Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Морат Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Морат Хөсәйен улы Әхмәтов битенән йүнәлтелде)
Әхмәтов Морат
Тулы исеме

Әхмәтов Морат Хөсәйен улы

Тыуған

10 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Үлгән

2006({{padleft:2006|4|0}})

Үлгән урыны

Өфө, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)

Әхмәтов Морат Хөсәйен улы (10 август 1948 йыл26 февраль 2006 йыл) — башҡорт композиторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996) Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991). Күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтовтың улы.

Морат Әхмәтов — музыка тарихында беренсе булып дини фәлсәфәгә ҡоролған «Хәйәм һәм Ҡөрьән» операһын ижад итеүсе. Был рухи дилогияның беренсе өлөшө (2-се өлөшө — «Иов» операһы.[1].

Морат Әхмәтовтың әҫәрҙәренең нигеҙен героик эпостар, башҡорт халҡының тарихи үткәне, башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре тәшкил итә. Мостай Кәримдең киң билдәле әҫәре буйынса «Ай тотолған төндә» балеты, «Төньяҡ амурҙары» һәм «Урал батыр», «Батыр яралары», «Салауат тураһында поэма» ораторийҙары һәм башҡалар шундайҙар иҫәбенә керә.

1971—1972 йылдарҙа Совет Армия сафында хеҙмәт итә.

Композиция һәм фортепиано класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1966—1971 йылдарҙа — Гнесиндар исемендәге музыка педагогия институтында профессор А. Хачатуряндың композиция класында уҡый[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[3].
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы[4].
  • «Аполлон һәм Марсий» композицияһы.
  • Раги стилендәге трио-медитация".
  • Вокаль циклдары:
    • «Ҡытай пейзаж лирикаһынан»;
    • «Ғәрәп мөхәббәт лирикаһынан».
  • Балеттары:
    • «Маугли» (1974) — Р. Киплингтың билдәле әҫәре буйынса балет, Хөсәйен Әхмәтов либреттоһы;
    • «Утты бойһондороусы» (1984) — Кения халыҡтары фольклорына нигеҙләнгән африка легендалары мотивы буйынса балет;
    • «Торквемада» (1991) — Льорент Хуандың «Критическая история испанской инквизиции» монографияһы буйынса балет, В. Харченко либреттоһы;
    • «Төньяҡ амурҙары» (1980) — Фәйзи Ғәскәров либреттоһы;
    • «Урал батыр» (1998) — ошо уҡ исемле башҡорт халыҡ эпосы буйынса балет, Шамил Тереғолов либреттоһы;
    • «Ай тотолған төндә» (1978) — Мостай Кәримдең ошо уҡ исемле трагедияһы буйынса балет.
  • «Лабиринт һәм Минотавр» — боронғо грек мифтары темаһына соната.
  • Рухи опера дилогияһы:
  • Ораторийҙары:
    • Ҡәҙим Аралбай шиғыры буйынса «Батыр яраһы»;
    • «Салауат тураһында поэма»;
    • «Хиросима төштәре».
  • Симфониялары:
    • № 1 «Атайым иҫтәлеге», Хөсәйен Әхмәтовҡа бағышлана;
    • «Миллениум» симфоник триадаһы:
      • № 2 «Варган-симфония»;
      • № 3 « Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын уҡығандан һуң;
      • № 4 «Реквием — оҙон көй»;
    • № 5 «Ерҙәге һәм күктәге мәңгелек дәрүишлек тураһында» — композиторҙың һуңғы әҫәре (башҡарылмаған).

Классик әҫәрҙәрҙән тыш, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнә әҫәрҙәренә музыкаль биҙәү эшләй:

Шулай уҡ йәнһүрәттәргә лә музыка яҙа, улар араһында «Пилот» студияһы йәнһүрәттәре бар[5]:

  • «Авиатор» (1990)
  • «Пумс» (1990);
  • «Мөғжизәләр» (1990);
  • «Формула—1» (1991), «Экран» ижади берекмәһенә:[6]:
  • «Һәләкәтле мөхәббәт. 1-се фильм» (1989);
  • «Һәләкәтле мөхәббәт» (1990).

Педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1971—1978 йылдарҙа — Өфө сәнғәт институтының һәм училищеһының уҡытыусыһы;
  • 1976—1989 йылдарҙа — РСФСР-ҙың композиторҙар Берләшмәһендә башҡорт музыкаһы фондын туплау буйынса ентекле эш, халыҡ ижады оҫталарының Мәскәүҙә концерттарын, уларҙың халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыуын ойоштороу;
  • 1991—1995 йылдарҙа — Мәскәү композиторҙар Берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, Мәскәү композиторҙар Берләшмәһенең ревизия комиссияһы рәйесе;
  • 1997—1998 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтының милли мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса ректорҙың референты.

Морат Әхмәтовтың атаһы — күренекле композитор Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы.

Морат Әхмәтовтың дүрт балаһы бар. Улы Алик Әхмәтов Морат Әхмәтовтың вафат булыуынан һуң донъяға килә[7].

  1. Республика Башкортостан//ПАМЯТЬ :О странствиях вечных… . 2016 йыл 5 март архивланған.
  2. http://vatandash.ru/index.php?article=1155 2018 йыл 12 октябрь архивланған. Статья о Мураде Ахметове в журнале «Ватандаш»
  3. Указ Президента Российской Федерации от 2 мая 1996 года № 617 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2015 йыл 10 июнь архивланған.
  4. http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=18675(недоступная ссылка) УКАЗ Президента РБ от 25.11.1999 № УП-763
  5. http://www.pilot-film.com/index.php?p=show_person&pid=5093 2016 йыл 19 сентябрь архивланған. Фильмография Мурада Ахметова на сайте студии «Пилот».
  6. http://animator.ru/db/?p=show_person&pid=5093 Фильмография Мурада Ахметова на сайте Аниматор.
  7. http://www.agidel.ru/?param1=13041&tab=7 2016 йыл 5 март архивланған. Статья памяти Мурада Ахметова в газете «Республика Башкортостан»