М. А. Шолохов текстарының авторлыҡ проблемаһы
М. А. Шолохов текстарының авторлыҡ проблемаһы — 1928 йылда М. А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы баҫылып сыҡҡандан һуң, яҙыусының авторлығын төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер тикшеренеүселәр шик аҫтына ҡуйған, ә башҡалары яҙыусының авторлығы — бәхәсһеҙ тип һанаған, киң ижтимағи резонанс алған әҙәбиәтте өйрәнеү һәм уның менән бәйле этик, сәйәси һәм башҡа һорауҙар һәм бәхәстәр тыуҙырған мәсьәләләр комплексы.
1928 йылдан башлап, Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы баҫылып сыҡҡандан алып, Шолохов романдың ысын авторы түгел тигән фараздар барлыҡҡа килә. Артабан Шолохов шулай уҡ башҡа әҫәрҙәренең дә авторы түгел тигән шикле фекерҙәр яңғырай. Бик күп кире ҡағыу булыуға ҡарамаҫтан, ошо раҫлауҙарҙың ялғанлығын асыу, ҡайһы бер тикшеренеүселәр, әҫәрҙәренең текстологик анализына һәм башҡа өҫтәмәләргә нигеҙләнеп, үҙенекендә тора.
Проблеманың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсьәләнең ҡуйылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылда «Октябрь» журналында «Тымыҡ Дон»дың ике томы баҫылып сыҡҡандан һуң, плагиат хаҡында тәүге имеш-мимештәр тарала. Ул фараз буйынса, имеш, Михаил Шолохов большевиктар атып үлтергән билдәһеҙ бер аҡ офицерҙың ялан сумкаһынан ҡулъяҙма таба һәм уны үҙенең исеме менән нәшер итә[1][2][3]. Хатта ниндәйҙер бер әбейҙең нәшриәткә, үлгән улының авторлығын тергеҙеүҙе талап итеп аноним шылтыратыуы һәм янауы тураһында һөйләйҙәр[4]. 1970-се йылдар уртаһында совет ғалимы Константин Прийма имеш-мимештең сығанаҡтарын асырға маташа һәм 1929 йылдың мартында романдың өсөнсө томы баҫылыуы кинәт туҡтап ҡалыуы Троцкий яҡлыларға ғына отошло тигән һығымтаға килә, сөнки фәҡәт улар ғына 1919 йылдағы Вёшенская ихтилалы тураһында бөтөн хәҡиҡәттең асылыуынан ҡурҡҡан[5][6].
«Октябрь» журналының баш мөхәррире Александр Серафимович (һуңғараҡ шулай уҡ Шолохов әҫәрҙәренең авторы тип уны ла күрһәткәндәр) уңышлы совет яҙыусыларының 22 йәшлек генийҙың көтөлмәгән данына көнләшеүе тип аңлата. Үҙенең хаттарының береһендә ул үҙе раҫлай: «Көнсөлдәр табылды — улар кемдер кемдеңдер ҡулъяҙмаһын урлаған тип ҡысҡыра башланылар. Был әшәке яла яғыусы ғәйбәт бөтөн Союз буйлап һүҙмә-һүҙ таралды. Бына эттәр![7]» Шолохов үҙе быны шулай уҡ: «ойошторолған көнсөллөк» тип атай[8]. Шул уҡ ваҡытта И. А. Герасимовтың, Серафимович «Тымыҡ Дон» авторының ысын тарихын белә, ләкин романдың баҫма тарихын ҡатмарлаштырмау маҡсатында, өндәшмәгән тигән мәғлүмәте һаҡлана.
1930 йылда Леонид Андреев иҫтәлегенә арналған йыйынтыҡ сыҡҡас, имеш-мимештәр тағы көсәйә. Был йыйынтыҡта Андреевтың 1917 йылдың 3 сентябренән тәнҡитсе Сергей Голоушевҡа төбәлгән хаты бар. Андреев бында Голоушевтың «Тымыҡ Дон»ын телгә ала һәм плагиат фаразы яҡлыларға ем бирә. Тик 1977 йылда ғына Рой Медведев, был хатта һүҙ бары тик Мәскәү гәзитендә баҫылған башҡа әҫәрҙән, «Тымыҡ Дондан» тигән юлъяҙмалары хаҡында ғына бара[9]. Хәйер, Шолохов был фактты белгән була. Ул Серафимовичҡа: "Миңә Мәскәүҙән … уҡыусыларым, тағы ла "Тымыҡ Дон"ды Андреевтың дуҫы Голоушевтан урлағанмын тигән имеш-мимеш йөрөй, тип яҙа. Л. Андреев хатында С. Голоушевтың әҫәрен бракка сығарыуын әйткән. (Минең хәсрәтем һәм бәләм башы булған) «Тымыҡ Дон» тип аталған йыйынтыҡҡа Голоушевтың юл һәм көнкүреш очерктары урын алған. Унда Корнилов һәм Каледин исеме йыш телгә алына. Шуға ла инде минең күп һанлы «дуҫтарым» яңы яла яғыу кампанияһы башланы. Миңә нимә эшләргә, Александр Серафимович? Тамам ялҡтым «бур» булыуҙан. Быға тиклем дә миңә бысраҡты күп һиптеләр, бына хәҙер яла яғыусыларға уңайлы мәл тыуҙы: минең "Тымыҡ Дон"дың өсөнсө томын баҫтырмайҙар, ә был яла яғыусыларға сәбәп кенә инде: «Бына, имеш, Голоушев „ашатҡанда“ яҙҙы, ә хәҙер — „шишмә ҡороған“…»«…»[10][11][12].
Аҡ эмигранттар араһында романға ҡараш насар булмай, яҡшылыҡ теләүсе фекерҙәр күп була, әммә унда ла плагиат, үлтерелгән аҡ офицер һәм ҡулъяҙманы үҙләштереү тураһында шаштырылған имеш-мимеш күп була[13].
Мария Ульянова комиссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плагиат тураһындағы имеш-мимештән арыған Шолохов партия гәзите «Правда»ға мөрәжәғәт итә. Ул редакцияға, был мәсьәләне тамам хәл итеп ҡуйыуҙы үтенеп, тәүге өс томдың ҡулъяҙмаһын һәм дүртенсе томдың планын килтереп күрһәтә.
Лениндың бер туған һеңлеһе Мария Ульянова эгидаһы һәм инициативаһы буйынса Рәсәй пролетар яҙыусылары ассоциацияһында (РАПП) Серафимович рәйеслегендәге айырым комиссияһы ойошторола. Шолохов ошо комиссия вәкилдәренә был ваҡытҡа яҙған барлыҡ ҡулъяҙмаларын, ҡаралама-һыҙмаларын килтереп күрһәтә.
