Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файыҡ Тимерйән улы Мөхәмәтйәнов
Тыуған көнө:

10 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Оло Баҙраҡ ауылы

Вафат булған көнө:

2 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы (10 март 1921 йыл2 июнь 2009 йыл) — башҡорт шағиры, журналист. 1943 йылдан — КПСС, 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1982 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файыҡ Тимерйән улы Мөхәмәтйәнов 1921 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Оло Баҙраҡ ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша[1].

Һуғыштан һуң мәктәптә военрук, электровоз машинисы була. Сахалин өлкәһендә парторг, диспетчер, шахта начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1954—1981 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите журналисы була, бер үк ваҡытта 1956—1958 йылдарҙа һәм 1960—1981 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын үтәй[1].

2009 йылдың 2 июнендә Өфөлә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Оҫта малай» исемле тәүге китабы 1960 йылда нәшер ителә. Файыҡ Мөхәмәтйәнов 11 шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы, шул иҫәптән — «Күңел көҙгөһө» (1972), «Әсәйемдең ҡулдары» (1981), «Көҙҙәремдең бағам күҙенә» (1991) һ.б.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яратҡан ғәҙәт: шиғырҙар. — Өфө, 1988.
  • Ер өндәшә: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, 2001.
  • Тыуған яғым йылыһы: шиғырҙар. — Өфө, 2006.
  • Батырлыҡ эҙе: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008. — 140 с. ISBN 978-5-295-04501-1

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1981)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 2 апрелендә Оло Баҙраҡ ауылы мәҙәниәт йортонда шағирға арналған әҙәби музей асыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фаик Мухаметзянов // Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков / сост. Р. Бикбаев, А. Юлдашбаев. — Уфа, 2007. — С. 196.
  • Кульмухаметова М. Поэт большой души : поэту-фронтовику Фаику Мухамедзянову — 85 лет // Истоки. — 2006. — 22 марта (№ 12). — С. 5.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]