Эстәлеккә күсергә

Мәхмәт I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмәт I Селәби
محمد اول‎ - Mehmed-i evvel
Мәхмәт I Селәби
Флаг
Флаг
Солтан
5 июль 141326 май 1421
Алдан килеүсе: Муса Челеби
Дауамсы: Морат II
 
Дине: Ислам
Тыуған: 1387 йыл тирәһе
Бурса, Ғосман империяһы
Үлгән: 26 май 1421({{padleft:1421|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Эдирне, Ғосман империяһы
Ерләнгән: Yeşil Türbe[d]
Нәҫел: Османы
Атаһы: Баязит I
Әсәһе: Девлет-хатун
Ҡатыны: Әминә ҡатын, Шехзаде-хатун, Кумру-хатун
Балалары: Морат II һәм башҡалар
 
Тугра: Тугра

Мәхмәт I Селәби́ (рус.  Мехме́д I Челеби́; ғосм. محمد اول‎ — Mehmed-i evvel, төр. Birinci Mehmet, Çelebi Mehmet; яҡ. 1387 — 26 май 1421) — 1413—1421 йылдарҙа идара иткән Ғосман солтаны. Мәхмәт Баязит I солтандың һәм Дәүләт Ҡатындың улдарының береһе була. Атаһының вафатынан һуң ул ағалары менән власть өсөн көрәштә еңә һәм ғәмәлдә емерелгән империяны ҡабул итә. Мәхмәт I Аҡһаҡ ябырылыуынан һуң бойондороҡһоҙлоҡ алған территорияларҙы кире ҡайтара. Замандаштары уны ғәҙел, тыйнаҡ, тыныс һәм белемле хаким тип ҡылыҡһырлай. Мәхмәт үҙенең-мосолман булмаған подданныйҙарына бик түҙемле ҡарай, сауҙаны күтәрергә тырыша, ҡаралтылар төҙөй (Адрианополь мәсете), әҙәбиәтте, айырыуса шиғриәтте ҡурсалай.

Мехмед Бурса ҡалаһында тыуған. Үҙенең бер туған ағай-энеһе (Сөләймән, Иса, Мостафа һәм Муса) кеүек үк, Селәби дәрәжәһенә эйә булған, был «хужа» тигәнде аңлата.

Аталары үлгәс, улдары империя ҡалдыҡтары өсөн үҙ-ара һуғыш асып бөтә, Муса хатта һәләк була, мәгәр һуңғы сиктә власть тулыһынса Мәхмәт ҡулына күсә. 1413 йылда тәхеткә ултыра.

Мәхмәт I сановниктары менән

Аҡһаҡ Тимерҙең Кесе Азияға бәреп инеүенән һуң ғәмәлдә тарҡалған Ғосман империяһының берҙәмлеген нығыта.

1415 йылда Эгей диңгеҙендә утрауҙарҙы яулап алырға тырышҡанда Венециянан еңелә.

1416 йылда шәйех Бәҙретдин Мәхмүд Симауналы (Симауи) ойошторған баш күтәреүҙе баҫтыра[1]

Албанияла, Анатолияла Чандар-оғлу бейлегенә ҡаршы һәм Ки­ли­кияла һуғыштар алып бара. Империяға инде юғалтылған баш ҡала — Әдирнәне кире ҡайтара.

Ғосман һарайында үҙ-ара һыйышмаған төркөмдәрҙе татыулаштырыуға өлгәшә.

Анатолияға күскенселәр баҫышыуынан һаҡланып, күп һанлы төрки ҡәбиләләрҙе Балҡанға күсереп ултыртып, күсенеп йөрөрлөк ерҙәр бирә.

Идара иткән осоронда Ви­зан­ти­я менән дуҫтарса мөнәсәбәттә ҡала, үҙ ерендә нәсараларға ҡарата түҙемле була, әҙәбиәт һәм сәнғәт үҫешенә ярҙам итә. Мәхмәт I батшалыҡ итеүе һигеҙ йыл ғына дауам итә, әммә ул ғәмәлдә империяның ҙур өлөшөнөң хакимы була.

Мәхмәт Бурсала олатаһы Морат I башлаған, Баязит I тамамлай алмай ҡалған тағы бер мәсетте төҙөп бөтөрә. Мәхмәт Йәшел мәсет эргәһендә ярлылар өсөн мәктәп һәм ашхана аса.

Бурсала Мәхмәт кәшәнәһе.

Мәхмәт I һунарҙа яраланып, вафат була. Бурсала, йәшел мәрмәр менән биҙәлгән атаҡлы мәсет эргәһендә үҙ әмере буйынса төҙөлгән төрбәлә ерләнә (Йәшел мәсет).

Ҡатындары һәм кәнизәктәре
  1. Europe and the Islamic World: A History. p. 128.Tolan, John. Princeton university Press. (2013) ISBN 978-0-691-14705-5.
  2. Alderson, 1956, table XXV (прим. 4)
  3. Alderson, 1956, table XXV
  4. Sakaoğlu, 2008, s. 78