Эстәлеккә күсергә

Мәғәфүр (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мәғәфүр — башҡорт ир-ат исеме.

Мәғәфүр исеме башҡорттарға ғәрәптәрҙән килеп ингән. Кисерелгән, ғәфү ителгән тигәнде аңлата[1].

Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы (10 ғинуар 1915 йыл — 5 октябрь 2004 йыл) — йырсы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).

Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы (1917 йыл — 22 август 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (8 август 1952 йыл) — ғалим-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).

Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (6 апрель 1949 йыл), ғалим-биолог, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