Эстәлеккә күсергә

Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәмәт Кәрим улы Сәлимов битенән йүнәлтелде)
Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 февраль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Елдәр, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы (14 февраль 1925 йыл — 4 декабрь 2000 йыл) — төҙөүсе. 1955—1985 йылдарҙа «Өфөтрансстрой» тресы 826-сы төҙөлөш-монтаж поезының балта оҫталары бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Мөхәмәт Кәрим улы Сәлимов 1925 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Елдәр ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

19411945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1947 йылда Ҡыҙыл Армия сафынан демобилизациянан һуң, Свердловск ҡалаһында ауыр машиналар эшләүсе Урал заводында эшсе булып башлай. 19481949 йылдарҙа — Кемерово өлкәһенең «Ленинуголь» тресының «Комсомолец» шахтаһы забойщигы, 19501951 йылдарҙа — Һатҡы механизацияланған урман пунктында балта оҫтаһы, 19511955 йылдарҙа — Свердловск өлкәһе Синячихинский урман трансхужалығында балта оҫтаһы.

1955 йылдан М. К. Сәлимов «Уфимтрансстрой» тресының 826-сы поезының төҙөлөш-монтаж балта оҫталары бригадиры була. Уның бригадаһы, хеҙмәттең алдынғы ысулдарын һәм бәләкәй механизация сараларын киң ҡулланып, трест буйынса күрһәткестәр уртаса 105—107 процент булғанда, уны даими рәүештә 110—115 процентҡа арттырып үтәй.

Торлаҡ йорттар ҡыйығының ҙур күләмле элементтарын йыйыу, тәҙрә һәм ишек блоктарына быяла ҡуйыуҙа яңы ысул индерелә һәм үҙләштерелә. Был яңылыҡтарҙан йыллыҡ итисади һөҙөмтә 2,7 мең һум тәшкил итә.

Бригада ете йыллыҡ планды (1959—1965) 6 йыл да 4 айҙа үтәп, 35 мең квадрат метр торлаҡ майҙанын һәм ауыл хужалығының 5 объектын ҡулланыуға тапшыра, 5,1 мең һумлыҡ ағас һәм ҡаҙаҡ экономиялай. Бригадаға треста беренселәрҙән булып «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеме бирелә.

Балта оҫтаһы һәм столяр һөнәренә камил эйә булып, М. К. Сәлимов тәжрибәһен йәштәр менән бүлешә, 18 кешегә үҙ профессияһы серҙәрен өйрәтә, уның етәкселегендә 82 йәш балта оҫтаһы белемен камиллаштыра, уларҙың бишеһе бригадир булып китә.

Ике йыл эсендә генә бригада йылына 2,4 мең һум экономияланған 6 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә.

Ете йыллыҡ план заданиеһын үтәүҙәге юғары етештереү күрһәткестәре, төҙөлөш материалдарын экономиялау, объектты ваҡытынан алдараҡ сафҡа индереү, прогрессив ысулдар ҡулланыу өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 28 июлендәге Указы менән М. К. Сәлимовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1985 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем М. К. Сәлимов «Өфөтрансстрой» тресының 826-сы төҙөлөш-монтаж поезы мастеры булып эшләй.

2000 йылдың 4 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966);
  • Ленин (1966),
  • II дәрәжә Ватан һуғышы (1985),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордены,
  • миҙалдар.
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. — 576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.