Эстәлеккә күсергә

Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов битенән йүнәлтелде)
Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны 2-се Мырҙа[d], Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Бәләкәй Башҡортостан, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 4 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө бейеүсе
Эш урыны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

халыҡ артисы[d]

«Почёт Билдәһе» ордены

Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы (18 февраль 1920 йыл — 4 февраль 2012 йыл) — бейеүсе, 1941—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955)[1], Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953)[1]. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).

«Өс таған» башҡорт шаян бейеүе. Бейейҙәр М. Иҙрисов, Ә. Фәхретдинов һәм С. Исмаилов.

Тормош юлы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов 1920 йылдың 18 февралендә Хәйбулла районы 2-се Мырҙа ауылында тыуған. 1939 йылда Баймаҡ районына рудникка эшкә килә[1]. Ошонда эшләгән сағында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, сығыш яһай. 1941 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерлек башланған осорҙа, Фәйзи Ғәскәров уны ла исемлеккә индерә һәм Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыра[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт бригадаһы составында к алғы һыҙыҡта концерттарҙа ҡатнаша (барыһы 100-ҙән ашыу сығыш). Бейеү ансамбле составында Вьетнамда (1955), Индия, Бирма, Непалда (1959) сығыш яһай. В программе Госконцерта «СССР халыҡтары бейеүҙәре» Дәүләт программаһы буйынса ил буйынса һәм сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй (1962, 1967, 1982, 1984)[1].

Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. «Өс таған», «Һыу буйында», «Бүләк», бигерәк тә бейеүсенең репертуарында төп урынды алып торған «Байыҡ» бейеүе менән Мөхәммәт Иҙрисовтың исеме айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның ым-ишараһы, хәрәкәте, мут йылмайыуы, таҡмаҡлап бейеүе ҡабатланмаҫ оҫталыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • IV Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (алтын миҙал, Бухарест, 1953) лауреаты; Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты (Москва, 1960 год).

Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. YouTube сайтында Видео Мөхәммәт Иҙрисов башҡарыуында «Байыҡ» бейеүе