Мөштәри Хәмид Мозафар улы
Хәмид Мозафар улы Мөштәри | |
татар. Мөштәри Хәмид Мозаффар улы | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
физика‑математика фәндәре докторы |
Ғилми исеме: |
профессор |
Уҡыу йорто: |
Урта Азия университеты |
Ғилми етәксеһе: |
С. А. Чаплыгин |
Награда һәм премиялары |
Мөштәри Хәмид Мозафар улы (22 июль 1900 йыл — 23 ғинуар 1981 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Физика‑математика фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Татар АССР‑ының (1940) һәм РСФСР‑ҙың (1965) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәмид Мозафар улы Мөштәри 1900 йылдың 22 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған.
Урта Азия университетын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1923) ТАССР Мәғариф халыҡ комисариатының Академик үҙәге ғилми секретары (Ҡазан),
1924 йылдан алып РСФСР‑ҙың Мәғариф халыҡ комисариатының Милли аҙсылыҡтар советында (Мәскәү),
1925 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге йоҡа көплөктәрҙең һыҙыҡлы булмаған теорияһына арналған. Мөштәри тарафынан көплөктәр механикаһы өлкәһендә ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеү буйынса теоретик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Ҡазан көплөктәр теорияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
2006 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының ғалим исемендәге премия булдыра.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нелинейная теория упругих оболочек. Казань, 1957 (авторҙаш);
- Нелинейная теория оболочек. М., 1990.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ильгамов М. А. Профессор Х. М. Муштари. М., 2001.
- Мөштәри Хәмид Мозафар улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 22 июлдә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбурҙа тыуғандар
- 23 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса механиктар
- Физика-математика фәндәре докторҙары