1929 йылдың март аҙағында «Правда» гәзитендә РААП исеменән, Шолоховҡа ҡаршы йүнәлтелгән ғәйепләүҙәр уҫал яла тип аңлатҡан, кире ҡағыу хаты баҫыла[14]. Яҙыу аҫтына комиссия ағзалары: А. Серафимович, Л Авербах, В. Киршон В., А. Фадеев һәм В Ставскийҙарҙың ҡултамғалары ҡуйыла. Был яҙмала комиссия эшенең һөҙөмтәһе сағылған: плагиатты раҫлаусы бер ниндәй материал да юҡ, Шолоховтың роман өҫтөндә эшләгәнен күп кеше белгән, бер нисә кеше романдың ҡулъяҙмаһын күргән, һәм стиле буйынса ул Шолоховтың тәүге әҫәре «Дон хикәйәләре»нә яҡын. Һуңғараҡ был ҡулъяҙма әллә ҡайҙа була, оҙаҡ йылдар уны юғалған тип һанайҙар, һәм ул тик 1999 йылда ғына табыла.
Крюков вариантының барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шолохов 1932 йылда ВКП(б) сафына ингәндән һуң, һәм шул уҡ йылда үҙенең тәүге китабы — «Күтәрелгән сиҙәм» баҫылып сыҡҡандан һуң, плагиат тураһындағы имеш-мимеш бер аҙ баҫыла төшә.
Әммә 1937—1938 йылдарҙа көтмәгәндә яңы ғәйепләү кампанияһы йәйелдерелә. Казак яҙыусыһы Д. Петров-Бирюк һүҙҙәре буйынса, уның шәхсән үҙенә, шулай уҡ «Молот» тигән Ростов гәзитенә һәм партия өлкә комитетына казактарҙан Шолоховты яңынан плагиатта ғәйепләгән хаттар килә[15]. Был хаттарҙың ҡайһы берендә «Тымыҡ Дон»дың ысын авторы, тип билдәле казак яҙыусыһы, аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусы, 1920 йылда тиф ауырыуынан вафат булыусы Фёдор Крюков раҫлана; йәнәһе, уның менән бергә аҡтар яғында Шолоховтың ҡайныһы, П. Я Громославский, хеҙмәт иткән һәм, уның вафатынан һуң, Крюковтың ҡулъяҙмаларын кейәүенә тапшырған. Был фаразды Прийма кире ҡаға: Аҡ армия составында Крюков Дондан сигенгән саҡта, Громославский ҡыҙылдар яғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн Новочеркасск төрмәһендә ултырған була.
Шулай уҡ, 1929 йылдың аҙағында Вёшенская станицаһы менән гел ярышып йәшәгән Фёдор Крюковтың кесе тыуған иле Глазуновская станицаһының ҡайһы бер кешеләре «Тымыҡ Дон» авторы булараҡ Крюковтың исемен атай.[16]
СССР-ҙа 1938 йылдан һуң плагиат тураһындағы имеш-мимеш тынып ҡала һәм нигеҙҙә урыҫ эмиграцияһы мөхитендә әйләнеүен дауам итә. Әммә Көнбайышта ла, мәҫәлән, Глеб Струве йәки Юрген Рюле кеүек билдәле тәнҡитселәр, ҡулъяҙманың юғалғанына бер ваҡытта ла ышанмай.[17][18].
1970-се йылдарҙа һәм һуңғараҡ сығыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970-се йылдарҙан башлап Көнбайышта — ә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, СССР-ҙа ла һәм Рәсәйҙә лә — (И. Н. Медведева-Томашевская (Д*), А. И. Солженицын, Р. Ф. Медведев[19], М.Т Мезенцев, В. П. Фоменко, Т. Г. Фоменко, А. Г. Макаров һәм. С. Э. Макарова, Зеев Бар-Селла, А. В. Венков, В. И. Самарин) кеүек тикшеренеүселәргә ярашлы, «Тымыҡ Дон» (дөрөҫөрәге, тәүге романдың тергеҙелгән реконструкцияланған тәүтексы) Шолоховтыҡы түгел, ә 1910-сы йылдарҙа һәм граждандар һуғышы осоронда ысын ("төп[20]") авторы һәм Аҡ хәрәкәт ҡатнашыусы казак тарафынан яҙылған. И. Н. Медведева-Томашевская һәм М. Т. Мезенцев Крюков авторлығы хаҡындағы иҫке фаразды яңырта, һәм был фаразды бер нисә абруйлы тикшеренеүсе дәлилле, шул иҫәптән математика алымдарын ҡулланып, кире ҡаҡҡандан һуң, авторлыҡтың башҡа варианттары барлыҡҡа килә. Плагиат фаразын элеккесә ҡабул итмәгән ҡайһы бер билдәле әҙиптәр ҙә (А. Т. Твардовский[21], Ф. А. Абрамов[22], М. О. Чудакова[23]), Шолохов тарафынан Крюков архивы (ҡулъяҙмаһы) материалын үҙләштереүгә урын булыуы мөмкин тип иҫәпләй. Уның В. Г. Бондаренко[24] кеүек яҡлаусыһы ла Шолохов кеше алдында әйтеп өлгөрмәгән башҡа кешеләрҙең көндәлек, һыҙма, хәтирәләрен сығанаҡ булараҡ ҡулланыу мөмкинлеген төҫмөрләй. шолохов йәки авторҙар, кәм тигәндә, тағы уның менән шикләнмәй. Хатта Шолохов яҡлылар ҙа 1920 йылдар аҙағынан уҡ Шолоховтың авторлығына Д. С. Лихачев[25][26] ышанмаған һәм, минимум, икеләнгән тиҙәр. А. Н. Толстой[27] бер ваҡытта ла ышанмаған тигән мәғлүмәт бар. Филологтар Б. В. Томашевский һәм И. Н. Медведева-Томашевскаяның ҡыҙы З. Б. Томашевская әйтеүе буйынса, уның ата-әсәһе «Тымыҡ Дон» тураһында һәр ваҡыт былай тигән: «… ысын текстың был осорҙа күп төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы үҙгәртеүҙәр упҡынына батҡан ысынбарлыҡ текстың ҡатлау-ҡатлау ҡуптарып алыныуы мөмкин. Фәҡәт сит кешенең тексы менән генә шулай мөғәмәлә итеү мөмкин»[28]. Күп йылдар үткәс, И. Н. Медведева-Томашевская үҙенең «„Тымыҡ Дон“ өҙәңгеһе (роман йомағы)» китабы өҫтөндә эш башлай. Тамамланмаған эш, автор вафатынан һуң, 1974 йылда Парижда баҫыла[29].
Нығый, әҙерләү процестарының 1925—1927 йылдарҙа "Тымыҡ Дон"ды баҫмаға әҙерләгәндә тәүтекст күләме буйынса байтаҡ һәм эҙмә-эҙлекһеҙ мөхәррирләүгә дусар ителгән, бер нисә сюжет һыҙығы өҙөлгән, Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларҙың мемуарҙарынан дәлилләнмәгән өҫтәмәләр, шулай уҡ төрлөсә боҙоп күрһәтеүҙәр индерелгән. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, текстың мөхәррире Шолохов үҙе генә булмаған. Шолохов; мөхәррирҙәр сифатында уның ҡайныһы Петр Громославский, А. С Серафимович, К. И. Каргин иҫкә алына.
Шулай уҡ "Тымыҡ Дон"ды яҙыу-яҙмауында икеләнеү генә түгел; шулай уҡ «Күтәрелгән сиҙәм» һәм «Улар Тыуған ил өсөн көрәште» әҫәрҙәрен дә Шолохов түгел, ә башҡа авторҙар (Громославский, хатта Каргин А. П. Платонов)[30]яҙған тигән фараз тәҡдим ителгән.
Израиль филологы Зеев Бар-Селла (Владимир Назаров) "Тымыҡ Дон"дың авторы Вениамин Краснушкин (Виктор Севский) тигән фекер әйтә. Бар-Селла раҫлағанса, һуңғараҡ "Дон хикәйәләре"ндә файҙаланылған ҡулъяҙмалар ҙа Краснушкиндыҡы булған. Бар-Селла фаразы буйынса, Шолохов үҙенең әҫәрҙәрен бер ҡасан да үҙе яҙмаған, ә күп һанлы совет әҙәбәтселәре эшләгән һәм СССР-ға күптән көтөлгән престижлы Нобель премияһын алыуҙы тәьмин иткән совет махсус хеҙмәттәренең уңышлы әҙәби проекты «шәхесе» булған[31][32].
Был фараздар барыһы ла ниндәй ҙә булһа документаль дәлилдәргә ҡулъяҙма йә шаһиттар күрһәтмәләренә нигеҙләнмәгән (йыш ҡына, үҙенең характеры буйынса бындай мәғлүмәт һәм шаһиттар, әгәр улар булһа, юҡ ителеүе мөмкин тигән һылтанмалар менән), ә күпселеген ситләтелгән фекергә, фаразға, самалауға һәм баҫылып сыҡҡан романдың һәм шолохов ҡулъяҙмаларының тексын анализлауҙың төрлө алымдарына таяна.
1993 йылда Алексей Головниндың «Егерме беренсенең сигендә…» тигән тикшеренеү китабы донъя күрә, һәм автор "Тымыҡ Дон"ды Николай Гумилев яҙған тип раҫлай. Гейр Хьетсо хатына яуап биреп, Головнин былай тип яҙа: «Петроградта һәләкәттән ҡотолғас, егерме беренсе йылда, Гумилев Дон аръяғына ҡаса, һәм унда ғәҙәти һөнәре менән шөғөлләнә. Йәшеренергә мәжбүр булғанлыҡтан, аңлашылған сәбәп буйынса, үҙ ижадын беҙгә еткереү мөмкинлеген таба, беҙгә яҡшы билдәле булған кеше менән „ижад“ килешеүе төҙөй…» Юғарыла иҫкә алынған тикшеренеүҙең бишенсе бүлегендә ҡыҙыҡлы дәлилдәр килтерелгән.
Бер ҡарлуғас яҙ килтермәй тигән бүлектә Николай Степанович Гумилёв "Тымыҡ Дон"ды яҙғанда, ниндәй дон станицаһында йәшәүе ентекле тасуирлана
Алексей Головнин Һуңғы һүҙ йомғаҡлау бүлегендә Н. С. Гумилёв һәм М. Шолоховтың бергәләп һунарға һәм балыҡ тоторға йөрөүе тураһында яҙылған, хатта уларҙың Хопёр йылғаһы янындағы һунарҙа булған әңгәмәһен Валентин Ходунов төшөргән һирәк осраған фото ла ҡуйылған.
«Тымыҡ Дон» — аноним әҫәр түгел. Уны Михаил Шолохов баҫып сығарған, шуға күрә киреһе иҫбатланғанға тиклем тиклем, уны берҙән-бер автор тип иҫәпләргә кәрәк.
Г. Хьетсо һ.б. "Кем «Тымыҡ Дон»"Тымыҡ Донды яҙған"?"[33]
- 70-се йылдарҙа А. Солженицын, ул да Нобель премияһы лауреаты, һеҙҙе 1921 йылда вафат булған икенсе казак яҙыусыһы Фёдор Крюковтың әҫәрҙәрен үҙегеҙҙеке итеп күрһәтеүҙә ғәйепләй…
Шолохов[34]: Мин был мәсьәләгә аңлатма бирмәйем. Кем минең ижадымды яратмай, әйҙә был уйҙырма уларҙың выжданында ҡалһын. Миңә уҡыусыларымдың, яҡташтарымдың фекере ҡәҙерле. Улар, ҡайҙа дөрөҫлөк, ҡайҙа ялған икәнен беләләр. Тарих бар нәмәне үҙ урынына ҡуйыр. Бындай осраҡта Козьма Прутков былай тип яҙған: «Вакса файҙалы ҡарайта, ә хас кеше ләззәттләнеп ҡара яға…»
Ҡулъяҙмаларҙың табылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йылдар дауамында эҙләгәндән һуң, А. М. Горький исемендәге Рәсәй Фәндәр Академяһының Донъя әҙәбиәте институты 1999 йылда "Тымыҡ Дон"дың 1-се һәм 2-се китаптарының юғалған тип иҫәпләнгән ҡулъяҙмаларын таба —1929 йылда Шолохов тап ошоларҙы комиссияға күрһәткән булған. Ҡасандыр Шолохов үҙе, һуғыш йылдарында немец әсирлегендә һәләк булған ауыл темаһына яҙыусы дуҫы Ҡудашевҡа, ҡулъяҙмаларын һаҡларға ҡалдырған булып сыға. Ҡулъяҙмалар Ҡудашевтың тол ҡатынында һаҡланған була, әммә ул, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, ҡулъяҙмалар күсеп йөрәгәндә юғалды, тип һәр саҡ кире ҡаға. Тик ул үлгәс кенә, бөтә мөлкәт вариҫтарға күскәс, ҡулъяҙма табыла, һәм, уны һатып алғандан һуң, авторлыҡҡа экспертиза үткәреү мөмкинлеге асыла.
