Мостафина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мостафина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өйҙөрәкбаш, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 4 ғинуар 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2] (82 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө театр актёры
Эш урыны Салауат башҡорт дәүләт драма театры[1]
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1979)

Башҡортостандың халыҡ артисы

Мостафина-Ниғмәтуллина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы (16 декабрь 1941 йыл) — театр ветераны. 19642006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989—2001 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы һәм колледжы уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990), 2002 йылдың иң яҡшы актёры премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостафина-Ниғмәтуллина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы 1941 йылдың 16 деабрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған.

1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

карьераһын Салауат драма театрында башлай. Бер үк ваҡытта, 1989-2001 йылдарҙа, Салауат музыка колледжында башҡорт фольклоры бүлегендә, 2006-2010 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Сәнғәт үҙәгендә уҡыта. Үҙенең берҙән-бер театры сәхнәһендә Флүрә Миңлейәр ҡыҙы сағыу образдар галереяһын булдыра. Уларҙың һәр береһе үҙ заманының ысын ҡапма-ҡаршылығын йөрөткән йәнле һәм танылған персонаждар. Оҙаҡ йылдар театрҙың төп актёры була[3].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәләтле, матур тауышлы, бейеү оҫталығына эйә булған артист сәхнәлә уйнаған тәүге ролдәре менән үк тамашасының һөйөүен яулай. Флүрә Миңлейәр ҡыҙы Мостафина Салауат драма театрында эшләгән дәүерендә 70-тән артыҡ ролдә уйнай, шуларҙың 15 «йырлы» ролдәр. Төп ролдәре:

Флүрә Мостафина — киң диапазонлы артист, лирик, комик, трагик ролдәрҙе берҙәй уңышлы башҡара. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө яҙмыштарын уйнап, ул тамашасыны бәхетһеҙ булырға хоҡуғыбыҙ юҡ, тип инандыра[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« «Аллаға шөкөр, сит-ят ергә килеп төшһәм дә, барыһы ла йылы, ихлас ҡаршы алды. Улар шатлығым менән ҡыуанды, ҡайғымды, үҙҙәренекеләй күреп, уртаҡлашты. Зәкиә апай һәм Ибраһим ағай Әхмәровтар мине бигерәк яҡын итте, иҫ киткес ярҙамсыл кешеләр ине. Уларҙа йәшәнем дә бит әле. Йыш ҡына уларҙы иҫкә алам, мәсеткә барып рухтары өсөн хәйер бирәм. Коллектив ғәжәйеп шәп, татыу. Ундай төркөмдө кеше бер ваҡытта ла ташлап китмәй. Был донъяға тыуғанға, ошо юлдан киткәнгә бәхетлемен, ғүмерем бушҡа үтмәне», — ти Флүрә Миңлейәр ҡыҙы[4]. »

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]