Мәзит (исем)
Мәзит — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәзит исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм артыу, күбәйеү, ишләнеү тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәзитов Фаниль Фаритович 19 ғинуарында 1964 йылда Башҡортостан республикаһы Күгәрсен районында Сәйетҡол ауылында тыуған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары.
Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (14 сентябрь 1912 йыл — 30 ғинуар 1993 йыл) — совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944).
Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (8 март 1943 йыл) — «Салаватстрой» тресы төҙөүсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ғәлимов Дамир Мәзит улы (24.4.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә ауылы), режиссёр. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970).
Кинйә Мәзит ысын исеме Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.
Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәзит (рус. Мазитово) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |