Баязит I
Баязит I | |
ғосман. بايزيد اوَّل | |
Герб | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Титул | Солтан |
Ҡушамат | ييلدرم, صاعقةُ الإسلام, الملكُ السعيد һәм جلالُ الدين |
Тыуған көнө | 8 март 1354 |
Тыуған урыны | Әдирнә, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 8 март 1403 (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Акшехир[d], Ғосман империяһы |
Ерләнгән урыны | Бурса |
Атаһы | Мурад I[d] |
Әсәһе | Гюльчичек Хатун[d] |
Бер туғандары | Савджи-бей[d] |
Хәләл ефете | Оливера Деспина, Девлетшах-хатун[d], Девлет Хатун[d], Maria Fadrique d'Aragona, Countess of Salona[d] һәм Хафса Хатун[d] |
Балалары | Сулейман Челеби[d], Иса Челеби[d], Мәхмәт I, Мустафа-челеби[d], Муса Челеби[d], Эртогрул-челеби[d] һәм Хунди-хатун[d] |
Нәҫеле | Ғосмандар[d] |
Туған тел | ғосман теле[d] |
Һөнәр төрө | хаким, шағир |
Биләгән вазифаһы | Ғосман империяһы солтаны[d] һәм Beylerbey of the Anatolia Eyalet[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Bayezid I |
Баязит I Викимилектә |
Йәшен Баязит I (ғосм. بايزيد اول — Bâyezid-i evvel, төр. Birinci Bayezid, Yıldırım Bayezid; яҡынса 1357—1403) — Ғосман империяһы солтаны, 1389—1402 йылдарҙа хакимлыҡ итә. Баязит заманында Балҡан ярымутрауында баҫҡынсы һуғыштар дауам итә, империяның территорияһы ике тапҡырҙан ашыуға киңәйә[1], Византия өҫтөнән протекторат булдырыла. Баязит Анатолияла ла ғосмандарҙың урынын нығыта, ваҡ-төйәк бейлектәрҙе буйһондороға тырыша. Ошо сәбәптән Аҡһаҡ Тимер килеп ҡыҫыла һәм 1402 йылда Анкара алышында Ғосман ғәскәрен тармар итә, ә Баязитты әсирлеккә ала. Анкара алышынан һуң көсһөҙләнгән Ғосман дәүләтендә Баязиттың улдары араһында власть өсөн көрәш башлана, ул 1413 йылда Мәхмәт I-нең еңеүе менән тамамлана.
Баязит ярһыу, дыуамал була, төптән уйлап эш иткән элгәрҙәренән айырылып тора. Әммә талантлы полководец була, ғәскәрҙәрен бик етеҙ хәрәкәт иттергән өсөн уны Йәшен (Йылдырым) тип атайҙар[2]. 13 йыл хакимлыҡ итеү дәүерендә Баязит бер генә тапҡыр еңелә һәм был еңелеү уның өсөн фажиғәле тамамлана[3]. Дәүләт эштәре менән ҡыҙыҡһынмай, уларҙы губернаторҙарына йөкмәтә. Илбаҫарлыҡ яуҙары араһында Баязит ғәҙәттә ярандары менән Европала урынлаша һәм күңел аса, ашай, эсә, һәрәмендәге ҡатын-ҡыҙҙар, малайҙар менән кәйеф-сафаға бирелә[4]. Солтандың һарайы зиннәтлелеге менән дан тота. Шуның менән бергә Баязит иҫ киткес диндар кеше була, Бурса мәсетендәге хөжрәһендә оҙаҡ-оҙаҡ намаҙ уҡып, доға ҡылып ултырыр була, дин белгестәре менән аралаша [4].
Тормошо һәм яу юлдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баязит Ғосман солтаны Морат I менән Гөлсәсәк ҡатындың (Вифиниянан грек ҡыҙы) улы була[5]. Яҡынса 1381 йылда Баязит Гермиян әмире Сөләймәндең ҡыҙына өйләнә. Тиҙҙән Баязит Көтәһйәнең губернаторы ителә.
1389 йылдың 15 июнендә, атаһы Морат I Косово яланындағы яуҙа һәләк булған көндө, Баязит солтан тип иғлан ителә. Грек ҡаны ҡатнашҡан Баязитты Ғосман империяһының христиан вассалдары солтан итеп күрергә теләһә, уның ағаһы Яҡупты, талантлы полководецты, төрөктәр хуп күрә[5]. Легендаға ярашлы, мираҫ өсөн тартыш сыҡмаһын өсөн Баязит ҡулына власты алғас та ағаһын быуып үлтерергә ҡушҡан. Баязит Ғосман династияһына ағай-энене үлтереү ғәҙәтен керткән. Был ағай-эне араһындағы талаш-тартыштан ҡотолоу сараһы булған.
Косово яланында Баязит сербтарҙы ҡыра, атаһы өсөн үс ала. Сербия Ғосман империяһының вассалы ителә. Ошо яуҙа һәләк булған серб батшаһы Лазарҙың ҡыҙы Оливера Баязитҡа кейәүгә бирелә[2].
1389—1390 йылдарҙың ҡышында Баязит ғәскәрҙәрен йәһәт кенә Анатолияға күсерә һәм көнбайыштағы Айдын, Сарухан, Гермиян, Ментеше, Хәмит бейлектәрен буйһондора. Шулай итеп, ғосмандар тәүге тапҡыр Эгей һәм Урта диңгеҙ буйҙарына сыға. Яңы барлыҡҡа килгән Ғосман флоты Хиос утрауын талай, Аттикаға барымталар яһай[2].
1390 йылда Баязит Ҡараман бейлегенең баш ҡалаһы Коньяны ала. Унан һуң Кайсери, Сивас, Кастамона баш һала[4].
1393 йылда Баязит Балкан ярымутрауын яулауын дауам итә. Венгрия менән араһы ныҡ боҙола, Венгрия короле Сигизмунд төп дошманына әйләнә[4].
Баязит ғәскәре 1393 йылда Болгарияны буйһондора. Болгария Ғосман дәүләтенең провинцияһы ителә[6].
Болгариянан һуң Баязит Византияға юл тота[6]. Греция, Босния, Албанияны буйһондороу яуҙарын алып бара.
Сивасты алғас, Баязиттың өлкән улы Сөләймән етәкселегендәге Ғосман ғәскәрҙәре Аҡһаҡ Тимер яҡлауы аҫтында булған төркмән хакимы Ҡара Йософ ерҙәренә бәреп инә. Баязиттың тәкәбберлеге һәм дыуамаллығы Аҡһаҡ Тимерҙең асыуын килтерә[3].
Тиҙҙән тимериҙәрҙең бик ҙур ғәскәре Кесе Азияға килеп инә, Сивасты ала, шунан Анатолия эсенә үтеп тормайынса Хәлеб, Дамаск, Бағдад яғына китә. 1401 йылдың көҙөндә Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре Кесе Азия сигенә кире килә һәм ҡышлауға ҡала. Тәүге тапҡыр үҙенә тиң дошманға тап булып, Баязит шаңҡый. Күп эсеүҙән һәм тик рәхәт-ләззәт көҫәүҙән һаулығы ла, аҡылы ла ҡаҡшаған солтан дошманға ҡаршы тороу сараһын күрмәй. Аҡһаҡ Тимер юҡлыҡтан файҙаланып, Сивасты ҡайтарырға ла тырышмай. 1402 йылдың йәйендә Аҡһаҡ Тимер һөжүмгә күскәс кенә, Баязит Константинополде ҡамап тотҡан ғәскәрҙәрен Азияға бора[3].
Баязиттың тәкәбберлегенең сиге булмай. Яу алдынан бер нисә көн буйы уның яугирҙәре ҡотороноп яҡын-тирәлә һунар итә. 1402 йылдың 20 июлендә Анкара эргәһендә ғәскәрҙәр бәрелешә[7]. Баязит армияһы 120-нән 160 меңгә тиклем яугирҙән торһа, Аҡһаҡ Тимер армияһы күпкә ҙур була. Ғосман ғәскәрҙәрендәге элекке ҡаты тәртип йомшарған, яугирҙәр эҫенән һәм оҙайлы юлдан, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәүҙән хәлһеҙләнгән була[3].
Аяуһыҙ алышта төрөк ғәскәре ҡыйратыла, Баязит әсирлеккә алына һәм Аҡһаҡ Тимер ҡаршыһына илтелә[8].
Баязиты сынйырлайҙар, яратҡан ҡатыны Оливераның билгә тиклем шәрә көйө төшкө аш артындағы Аҡһаҡ Тимерҙе хеҙмәтләндергәнен ҡарап торорға мәжбүр итәләр[9]. Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре Ғосман дәүләтен аяуһыҙ талай, ә Баязитты рәшәткәле арбаға ултыртып, илен һәм халҡын талағанды ҡарап йөрөргә мәжбүр итәләр[8].
1403 йылдың 8 мартында Баязит әсирлектә вафат була[10][11][8].
Ҡатындары һәм балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатындары һәм йәриәләре
- Ангелина ҡатын — испан тарихсыһы Гонсало Арготе де Молина фекеренсә, Аҡһаҡ Тимер илселәре Кастилья короле Энрике III-гә Баязит I-нең һәрәменән ике христиан ҡатынын оҙатҡан, уларҙың береһе грек ҡатыны Ангелина булған, элек ул дон Диего Гонсалес де Контрерас менән никахта торған булған[12].
- Деспина ҡатын — серб кенәзе Лазарь Хребелянович менән княгиня Милицаның ҡыҙы. 1390 йылда Баязит менән никахлаша. Анкара алышында ире менән бергә Аҡһаҡ Тимер әсирлегенә эләгә [13]. 1403 йылда Баязит вафат булғас, иреккә ебәрелә һәм Сербияға ҡайта. Сама менән 1443/44 йылда вафат була[14].
- Дәүләтшаһ ҡатын (вафаты 1411) — Гермиян хакимы Сөләймән шаһ менән Мөтәһһәрә ҡатындың (Йәләлетдин Руми ейәнсәре) ҡыҙы[15]. 1381 йылда Баязит менән никахлаша[16].
- Хафса ҡатын — Айдыногуллар бейлегенең хакимы Фәхреддин Исаның ҡыҙы. Никах 1391 йылда уҡыла[17].
- Мария ҡатын — испан тарихсыһы Гонсало Арготе де Молина фекеренсә, Аҡһаҡ Тимер илселәре Кастилья короле Энрике III-гә Баязит I-нең һәрәменән ике христиан ҡатынын оҙатҡан, уларҙың береһе мадьяр кенәзенең ҡыҙы, дон Пайо Гомес де Сото Майорҙың ҡатыны Мария булған[12].
- Мария ҡатын — Салона графының ҡыҙы Мария Баязит тарафынан 1393 йылда әсир алына.
- Дәүләт ҡатын (вафаты 1412[18]) [19].
- Фүләнә ҡатын [20] — Константин Деяновичтың ҡыҙы. Һәрәмгә 1372 йылда эләгә[17].
- Иоанн V Палеолог менән Елена Кантакузинаның ҡыҙы, исеме билдәһеҙ. Һәрәмгә 1389 йылда эләгә[17].
- Улдары
- Әртуғрул челеби (1376—1393[17]/1399[21]) — атаһының хакимлығы осоронда Айдында вәли була[21].
- Мостафа челеби (1380—1402 йылдың 28 июлендә үлтерелә[22]/1422 йылда аҫыла; әсәһе — Дәүләтшаһ ҡатын[20]) — атаһы менән бергә Анкара алышында ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы аныҡ билдәле түгел: йә ул яуҙа һәләк булған, йә Аҡһаҡ Тимергә әсирлеккә эләккән[23].
- Мәхмәт I (1389—1421 йылдың 21 майы; әсәһе — Дәүләт ҡатын[16]) — 1413—1421 йылдарҙа Ғосман солтаны.
- Ҡасим Йософ челеби (1390—1417) — Орхан исемле улы (вафаты 29 май 1453) булған тип фараз ителә[24]. Ағай-энеһе Сөләймән челеби, Муса, ҡыҙ ҡәрҙәше Фатма менән Константинополгә оҙатылған[25]. Фараз ителеүенсә, һуҡырайтылған[26].
- Иса челеби (вафаты 1404[17]/1408[27]; әсәһе — Дәүләтшаһ ҡатын[20]) — хакимһыҙ осор идарасыларының береһе [27]. 1402 йылда Иоан Тантерестың ҡыҙына өйләнә[17].
- Муса челеби (вафаты 1402[17]; әсәһе — Дәүләтшаһ ҡатын[20])
- Сөләймән челеби (17 февраль 1411 аҫыла[28]) — атаһы хакимлыҡ иткән саҡта Сарухан менән Карасиҙа вәли, хакимһыҙ осор идарасыларының береһе[28]. 1402 йылда Мореяның деспоты Феодор I Палеолог менән Бартоломеяның (Нерио I Аччайолиҙың ҡыҙы) ҡыҙына өйләнә. Фараз ителеүенсә, Сөләймән Мәхмәтшаһтың, Орхандың[29] һәм исеме билдәһеҙ ҡыҙҙың[28] атаһы булған[17]. Сөләймәндең ейәне Орхан челеби Ғосман тәхетенә дәғүәсе булған.
- Хәсән челеби — Анкара алышы йылында (1402) ул кескәй бала ғына булған тип иҫәпләнә[30].
- Иса челеби — Лаоник Халкокондил уны христанлыҡҡа күскән кесе Иса тип атай [31].
- Ҡорҡот челеби[17]
- Үмәр челеби[17]
- Муса челеби (1443 йылда 5 июнь аҫылған/10 августа[32] мәрхүм булған[33]; Баязиттың кинйә улы I[33]) — хакимһыҙ осор идарасыларының береһе. 1408 йылда Валахия господары Мирча I-нең ҡыҙына өйләнә[17].