Ҡулъяҙмала 885 бит. Шуның 605-е М. А. Шолохов ҡулы менән яҙылған, 280 бите ҡатынының, һәм уның апай-һеңлеләренең ҡулы менән таҙа итеп күсереп яҙылған; уларҙың күпселегендә М. А. Шолоховтың төҙәтмәләре күренә. М. А. Шолохов ҡулы менән яҙылған биттәргә үҙ эсенә ҡараламар, варианттар һәм таҙа ҡағыҙға күсермәләр, шулай уҡ текстың теге йәки был өлөштәренә һыҙмалар һәм өҫтәмәләр индерелгән. М. А. Шолоховтың яҙыуы асыҡ, аныҡ индивидуаль һәм еңел таныулы. Ҡулъяҙманы һатып алғандан һуң өс: ҡулъяҙманың ысын булыуына һәм үҙ заманына — 1920 йылдар аҙағына тура килеүенә графологик, текстологик һәм идентификацион экспертиза үткәрелә. Текстологтар һығымтаһы:
"1. 605 битте Михаил Александрович Шолохов үҙ ҡулы менән яҙыу факты бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай . … 4. Был ҡулъяҙма яҙыусының романдың ике китабын яҙыуы тураһында анализ эшләргә бай материал бирә, уның авторының ижад лабораторияһына үтергә, был әҫәрҙе яҙыу тарихын тергеҙергә мөмкинлек бирә. 5. Ҡулъяҙманы текстологик өйрәнеү ҙә шик тыуҙырмай … фәнни нигеҙгә таянып, "Тымыҡ Дон"дың авторлыҡ проблемаһын хәл итеү мөмкинлеген бирә"
2006 йылда Рәсәй Фәндәр Академияһы ярҙамында ҡулъяҙманың факсимиль баҫмаһы сығарыла. Шолохов яҡлылар, ҡулъяҙмаларынан яҙыусының ижади процесын эҙмә-эҙлекле өйрәнеп булғанлыҡтан, теләгән бер кешегә уның ысын авторлығына ышаныу мөмкинлеге асыла, тип иҫәпләй.[35][36]
Проблеманың хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Тымыҡ Дон"дың автографы табылғандан һуң, Шолохов авторлығы яҡлылар үҙ позициялары раҫланды тип һанай[37]. Үҙ сиратында, плагиат яҡлыларҙың күпселеге[38] үҙ фараздарын яҡлауын дауам итә: ҡулъяҙмалар ғына Шолоховтың ысын автор булыуын раҫламай, тиҙәр улар. Улай ғына ла түгел, табылған ҡулъяҙмаларҙы ла ҡайһы бер осраҡта үҙҙәренең плагиат фаразы файҙаһына нигеҙ итеп ҡуллана.
"Тымыҡ Дон"дың авторлығы мәсьәләһенең ҡатмарлы һәм буталғанлығы һөҙөмтәләрҙең объективлығына һәм фәннилегенә, уларҙың, илдең төрлө тарихи осорҙарында теге йәки был ҡараштар өҫтөнлөк алыуынан сығып, йәмғиәткә тәҡдим ителеүенә һәм популярлаштырылыуына Шолохов яҡлыларҙың да, ҡаршы торған яҡтағы тикшеренеүселәрҙең дә шәхси сәйәси симпатиялары һәм антипатиялары, шәхси һәм төркөм ҡыҙыҡһыныуҙары, бәхәскә тәрән үтеп инеүе һәм бәхәстең юғары ҡыҙыулығы — барыһы ла иң һуңғы роль уйнамай.
Плагиат версияһы яҡлыларҙың дәлилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Роман йөкмәткеһенең Шолоховтың белеменә һәм тәжрибәһенә тап килмәүе. Шолохов авторлығында шикләнеүҙең тәүге һәм төп сәбәбе: бик йәш автор, ул ваҡиғалар барған саҡта бәләкәй бала һәм үҫмер генә булған кеше, дон казактары тормошоноң көнкүреш деталдәрен, Дондағы бик күп ерҙәрҙе, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларын белеүен күрһәткән һәм аҙ ғына ваҡыт эсендә шундай мөһабәт әҫәр яҙған[39]. Тәнҡитселәрҙең бер өлөшө "Тымыҡ Дон"дың юғары художестволы кимәле яҙыусының гениаль әҫәренең туранан-тура элгәре булған «Дон хикәйәләре» кимәле менән киҫкен ҡапма-ҡаршы контраст булыуын раҫлай. Тәнҡитселәр шулай уҡ «Дон хикәйәләре»ндә, романдағынан айырмалы рәүештә, авторҙың казак көнкүрешен йүнләп белмәүе билдәләнә.
- Романда тупаҫ хронолок һәм башҡа ҡапма-ҡаршылыҡтар күп, күп һанлы орфографик һәм стилистик хаталар бар.[40][41] Юғарыла билдәләнгәнсә, роман авторҙың юғары эрудициялылығын, Беренсе донъя һуғышы тарихын белеүен, һүрәтләнгән осор реалиялары менән таныш булыуын күрһәтә. Шуның менән бергә, кимәле буйынса белемле автор эшләй алмаҫлыҡ кеүек күренһә лә, текста йыш ҡына тупаҫ ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм хаталар осрай. Мәҫәлән, төп геройҙар бер үк ваҡытта Германияла һәм Австро-Венгрияла һуғышалар, һәм шул уҡ ваҡытта тылдағы госпиталдә лә күренәләр; герой 16 авгусҡа ҡарата төндә яуҙа ҡатнаша, шул уҡ алышта 16 сентябрҙә яралана; кесаҙна яралған бала әсә ҡарынында инде дүшәмбе көнгә ҡыбырлай ҙа башлай[42]. Тәнҡитселәр был тап килмәүҙе романдың ысын авторы яҙған төрлө редакцияларын сағыштырмаса аҙ белемле һәм грамотаһыҙыраҡ «авторҙаш» тамамланған тексҡа йыйған, тип аңлаталар. Һәм ул авторҙың төп идеяһын тормошҡа ашыра алмаған.
- Текстарға стилистик анализ. «Тымыҡ Дон»дың әҙәби телен бәхәсһеҙ Шолоховтыҡы тип һаналған башҡа әҫәрҙәре менән сағыштырып ҡарау ынтылыштары ла була. Был анализға нигеҙләнеп, романдың (йәки башҡа «шикле» әҫәрҙәрҙең) ҡайһылыр башҡа автор ҡәләменә (йә билдәләнмәгән, йә конкрет шәхестең) ҡарауы тураһында һығымта эшләнә.
