Мукими
Мукими | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Коканд ханлығы |
Тыуған көнө | 1 май 1850 |
Тыуған урыны | Коканд, Коканд ханлығы |
Вафат булған көнө | 25 май 1903 (53 йәш) |
Вафат булған урыны | Коканд, Кокандский уезд[d], Фәрғәнә өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Муһаммад Аминхожа Мукими (үзб. Muhammad Aminxoʻja Muqimiy; 1850, Коканд — 25 майҙа 1903, Коканд) — үзбәк яҙыусыһы, шағир, сатирик. Үзбәк реализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шағирҙың «Мукими» псевдонимы — «даимилыҡ» тигәнде аңлата.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Аминхожа, Мукими булараҡ билдәле, 1850 йылда (әлегә тиклем уның тыуған датаһы теүәл асыҡланмаған) Кокандта Мирзахожаның тоҡомдан килгән икмәк бешереүсе ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә биш бала булып, Мукими улар араһында берҙән-бер малай була. Мукиминың әсәһе, Ғәйшәбиби бик яҡшы белемле, шиғри күңелле, халыҡ ауыҙ-тел ижадын бик яҡшы белгән һәләтле ҡатын-ҡыҙ була. Мукимиҙың шиғри һәләте әсәһе ярҙамында үҫешкән, сөнки әсәһе уны Алишер Навои, Хафиз, Жәми йөҙөндә көнсығыш классик әҙәбиәте менән таныштыра, һәм шағир ғүмеренең ахырына тиклем уға мөхәббәт һаҡлай. Үҙенең беренсе шиғырын ул ун йәшендә яҙа.
1865 йылда Мукимиҙың рухи ярҙам күрһәтеүсеһе, әсәһе вафат була. Һуңынан Мукимиҙың шиғырҙарында әсәһен иртә юғалтыу ҡайғыһы шәүләһе йыш тойомлана.
1872 йылда, коканд мәҙрәсәһен тамамлап, Мукими Бохараға данлыҡлы Мехтар-Айым мәҙрәсәһенә уҡырға килә. Бында юғары кимәлдә фарсы телен, шиғыр төҙөү алымдарына, башҡа фәндәрҙә үҙенең танып-белеүен киңәйтә. Мәҙрәсәлә уҡыу уның рухи үҫешендә бик ҙур роль уйнай. Тап унда шағир күп яҙа, уның шиғырҙарында әлегә бөйөк шағирҙарға оҡшарға тырышыу күп һиҙелә, әммә оҡшатыу призмаһы аша шағирҙың ғәҙәти булмаған, үҙенә генә хас тауышы ишетелә.
Мукими, 1876 йылда уҡыуын тамамлап, шөһрәт яратыусы пландарға тулышып, Кокандҡа ҡайта. Коканд ҡалаһын юғары ҡатламы тар даирәләрендә уны һағайып ҡаршы алалар, ҡабул итмәйҙәр. Шағир үҙе яҙғанса, «тап шул коканд аристократияһының танымауы миңә үҙемдең принциптарымды ҡайтанан ҡарап сығыуға һәм яңы әхлаҡи-әҙәби ҡараштар эшләп сығарыуға этәрҙе. Өмөт өҙөлөү миңә ныҡ ярҙам итте». 1870-се йылдарҙың икенсе яртыһында Мукимиҙың бик матур төҙөлгән сатирик йүнәлешле шиғырҙары ижад ителә һәм уларҙың йөкмәткеһенән шағирҙың үҙаңы ниндәй дәрәжәлә артҡанын аңларға мөмкин.
1880-се йылдар башында Мукими шиғриәткә новаторлыҡ ҡараш менән айырылып тороусы бер нисә фекерҙәш шағиры менән Йәш шағирҙар түңәрәге булдыра. Унда яңы үзбәк реализмына нигеҙ һалыусы Фуркат, Завки, Камил, Нисбәт һәм Мухаир ингән. Әммә шул уҡ ваҡытта йәш шағирҙар һәм шиғриәттең иҫке тулҡын вәкилдәре араһында килешмәүсәнлек тә барлыҡҡа килә. Ваҡыты менән әҙәби бәхәстәр киҫкен идеология көрмәкләшеүенә әүерелә, һәм һуңғараҡ был дәүерҙең күп кенә шағирҙары сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә.
Атаһы вафат булыуы сәбәпле, уға күҙ терәп ҡалған ғаиләһенә ярҙам итеү маҡсатында, Мукими Ташкентҡа күсергә мәжбүр була. Шағирҙың Ташкентта бер аҙ йәшәүе файҙалы була, аңы киңәйеүенә, ҡарашы нығыныуына, оҫталығы камиллашыуға ыңғай йоғонто яһай. Әҫәрҙәре яңыса, ҡыйыу һәм үҙенә бер төрлө төҙөлөшлө булһа ла, уларҙы бер кем дә баҫтырмай, һәм Мукимиға тереклек итеү сараһы бөтөнләй булмай. Шуның өсөн ул атаһының йортон һатырға, мәҙрәсәлә бәләкәй генә хөжрәһендә улы Акбархожа менән йәшәргә мәжбүр була. Тап шунда, мәҙрәсә хөжрәһендә шағир үҙенең исемен үлемһеҙ иткән иҫ киткес әҫәрҙәрен ижад итә.
Мукими ярлы тормош кисерә, ғүмеренең һуңғы йылдарында китаптар төҙәтеп һәм күсереп яҙып ҡына тамаҡ ялғарға мәжбүр була. 1903 йылдың 25 майында илле өс йәшендә вафат булды.
Рус теленә тәржемәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шағир шиғриәттең төрлө жанрҙарында 100-ҙән ашыу шиғыр ижад итә.
Мукими шулай уҡ 30-ға яҡын юмористик әҫәр ижад итә. Иң билдәлеләре: «Ат тураһында», «Бысраҡ тураһында», «Арба тураһында». Сатира кеүек үк, Мукими юморының ижтимағи һәм сәнғәт ҡиммәте ҙур. Мукими былай тип яҙа: «Кемдең йөрәге ғәҙел, мине аңлар».
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үзбәкстанда Мукими исемен йөрөткән ҡала урамдары, Үзбәк дәүләт музыкаль театры, Коканд дәүләт педагогия институты һ. б. бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наум Гребнев. Другие слова. Избранные переводы из узбекской народной и классической поэзии. Издательство литературы и искусства им. Гафура Гуляма, Ташкент 1973
- Наум Гребнев. Истоки и устья. Переводы из узбекской поэзии. Издательство литературы и искусства им. Гафура Гуляма, Ташкент 1983
- Алимджан Х., Мухаммад Амин Мукими, «Литература и искусство Узбекистана», 1938, № 5-6;
- Ёкубов Х., Узбек демократ шоири Мукимий, Тошкент, 1953;
- Олимжон А., Мухаммад Амин Мукимий. Хаёти ва ижоди, Тошкент, 1953;
- Каримов F., Мукимий, Тошкент, 1970.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мукими Мухаммад Амин-ходжа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Мукий биографияһы(недоступная ссылка)Ҡалып:Ref-uz