Эстәлеккә күсергә

Мухаммед-Мирзоев Һауаджи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мухаммед-Мирзоев Һауаджи
чеч. Хаваджи Мухамед-Мирзаев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Алхазурово[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 4 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Чернигов районы[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание Мастер-сержант[d]
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d], Сталинград һуғышы һәм Днепр өсөн алыш
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Һауаджи (Һауажи) Мухаммед-Мирзоев (башҡ. Мөхәмәтмирзаев, урыҫ. Мухамет-Мирзоев, Магомед-Мирзоев) (1910 йыл — 4 октябрь 1943 йыл) -— Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы кавалерия полкы 3-сө эскадронының взвод командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Һауаджи Мухаммед-Мирзоев ярлы ғаиләлә тыуған. Грозный педагогия училищеһын тамамлай, артабан тыуған ауылында уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.

1930-сы йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Сик буйын боҙоусыны тотҡан саҡта яралана һәм демобилизациялана. 1940 йылда уТашкенттап Янғын һүндереү баш идаралығының урта етәкселек составы мәктәбен тамамлай, артабан Ленинабаадта (Тажикстан) янғындан һаҡлау инспекторы булып эшләй.

Фронтҡа 1941 йылдың сентябрь айында китә. Кавалерия полкы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының (Үҙәк фронты, 61-се армияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы) 3 эскадронында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1]. Сталинград алышында ҡатнаша.

1943 йылдың 18 сентябрендә Чернигов өлкәһе Менск районы Березна ҡасабаһына һөжүм иткән саҡта пулемёт уты менән эскадрондың һөжүмен (атлы сафта) тәьмин итә. Ошо алыш өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың 28 сентябрендә Һауаджи Мухаммед-Мирзоев беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға. Пулеметынан ярҙы дошмандан таҙартып, ул үҙенең подразделениеларына йылғаны уңышлы үтергә мөмкинлек бирә. Өс тапҡыр яралана, әммә позицияларын ҡалдырмай, 144 фашисты дөмөктөрә. 4 октябрҙә алған ауыр яраларҙан вафат була. Ошо батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ғинуарында Һfefджи Мухаммtд-Мирзоев Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң).[3]

Шулай уҡ уның дүрт ағаһы фронтҡа китә. Шуларҙың икеһе генә тере ҡайта.

  • Левковичи ауылы янында, уның һәләк булған урынында, һәйкәл ҡуйылған.
  • Һ. Мухаммед-Мирзоевтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
  • Грозный ҡалаһында уның һүрәте менән барельефыДан Мемориалында ҡуйылған.
  • Урыҫ-Мартанда бер урамға Герой исеме бирелгән[4].
  1. Адиз Кусаев. Отважен и горяч, но рассудка не теряет. Молодёжная смена. 27 апреля 2005 года. № 33 (236).
  2. Мухамед-Мирзаев Мирзаян Хаваджи 1910г.р. Дата обращения: 19 апрель 2019.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  4. Улица Хаваджи Магомед-Мирзоева в городе Урус-Мартан. Дата обращения: 19 апрель 2019.
  • Богатеева О. Герои Северного Кавказа // Аргументы и факты : газета. — 4-15 мая 2012. — № 19. — С. 10. — ISSN 0204-0476.
  • Герои Советского Союза — наши земляки // Партархив Чеч.-Инг. обкома КПСС [материал о 50 Героях Советского Союза, жизнь и работа которых связана с ЧИАССР].. — Гр., 6 мая 1985.
  • Зинченко О. В. Равнение на героев. — Гр.: Чечено-Ингушское книжное издательство, 1984. — С. 21.
  • Исаев Э. А. Чеченцы на фронтах Великой Отечественной войны // Вестник АН ЧР : журнал. — 2006. — № 4. — С. 85-88.
  • Индербиев М. Т. Фронтовая память: Документальная повесть: О 50-й Гвардейской артиллерийской Свирской бригаде. — Грозный: Чечено-Ингушское книжное издательство, 1988. — С. 7. — 150 с.
  • Лебедев П. Л. «Казбек» принимает бой. Художественно-документальная повесть. — Гр.: Книга, 1992. — С. 299.