Монгол яйлаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Монгол яйлаһы
Дәүләт Flag of Mongolia.svg Монголия
Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Flag of Russia.svg Рәсәй
Урынлашыу Үҙәк Азия
Көнбайыш Монголияның дала ландшафты

Монгол яйлаһы (яҫы таулыҡтары) — Үҙәк Азия көнсығышындағы ҙур майҙанлы яйла; оҙон яғы — 2500 км, ҡыҫҡа яғы — 700 км. Дөйөм майҙаны 2,6 млн км²[1] (шул иҫәптән Ҡытай өлөшө 1,4 млн км²[2]). Гоби сүллеге менән ике өлөшкә бүленгән — төньяҡтан Монголияға, ә көньяҡтан — Ҡытай автономиялы регионы Эске Монголияға инә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйәләр һыу эсә. Монгол Алтайы — панорама

Төньяҡ-көнбайыштан яйланы Алтай тауы , Танну-Ола һәм Саян тауҙары сикләй, төньяҡтан — Хэнтэй таулыҡтары, көнсығыштан — Оло Хинган, көньяҡтан — Тарим тарлауығы, ә көнбайыштан — Джунгария бассейны (Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы) ҡамалай.

Яйланың бейеклеге 915-тән 1525 метрға тиклем етә. Улан-Баторҙан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан, Ҡытай сигенә яҡыная барған һайын Монгол яйлаһы яйлап һөҙәкләнә бара. Иң бейек нөктә — Мунх-Хайрхан-Ула тауы (4362 м)[1] — Монгол Алтайы һыртында урынлашҡан. Көнбайыш өлөшөндә яйланың Гоби Алтайы тигән һырттары китә.

Монгол яйлаһының климаты континенталь, ҡоро, яуым-төшөм бик аҙ — йылына 200 мм. Температура арауығы бик ҙур. Улан-Баторҙа, мәҫәлән, ғинуарҙың уртаса температураһы −26° C, ә июлдеке — +17° C.[1]

Яйла буйлап Селенга (монг. Сэлэнгэ мөрөн) һәм Керулен йылғалары аға. Ҡытай өлөшөндә генә лә яйланың 220-нән ашыу тоҙло күле бар.[2]

Халҡы һәм иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Горизонтта — Гоби Алтайы һырттары — панорама

Яйланың төньяҡ райондарында башлыса монголдар йәшәй, иң көнбайышта — ҡаҙаҡтар. Эске Монголия халҡының 4/5 — ҡытайҙар (хандәр) тәшкил итә. Яйла ерҙәре иҡтисади яҡтан сағыштырмаса артта ҡалған.

Яйла — ҡоро климатлы дала, унда ҡыҫҡа ғына үләндәр үҫә; күсеп йөрөп малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, һарыҡ-кәзә, һыйыр, ат һәм дөйә аҫрайҙар. Ауыл хужалығы менән шөғәлләнеү климат шарттары менән сикләнә; бойҙай, һоло һәм башҡа иген культуралары, йәшелсә үҫтерелә. Эске Монголияның һуғарыулы райондарында шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы орлоҡлолар үҫтерелә. Яйланың монгол өлөшөндә — күмер (Сайн-Шан), ҡытай яғында — күмер һәм мәғдән (Баотоу) сығарыла. Бынан тыш баҡыр, молибден, плавик шпат, уран, алтын, көмөш һәм башҡа минералдар сығарыла.[1]

1955 йылда[1] тамамланған Трансмонгол тимер юлы яйланың төньяғындағы Улан-Баторҙы рәсәй ҡалаһы Улан-Удэ һәм ҡытай ҡалаһы Эрэн-Хото менән бәйләй.

Көтөүсе

Монгол яйлаһы йылғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монголия йылғалары тауҙарҙан баш ала. Уларҙың күптәре Себер һәм Алыҫ Көнсығыш яғына ағып китә. Илдең иң ҙур, иң тәрән йылғаһы — Селенга, Монголия эсендә генә лә 600 км оҙонлоҡта, Керулен (1100 км), Тэсийн-Гол (568 км), Онон (300 км), Халхин-Гол, Кобдо һәм башҡалар. Селенга Хангай тауының бер һыртынан баш ала, уға ҙур-ҙур йылғалар — Орхон, Хануй-Гол, Чулутын-Гол, Дэлгэр-Мурэн һәм башҡа йылғалар килеп ҡушыла. Ағым тиҙлеге — секундына 1,5-тән 3 метрға етә. Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уның тиҙ ағышлы һалҡын һыуҙары болғансыҡ ҡараһыу төҫтә, сөнки ярҙары ҡомло-балсыҡлы. Селенга ярты йыл туңып тора, боҙ ҡалынлығы 1 — 1,5 м тәшкил итә. Ике тапҡыр ташып ала: яҙ — ҡар һыуҙарынан һәм йәйгеһен — яуындарҙан. Монголиянан ағып сыҡҡас, Селенга Бурятия аша үтеп Байкалға барып ҡоя.[3]

Илдең көнбайыш һәм көньяҡ- көнбайыш яғындағы сығанаҡтар тауҙарҙан ағып төшкәс, океан яғына китә алмай һәм, ҡағиҙә булараҡ, берәй күлгә барып ҡоя.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Mongolian Plateau  (инг.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. 8 ғинуар 2010 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Zheng Xiyu Salt lakes on the Inner Mongolian Plateau of China // CHINESE GEOGRAPHICAL SCIENCE. — Science Press, Beijing, China, 1991. — В. 1. — Т. 1. — С. 83--94.
  3. Селенга // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • География Китая
  • География Монголии

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Britannica.com Mongolian Plateau
  • Селенга // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.