- Тексҡа компьютер анализы. Тикшеренеүселәр В. П. Фоменко и Т. Г. Фоменко, үҙҙәренән алдараҡ шөғөлләнгәндәрҙең (Хьетсо һ.б.) ҡабул итерлек булмаған методик хаталарына күрһәтеп, 27 урыҫ яҙыусыһының киң материалында авторлыҡты тикшереү буйынса үҙҙәренең формаль методикаһын төҙөгәндәр. Был методикаға таянып, «1, 2, 3, 4, 5-се бүлектәрҙе һәм, бигерәк тә, романдың 6-сы бүлеген М. А. Шолохов яҙмаған» тигән һығымта яһайҙар. Шул методикаға нигеҙләнеп, "Тымыҡ Дон"ды Фёдор Крюков текстары менән сағыштыралар. Анализ һөҙөмтәһе Крюковтың ысын авторлығын дөрөҫләргә лә, төшөрөп ҡалдырырға ла ирек бирмәй. Шул уҡ авторҙар тағы ла бер ҡыҙыҡлы фактҡа иғтибар иткән: романдың «шикле» өлөшө Шолоховтың артабанғы әҫәрҙәренә ҡарағанда байтаҡҡа тиҙерәк яҙылған.
- Үҙ ҡулы менән яҙған авторҙың почергын тикшереү хаталары. Тәнҡитселәр, башҡа кешенекен күсергәндә булыуы бик мөмкин, Шолохов оригиналдан күсергәндә ебәргән тип аңлатырлыҡ, хаталарға күрһәтәләр. «Спектр красок» тиер урынға «Скипетр красок», «Зимний» (һарай) урынына «Замок», «колёсистый месяц» урынына «колосистый месяц», «на пол-лошади» (йәғни аттың ярты кәүҙәһе шәйе алдараҡ) урынына «на площади», «снег доходил лошадям до пуза» урынына «снег доходил лошадям до пояса», «Солунский» урынына «святой Дмитрий Сослуцкий» һ. б.[43] "Ҡаралама"ның баҫылып сығыуы күп һорауҙар тыуҙырған[44]:
- Төҙәтеүҙәр ни өсөн күп түгел?
- Ҡайһы бер төҙәтеүҙәрҙе башҡа кешенең почергын танымау менән аңлатырға була, мәҫәлән: «У дома» — яҙылған, һыҙылған, «у Дона» тип төҙәтелгән. «Аксинья улыбается снова, не разжимая зубы» — яҙылған, һыҙылған, «Аксинья улыбается строго, не разжимая губ» тип төҙәтелгән.
- Иҫке орфографияның рудименттары.[45] Дөйөм алғанда, заманса ҡағиҙәләргә таянып яҙылған Шолохов ҡулъяҙмаларында иҫке орфография эҙҙәре ҡалған: «следъ», «дедъ», «вахмистръ», «армія». Быны Шолохов ҡулъяҙмаһын файҙаланған ысын авторҙың оригинал яҙмаһы иҫке орфография яҙылышында эшләнгән булған тип аңлата тәнҡитселәр . Иҫке орфография буйынса яҙылғанды яңылыш уҡыу осраҡтары бар, мәҫәлән, «сѣрая» («серая», 2-се хәрефе — «ѣ», «ять») һүҙе «сырая» («ѣ» хәрефе «ы» тип ҡабул ителгән)[46].һүҙенә әйләнгән.
- Табылған ҡулъяҙмаларҙың һуңғараҡ килеп сығыу билдәләре. З. Бар-Селла[47], 1990-сы йылдар аҙағында табылған "Тымыҡ Дон"дың шолохов ҡулъяҙмаларын «Октябрь» журналында 1928 йылда сыҡҡан баҫмаһы һәм 1928 йылғы беренсе айырым баҫмаһы менән сағыштырып, журналда баҫылғаны, һуңғараҡ 1928 йылғы айырым баҫмала төҙәтелгән Шолоховтыҡына хас күп хатаға бай булғанын билдәләй. Ләкин ул хаталар был ҡулъяҙмала булмай. Бынан сығып, Бар-Селла, журналдағы баҫма икенсе ҡулъяҙманан күсерелгән, ә хәҙерге ҡулъяҙма (йә булмаһа, уның бер өлөшө) «Октябрь» журналында баҫылғандан һуң, бәлки, айырым баҫманы файҙаланып яҙылған тигән һығымтаға килә. Бар-Селла, был ҡулъяҙма роман баҫылып сыҡҡас, комиссияға күрһәтер алдынан Шолохов һәм уның ғаиләһе тарафынан махсус яҙылған, сөнки ысын ҡулъяҙманан журнал баҫмаһы эшләнгән була һәм уны был осраҡта (моғайын, сит автор билдәләре һиҙелеп торғанлыҡтан) күрһәтеү мөмкин булмаған.
- "Тымыҡ Дон"дың 1-се бүлегенең иртәрәк яҙылыу билдәләре. А. В. Венков[48], романдың беренсе бүлеген анализлап, бик күп деталдәр (хәрби форманы ҡылыҡһырлау, хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре, хәрби начальниктарҙың фамилиялары) 1901—1907 йй. дәүер интервалына күрһәтә тип билдәләй. Был ваҡытта Шолохов тыумаған йәки имсәк сабый ғына булған; шулай булғас, ул, романда яҙылған кеүек, бөтөн ваҡлыҡтарҙы төгәл һәм тулы белә алмаған, Венков фекеренсә, Шолохов романды Донъя һәм Граждандар һуғышынан, йыраҡтан, башламаҫ та ине.
- Татарский утарын хаталы танытыу. Шолохов ижадын өйрәнеүселәр, мәҫәлән, Ф. Кузнецов[49] раҫлауынса, роман тексында Татарский утары Вёшенский йортонан ситкә сығарып күрһәтелә.
- Баштан уҡ автор роман ваҡиғаларын Вёшенская станицаһында түгел, ә Донецтағы Калитвенская станицаһында күрһәтергә тейеш булған А. В. Венков[50] бер нисә билдә күрһәтә: төп герой Донецтағы Митякинская станицаһы казагы менән бер полкта, Пётр Мелехов Калитвенская һәм Донецтағы башҡа станицалар казактарынан төҙөлгән 27-се полкта хеҙмәт итә.
- Крюков текстары һәм «Тымыҡ Дон» араһындағы киҫелештәр. М. Мезенцев[51] «Тымыҡ Дон» текстары һәм урыҫ яҙыусыһы Фёдор Крюков әҫәрҙәре араһында тиҫтәләгән киҫелештәр таба. Ҡайһы бер киҫелештәр ышаныслы булмаһа ла, оҡшашлыҡтарҙың күп өлөшө (мәҫәлән, казактарҙы темтеү сәхнәһе, атаһының ҡыҙын көсләргә маташыуы) осраҡлы тип һанарлыҡ түгел, артыҡ үҙенсәлекле. Ҡайһы бер эпизодтар Шолоховҡа Ф. Крюковтың баҫылған әҫәрҙәренән билдәле лә булғандыр, ләкин күп кенә өлөшө Крюковтың көндәлектәрендә һәм хаттарында булған, шулай булғас, Шолохов уларҙы бер нисек тә роман өҫтөндә эшләгәндә файҙалана алмаған. А. Чернов фекерен Крюков авторлығы файҙаһына нигеҙләгәндә, Урыҫ теленең милли корпусы электрон материалдарын[52] файҙалана. Уның ярҙамында Крюков прозаһы һәм «Тымыҡ Дон» тексында меңдән артыҡ параллель булғанлығы асыҡланған.
