Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мунавир Галиев битенән йүнәлтелде)
Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы
Тыуған көнө

1 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы,
Рәжәп ауылы

Вафат булған көнө

6 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны

Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Дүртөйлө районы, Түбәнге Маншыр ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районының «Уңыш» колхозы рәйесе

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 29.08.1986
Ленин ордены — 23.12.1976 Ленин ордены — 29.08.1986 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 14.05.1975 «Почёт Билдәһе» ордены  — 08.04.1971

Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1 август 1934 йыл — 6 сентябрь 2012 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1968—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Уңыш» колхозы рәйесе. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).

Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы Ғәлиев 1934 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Рәжәп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

1957 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Балаҡатай районының Билән совхозында баш ветеринар табип булып эшләй башлай. 19591967 йылдарҙа Дүртөйлө районының ҡошсолоҡ комбинатында ветеринар табип, район-ара ветеринар лаборатория табибы, ветеринар дауахананың өлкән ветеринар табибы, ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы булып эшләй.

1968 йылда Мөнәүир Ғәлиев Дүртөйлө районының «Уңыш» колхозы рәйесе итеп һайлана. Уның етәкселегендә колхоз Башҡортостандың алдынғы хужалыҡтарының береһенә әүерелә. Хужалыҡ дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса планды уңышлы үтәй. Ул етәкселек иткән осорҙа колхоздың матди-техник базаһы һиҙелерлек нығый һәм социаль инфраструктура үҫешә. Колхоздың бөтә ауылдарында ла мәктәп, клуб, магазиндар һәм һыу үткәргестәр төҙөлә.

1982, 1983, 1984 йылдарҙа «Уңыш» колхозы Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе була һәм КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә. Баҫыусылыҡ продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәре өсөн колхозға «Юғары культуралы игенселек хужалығы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Күренекле производство ҡаҙаныштары, ун беренсе биш йыллыҡ заданиеһын уңышлы үтәгәне, күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 29 авгусындағы Указы менән Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөнәүир Ғәлиев СССР-ҙың 10-сы (1979) һәм 11-се (1984) саҡырылыш Юғары Советының Милләттәр Советына Башҡорт АССР-ынан депутат итеп һайлана[1].

1994 йылда Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы пенсияға сыға. Дүртөйлө районының Түбәнге Маншыр ауылында йәшәй. 2012 йылдың 6 сентябрендә, 79-сы йәшендә, ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]