Эстәлеккә күсергә

Моратов Зиннәт Ибәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моратов Зиннәт Ибәт улы
татар. Zinnət İbət uğlı Moratov
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 декабрь 1905 (9 ғинуар 1906)
Тыуған урыны Яңы Ҡалмаш, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Балалары Раднэр Зинятович Муратов[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт һыу коммуникациялары университеты[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Ҡыҙыл профессура институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
 Моратов Зиннәт Ибәт улы Викимилектә

Моратов Зиннәт Ибәт улы (27 декабрь 1905 йыл (9 ғинуар 1906 йыл) — 31 май 1988 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1944—1957 йылдарҙа КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары.

Зиннәт Ибәт улы Моратов 1905 йылдың 27 декабрендә (1906 йылдың 9 ғинуарында) Өфө губернаһының Яңы Ҡалмаш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) тыуа.

1930 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1930 йылда Ленинград политехник институтын, 1933 йылда Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай. Милләте татар[1].

  • 1920—1926 йылдар — ремонт эшсеһе, Томск тимер юлында йөк ташыусы,
  • 1927—1930 йылдар — Ленинград политехник институты студенты,
  • 1930—1933 йылдар — Ленинград һыу транспорты инженерҙары институтында уҡытыусы, Красная профессура институты тыңлаусыһы,
  • 1933—1935 йылдар — Омск тимер юлының идара итеү партия комитеты секретары һәм сәйәси бүлек секторы начальнигы,
  • 1935—1941 йылдар — Тимер юл транспорты сәйәси хеҙмәткәрҙәренең Үҙәк партия курстары начальнигы,
  • 1942 йыл — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Партия контроле комитетының яуаплы секретары,
  • 1943 йыл — Киров өлкәһе буйынса ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Партия контроле комитеты вәкиле,
  • 1943—1944 йылдар — ВКП(б)-ның Татарстан өлкә комитетының өсөнсө һәм икенсе секретары,
  • 1944—1950 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ҡазан ҡала комитеты секретары,
  • 1944—1957 йылдар — ВКП(б)-ның—КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары,
  • 1957—1960 йылдар — КПСС Үҙәк Комитеты инспекторы.

1960 йылдан — хаҡлы ялда.

1952—1961 йылдарҙа ВКП(б) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы, СССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1988 йылдың 31 майында Мәскәүҙә вафат була, Троекуров зыяратында ерләнгән[2].

Өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ТАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ТАССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, ВКП(б)—КПСС съездары делегаты, СССР Халыҡ контроле комитетының Йәшәйеш именлеге үҙәге комиссияһы ағзаһы.
  • Зиннат Моратов татарҙарҙан беренсе булып партияның Татарстан өлкә комитетын етәкләй (унан алда был вазифала булған 16 кеше бер нисек тә титуллы милләткә ҡарамай)[3].
  • Ул вазифаһын оҙаҡ ваҡыт — 13 йыл тиерлек биләгән тәүге республика етәксеһе була, ә унан алдағылар был вазифала уртаса 2-3 йыл һайын алмашынған[4].
  • И. В. Сталин хуплауы һәм Моратов З. И. инициативаһы буйынса 1952 йылда КПСС Үҙәк Комитеты Татарстан өлкә комитетын крайкомға үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә, уның буйынса республика ике өлкәгә — Ҡазан һәм Чистополгә бүленә[5].
  • Улы — Раднэр Моратов (1928—2004) — совет киноактёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
  • Улы — Лир Моратов (1932—2018) — шахмат буйынса Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, халыҡ-ара шахмат буйынса арбитр.
  • Улы — Родэс Моратов (1937 йылғы) — физик, физика-математика фәндәре докторы. http://www.mathnet.ru/rus/person64933.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс Ленин ордены (24.07.1945; 24.06.1950; 31.12.1955)
  • Октябрь Революцияһы ордены (30.12.1975)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (26.12.1985)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (08.01.1966)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1977)
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» (1970) миҙалы
  • Мәскәү ҡалаһы КПСС-тың Бауман райкомының Почет грамотаһы
  • 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары,
  • СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, ТАССР-ҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының билдәләре, дипломдары, почет грамоталары
  1. Муратов Зиннат Ибятович 2011 йыл 2 март архивланған.
  2. Могила З. И. Муратова
  3. Все побежали — и я побежал
  4. Первые секретари Татарского обкома, рескома партии (недоступная ссылка)Дата обращения: 20 октября 2007. Архивировано 6 апреля 2009 года.
  5. Камиль Фасеев Игра в эксперименты или как однажды дробили Татарстан 2022 йыл 11 апрель архивланған.