Шолохов роман авторы тип раҫлаусыларҙың дәлилдәре һәм тәнҡиткә яуабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Плагиат фаразына ҡаршы ҡулъяҙмалар. 1999 йылда авторлығы экспертиза менән раҫланған романдың ике бүлеге ҡулъяҙмаһының табылыуы плагиат тураһындағы барса фараздарҙы һис шикһеҙ тулыһынса кире ҡаға. 1999 йылға саҡлы Рәсәй Фәндәр Академияһының Донъя әҙәбиәте институтында 1987 йылда табылған «Тымыҡ Дон» әҫәренең күләмле (1000 биттән артығыраҡ) ҡаралама автографы Шолоховтың берҙән бер автор булыуын раҫлай. Шолоховтың авторлығы яҡлылар һәр ваҡыт был ҡулъяҙма авторҙың роман өҫтөндә ентекле эшләүенә дәлил булып тора ти, ә текстың электән билдәһеҙ тарихы оппоненттар романда билдәләгән хаталарҙы һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы аңлата.
- Яҙыусының йәш булыуы. Шолохов «Тымыҡ Дон»ды яҙған мәлендә бик йәш булған тип әйтерлек түгел. Бик күп билдәле яҙыусылар үҙҙәренең иң яҡшы әҫәрҙәрен нәҡ шундай йәштә яҙған: А. А. Фадеев «Разлив» повесын 22 йәшендә, «Разгром» романын яҙғанда 25 йәшендә булған; көслө итеп яҙа башлаусы Л. М. Леоновҡа 22 йәш булған. Ч. Диккенс 26 йәшендә «Посмертные записки Пиквикского клуба», Т. Манн — «Будденброки», И. В. Гёте — «Гёц фон Берлихинген» әҫәрҙәрен, А. С. Пушкин 23 йәшендә — "Евгений Онегин"дың беренсе бүлеген, М. Ю. Лермонтов 23 йәшендә — «Смерть поэта» һәм «Бородино» шиғырҙарын, 25 йәшендә — «Мцыри», 26-ла — «Герой нашего времени»; Н. В. Гоголь 22 йәшендә — «Вечера на хуторе близ Диканьки», 26 йәшендә — «Миргород» әҫәрҙәрен; С. А. Есенин 21 йәшендә — «Радуница», 23 — «Сельский часослов» әҫәрҙәрен яҙғандар; Н. А. Добролюбов һәм Д. И. Писарев, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, егерме йәштәрендә танылыу алған[53]; Мэри Шелли «Франкенштейн, йәки Хәҙерге заман Прометей» романын 19 йәштә яҙған.
- Белеменең етерлек булмауы. Күп билдәле яҙыусылар әҙәбиәткә килгәнгә саҡлы йыш ҡына үҙ аллы белем алған. Леоновты университетҡа алмағандар; Горький башланғыс мәктәптең ике класын тамамлаған; Есенин, В. В. Маяковский һәм И. А. Бунин гимназияның өс класын ғына тамамлағандар[54]. Шолохов 1912 йылдан 1919 йылға саҡлы уҡый. (1914 й. — классик гимназияларҙа) һәм, уҡытыусылары иҫтәлектәренән билдәле булыуынса, бик һәйбәт һәләттәре менән айырылып тора[55]. Академик Челышев билдәләгәнсә, ғалим Ф. Кузнецов, романдың мәғлүмәти арауығы менән сағыштырғандан һуң, яҙыусының тормошто белеүен һәм уның күҙаллауҙарын юғары баһалап, әҫәрҙең М. А. Шолохов ҡәләменә тап килеү-килмәүендә шикләнеүҙәр нигеҙһеҙ тип ышаныслы раҫлай[56].
- 1-се донъя һуғышы тураһында белеүе. Шолоховҡа үҙе һүрәтләгән ваҡиғаларҙа шәхсән ҡатнашыу кәрәк булмай. Романдың хроникаль-тарихи биттәрен яҙғанда, күп һанлы тарихи сығанаҡтар, хәрби карталар, мемуар баҫмалар тураһында библиографик белешмәләр файҙалана.
- Роман реалияларының Шолохов биографияһына тап килеүе. Күп һанлы крайҙы өйрәнеү тикшеренеүҙәре Шолоховтың үҙ геройҙарының прототиптары менән осрашыуҙарын раҫлай, һәм был роман эпизодтарының күпселеге — Шолохов белгән кешеләр тормошонан алынған реаль ваҡиғалар. Романда һүрәтләнгән урындарҙы төбәктең күп топографик һәм топонимик атамалар менән сағыштырыуҙар карта төҙөү мөмкинлеге бирә һәм уларҙы Шолоховтың тыуған ерҙәре менән бәйләп була[57].
- Татарский утарының танылыуы. Татарскийҙан Базковҡа Дондың уң яҡ ярынан Рубежный, Рыбный һәм Громки утарҙарына саҡлы Прохор Зыков уҙған юл буйынса, Шолохов Татарский утарын Дондың уң ярына, Вёшенский йорто сиктәренә Рубежный һәм Плешаков утарҙары араһына, ҡуйған, тип фаразларға була. Артабан Дон буйлап 1918 йылда Усть-Медведицкий округынан Үрге Донской округына күскән Еланская һәм Усть-Хопёрская станицалары урынлашҡан[58].
- Крюков һәм «Тымыҡ Дон» текстарының киҫешеүе осраҡлы. Мезенцев билдәләгән айырым һүҙҙәрҙең тап килеүе («Фабричный?.. — Так точно»/«— Рабочий? — Угу»; «— Какой губернии? — Московской»/«— Откуда уроженец? — Москвич я»; «Сукины дети»/«сукин сын» и т. д.) осраҡлы; мәғлүмәти, көнкүрешкә бәйле һәм хеҙмәткәрҙәргә хас лексика, яҙыусының тел үҙенсәлектәрен һәм стилен, образлы системаһын һәм ижади индивидуаллеген күрһәтеүсе — метафоралы, эпитетлы, гиперболалы, сағыштырыуға бай түгел. Ошо мәғәнәлә Есенин һәм «Тымыҡ Дон» текстарының киҫелешеүе мөһимерәк һымаҡ («Лижет телёнок горбатый Вечера красный подол»/«Ласковым телком притулилось к оттаявшему бугру рыжее потеплевшее солнце» һ.б.)[59].
