979)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Ҡазандың Вахитов районындағы урам уның исемен йөрөтә;
  • Ҡазанда 12‑се татар гимназияһында хәтер залы асылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
  • Түбән Кама дәүләт драма театрына Миңнуллин исеме бирелгән.