- Ҡыҙҙары
- Һунди ҡатын — 1402 йылда Шәмсетдин Мәхмәткә кейәүгә сыға, Али тигән улы һәм игеҙәк ҡыҙҙары була [17].
- Паша Мәләк ҡатын — 1402 йылда Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәр башлығы Йәләлетдин Исламдың улы Шәмсетдин Мөхәммәткә кейәүгә бара [17]
- Ҡыҙы — 1403 йылда Миран шаһтың улы Әбү Бәкер мырҙаға бара[17].
- Фатма ҡатын — 1413 йылда бер санжакбейгә бара[17].
- Ҡыҙы — Неаполь короленә кейәүгә сығырға тейеш була, әммә ниәт тормошҡа ашмай ҡала[34].
Хәҙерге мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәфис әҙәбиәттә
- Бородин С. П. Молниеносный Баязет (роман, 1973).
- Документаль кинола
- Нәфис кинола
- Совет завоевателей. 4-я серия (Азербайджан; 1997). В роли Баязида I — Гусейнага Атакишиев.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Pitcher, Donald Edgar. An Historical Geography of the Ottoman Empire. — London: The Shield Press, 1972. — С. 293.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кинросс, 1999, с. 70—7170—71
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Кинросс, 1999, с. 82—8582—85
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Кинросс, 1999, с. 7373
- ↑ 5,0 5,1 Shaw S. J., 1976, p. 28
- ↑ 6,0 6,1 Кинросс, 1999, с. 74—7574—75
- ↑ Баязет I // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Кинросс, 1999, с. 86—8886—88
- ↑ Alderson, 1956, p. 93—94
- ↑ Баязет I Джильдерим // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Akgunduz; Ozturk, 2011, с. 74—7574—75
- ↑ 12,0 12,1 Alderson, 1956, table XXIV (прим. 6)
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 7)
- ↑ Keskin, 2017, p. 288
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 8)
- ↑ 16,0 16,1 Alderson, 1956, table XXIV (прим. 9)
- ↑ 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 17,11 17,12 17,13 17,14 Alderson, 1956, table XXIV
- ↑ Sakaoğlu, 2008, s. 61
- ↑ Sakaoğlu, 2008, s. 60
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 Öztuna, 2005, p. 114
- ↑ 21,0 21,1 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 12
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 30
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 19)
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 16)
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 20
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 15)
- ↑ 27,0 27,1 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 19
- ↑ 28,0 28,1 28,2 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 42
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 33
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 13)
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 14)
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 18)
- ↑ 33,0 33,1 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 29
- ↑ Alderson, 1956, table XXIV (прим. 25)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинросс, Лорд. Расцвет и упадок Османской империи = Ottoman Centuries: The Rise and Fall of the Turkish Empire. — М.: Крон-Пресс, 1999. — 696 с. — ISBN 5-232-00732-7.
- Akgunduz, Ahmed; Ozturk, Said. Ottoman History - Misperceptions and Truths. — IUR Press, 2011. — 694 с. — ISBN 978-9090261-08-9.
- Alderson, Anthony Dolphin. The Structure of the Ottoman Dynasty. — Ҡалып:Oxf.: Clarendon Press, 1956.
- Keskin M.Ç. Osmanlı Sarayı’nda Bir Sırp Prenses: Mileva Olivera Lazarevic : YAZ. — 2017. — Vol. 82. — P. 269—301.
- Nikol D. THE BYZANTINE FAMILY OF KANTAKOUZENOS (CANTACUZENUS) CA. 1100-1460 A Genealogical and Prosopographical Study. — Dumbarton Oaks Center for Byzantine Studies, Trustees for Harvard University, 1968. — Vol. 11. — 265 p. — (Dumbarton Oaks studies).
- Öztuna, Yılmaz. Devletler ve hânedanlar. — Istanbul: Kültür Bakanlığı, 2005. — Т. 2. — ISBN 9751704693, 9789751704696.
- Sakaoğlu N. Bu mülkün kadın sultanları. — İstanbul: Oğlak Yayıncılık, 2008. — 574 p.
- Stanford J. Shaw. History of the Ottoman Empire and Modern Turkey. — Cambridge University Press, 1976. — Vol. 1. Empire of the Gazis: The Rise and Decline of the Ottoman Empire 1280–1808. — 368 p. — ISBN 9780521291637, ISBN 0521291631 (paperback), ISBN 0521212804 (hardback).
- Süreyya Mehmed Bey. Sicill-i Osmani / ed. Nuri Akbayar. — Istanbul: Tarih Vakfi Yurt Yayınlar, 1996. — P. 15. — ISBN 975-333-049-5, 975-333-038-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязид I Молниеносный программа "Эха Москвы из цикла «Всё так»