- Тәнҡитселәрҙең шәхси һәм сәйәси бер яҡлылығы. Плагиат тураһындағы имеш-мимеште ныҡышмалы рәүештә Шолоховҡа шәхси хаслыҡ ҡылыусылар, уның сәйәси һәм идеологик дошмандары, шул иҫәптән, 1920—1930-сы йылдарҙа — аҡ эмигранттар, 1930-сы йылдарҙа — троцкистар һәм 1960-сы йылдарҙа интеллигенцияның либераль ҡанаты ағзалары таратҡан:
- 1920-се йй. аҙағында — 1930-сы йй. башында эмигрант матбуғаты баҫып сығарған плагиат фаразлаусы мәҡәлә артабан Шолоховҡа хаслыҡ ҡылыусылар тарафынан СССР-ҙа ла киң таратылған[60].
- Ҡасандыр РКП (б)-ның Донбюро рәйесе посын биләгән, казактар ҡатламын ажар бөтөрөү яҡлы, РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе троцкист С. И. Сырцовтың (1893—1938), «Октябрь» журналында 1919 йылғы Вёшенский ихтилалын сағылдырған «Тымыҡ Дон»дың өсөнсө бүлеген баҫыуҙы туҡтатыуға ҡағылышы булыуы мөмкин. Был троцкистар уҙғарған сәйәсәтте фашлау, шулай уҡ Сырцов һәм уның фекерҙәштәренең позицияһын ҡаҡшатыу булыр ине. Шуның өсөн романды баҫтырыуҙы туҡтатырға ғына түгел, ә Шолоховтың үҙен Совет власына лояль булмаусы плагиатор тип күҙҙән төшөрөргә тырышҡандар.
- Крюков һәм Шолоховты ҡапма-ҡаршы ҡуйыу шулай уҡ Вёшенская һәм Глазуновская казак станицалары араһындағы күп йылдарға һуҙылған көнсөл ярышыу менән аңлатыла.
- Шолоховҡа 1937—1938 йылдарҙа ойошторолған яңы һөжүм, ул саҡта яҙыусы контрреволюцион ҡарашта тигән шик йәшәгәнлектән, Эске эштәр халыҡ комиссариаты провокацияһының бер өлөшө булыуы ла бик мөмкин. Провокация тормошҡа ашмағанлыҡтан, имеш-мимеш, фаразлауҙар шундуҡ баҫылған.
- Прийма мәғлүмәттәре буйынса, плагиат фаразын хуплаусы дон яҙыусыһы Д. И. Петров (Бирюк) Шолоховтың уңыштарынан көнләшкән; ул шаһиттар алдында үҙенең «Казактар тураһында хикәйәт» эпопеяһы "Тымыҡ Дон"дан яҡшыраҡ тип иғлан иткән[61].
- Шолоховтың Синявский һәм Даниэлға ҡаршы сығышынан һуң, бер аҙ баҫылып торған яҙыусыны плагиатта ғәйепләү кампанияһы диссиденттар һәм СССР либераль интеллигенцияһы араһында яңынан көсәйә.
- А. И. Солженицын, алдараҡ Шолоховҡа «үлемһеҙ «Тымыҡ Дон» авторын» юғары баһалауы тураһында яҙған булһа ла[62][63], ләкин һуңғараҡ эмиграцияла Д*-ның китабына инеш яҙыусы һәм Нобель лауреаты абруйы менән плагиат хаҡындағы фаразды хуплауға үҙ өлөшөн индереүсе булараҡ, профессор Ушаков, ҡасандыр үҙенең «Иван Денисовичтың бер көнө» повесына Ленин премияһын биреүгә ҡаршы сығыш яһағаны өсөн Шолоховҡа шәхси үпкәһе булғандыр тигән. Солженицын, «„Тымыҡ Дон“ өҙәңгеһе» баҫылып сыҡҡандан һуң, плагиат темаһына башҡа кире әйләнеп ҡайтмай; ҡулъяҙмалар табылғандан һуң, эше күплеккә һылтанып, плагиатта ғәйепләүҙе кире ҡағыусы яңы дәлилдәр менән танышыуҙан баш тарта[64].
- Элегерәк Шолоховтың талантына һоҡланыусы дон публицисы М. Т. Мезенцев, Шолоховтың РСФСР Юғары судында фатир буйынса дәғүәләшкәндә уны түгел, ә Вёшенский КПСС район комитетын яҡлап сығыш яһағанынан һуң, плагиат фаразы яғына сыға[65].
- Плагиат фаразы яҡлыларҙың күпселеге антикоммунистик һәм/йәки антисовет ҡарашта торған, һәм был уларҙа коммунист Шолохов ижадына объектив мөнәсәбәт булыуында шикләндерә[66].
- Крюков авторлығының ялғанлығын асыҡлау. Фаразланған Крюков авторлығына ҡаршы дәлилдәрҙе айырып күрһәтеү:
- 1975 йылда күренекле норвегия слависы Гейр Хьетсо етәкләгән скандинав тикшеренеүселәренең ҙур төркөмө өс университет базаһында (шул иҫәптән, Уппсаль университетының компьютер лингвистикаһы Үҙәгендә), бер яҡтан, Шолохов һәм Крюковтың бәхәсһеҙ текстарына, икенсе яҡтан, «Тымыҡ Дон»ға компьютер анализы уҙғара, һәм Крюков авторлығын кире ҡағыусы һығымталарға килә[67]. Был тикшеренеүселәр ҡулланған методиканы башҡа лингвистар һәм математиктар, тормошҡа ашмаҫлыҡ тип, тәнҡитләй[68][69][70], әммә тәнҡитселәр атҡарған үҙ компьютер анализы (мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Фоменколарҙың тикшеренеүе), Крюков авторлығын раҫлай ҙа, кире ҡаға ла алмаған, улар фекеренсә, был өйрәнелгән текстың кескәй күләмле булыуына бәйле.
- Крюковтың һүҙлек запасы күпкә ярлыраҡ, уның тексында һөйләмдәр күпкә ҡыҫҡараҡ, һүҙ төркөмдәре һәм метафоралар ҡулланыу, Шолоховтыҡына ҡарағанда, байтаҡҡа ярлыраҡ. Киреһенсә, Шолохов текстарының был параметрҙары «Тымыҡ Дон»дың шул уҡ параметрҙары менән юғары дәрәжәлә тап килә.
- Романдың юғалған ҡулъяҙмалары табылмаҫ элек, Шолохов ижадын өйрәнеүсе Принстон университеты профессоры билдәле ғалим Герман Ермолаев, Крюковты, түбәндәге сәбәптәрҙән сығып, «Тымыҡ Дон»дың мөмкин булырлыҡ авторы тип атап булмай, был фаразды кире ҡағыр кәрәк, тине[71][72]:
- романдағы ваҡиғалар билдәле булмаған ерҙә йәйелдерелә;
- 3-сө һәм 4-се китаптарҙы яҙырға уның ваҡыты булмаған;
- автор сығанаҡ итеп алған тарихи документтарҙың күпселеге Крюков вафат булғандан һуң донъя күргән;
- казактарҙы яҡшы белгән һәм белемле әҙәбиәтсе булған Крюков ҡулъяҙмаларҙа ла, романдың иртә баҫылған текстарында ла шул тиклем күп грамматик, синтаксик һәм фактологик хата эшләмәгән булыр ине;
- Крюков һәм «Тымыҡ Дон» әҫәрҙәре араһында стилистик оҡшашлыҡтан бигерәк айырымлыҡ күберәк, Крюковта диалектизмдар, бигерәк тә автор телмәрендә, Шолохов әҫәрҙәренә ҡарағанда, байтаҡҡа аҙыраҡ.
Шолохов авторлығы күпкә нигеҙлерәк: - роман ваҡиғалары уның тыуған яғында бара, китаптың күп геройҙары Шолохов шәхси белгән кешеләрҙең прототиптары булып тора;
- Шолоховтың романдың бөтә дүрт китабын да яҙып өлгөрөрлөк ваҡыты булған; шулай уҡ уның бик шәп яҙғаны ла билдәле;
- үҙе ҡатнашыусы булған ваҡиғаларҙы тасуирлағанда, Шолохов шаһиттарҙың йәнле һөйләүенә һәм баҫылып сыҡҡан мемуарҙарына таяна;
- яҙыусының етерлек белеме булмауы һәм тәүге өс китабын артыҡ ныҡ ашығып яҙыуы «Тымыҡ Дон»дың иртә баҫмаларында осраған күп төрлө хаталар булыуын, шулай уҡ урыҫ теленең грамматик нормаларын үтәмәүен аңлата;
- Шолохов текстарында автор һәм тура телмәр диалектизмдарға бай.
- Ҡайһы бер тәнҡитселәр фекеренсә, һуңғараҡ яҙылған әҫәрҙәре кимәленең түбәнерәк булыуы. Донъя әҙәбиәт тарихында бер юғары сифатлы һәм бик күп урта ҡул китап авторы булғарн яҙыусылар бар. Шуның өсөн, ҡайһы бер тәнҡитселәрҙең фекере менән ризалашып, Шолохов "Тымыҡ Дон"дан башҡа бүтән лайыҡлы әҫәр яҙа алмаған тигән хәлдә лә, был донъя әҙәбиәтендә уникаль тип һанарлыҡ осраҡ та, плагиат файҙаһына әһәмиәтле дәлил дә була алмай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хватов А. Художественный мир Шолохова. М.: Советская Россия, 1970. С. 29.
- ↑ Лежнев И. Путь Шолохова: Творческая биография. М.: Советский писатель, 1958. С. 214.
- ↑ Struve G. Russian Literature under Lenin and Stalin, 1917—1953.
- ↑ Гура В. История создания третьей книги романа М. А. Шолохова «Тихий Дон» // Учён. записки Вологод. пед. ин-та. Т. 22 (филолог.). 1958. С. 55.
- ↑ Прийма К. Гордость советской и мировой литературы: По страницам зарубеж. прогрес. печати // Иностранная литература. 1975. № 5. С. 203.
- ↑ Прийма К. Статья «Великая эпопея» // Вечер. Ростов. 1978. 24 мая.
- ↑ Серафимович А. С. Письмо к П. Е. Безруких от 12 мая 1929 // Собр. соч.: В 7 т. М.: Художественная литература, 1960. Т. 7. С. 550.
- ↑ På besög hos Sjolokhov // Information. 1978. 5 Jan.; Plagiatbeskylld Sjolokhov frikänns av datamaskin // Hufvudstadsbladet. 1978. 6 Jan.; På besök hos Sjolokhov // Dagbladet. 1978. 7 Jan., Stilla flyter Don genom datamaskinen // Rysk Kulturrevy. 1978. № 2.
- ↑ Medvedev R. Problems in the literary biography of Mikhail Solokhov.
- ↑ Якименко Л. Творчество… С. 94—95
- ↑ Гура В. и Абрамов Ф. М. А. Шолохов. Семинарий: 2-е изд., доп. Л.: Учпедгиз, 1962. С. 176
- ↑ Гура В. Как создавался «Тихий Дон»: Творч. история романа М. Шолохова. М.: Сов. писатель, 1980. С. 145.
- ↑ Последние новости. 1930. 22 мая. С. 3. Доклад был прочитан Каменским 19 мая 1930 г. См.: Руль. 1930. 22 мая. С. 4.
- ↑ Письмо в редакцию // Правда. 1929. 29 марта. С. 4.
- ↑ Medvedev R. Problems in the literary biography of Mikhail Solokhov.
- ↑ Протокол встречи-беседы между профессором Гейром Хьетсо и доктором филологических наук К. И. Приймой. Ростов н/Д, 1977. 19 дек. С. 13.
- ↑ Struve G. Russian Literature… P. 137.
- ↑ Rühle J. Literatur und Revolution.
- ↑ Медведев Р. [Главы из книги «Загадки творческой биографии М. А. Шолохова» (Издание второе, исправленное и дополненное) 1975 г.
- ↑ И. Н. Медведева (Д*)"Стремя «Тихого Дона» (загадки романа)", М., Горизонт, 1993, c.123
- ↑ А. Т. Твардовский. Рабочие тетради 60-х годов. // Знамя : журнал. — 2003, № 10.
- ↑ Ф. Кузнецов. Судьба и правда великого романа. — С. 546.
- ↑ Ф. Кузнецов. Судьба и правда великого романа. — С. 434.
- ↑ В. Бондаренко. Ещё о «Тихом Доне» 2016 йыл 4 март архивланған.. // Литературная Россия : газета. — № 1, 15 января 2010. Ответ В. Бондаренко: А. Неклюдов. Коготок увяз — всей птичке пропасть 2016 йыл 4 март архивланған.. // Литературная Россия : газета. — № 4, 29 января 2010.
- ↑ А. В. Огнёв. Михаил Шолохов и наше время 2013 йыл 7 ноябрь архивланған.. — Тверь, 1996. — С. 22.
- ↑ Лев Колодный. Страсти в одном доме. // Московский комсомолец : газета. — 03.05.2007.
- ↑ Чернов А. Запрещённый классик . Новая газета — № 16 (14 февраль 2010). Дата обращения: 2017-8-6.
- ↑ И. Н. Медведева (Д*)"Стремя «Тихого Дона» (загадки романа)", М., Горизонт, 1993, c.123
- ↑ И. Н. Медведева (Д*)"Стремя «Тихого Дона» (загадки романа)", М., Горизонт, 1993, c.121-126
- ↑ "Литературный котлован" Владимира Назарова . transcriber.ru. Дата обращения: 2017-8-6. 2017 йыл 22 август архивланған.
- ↑ Николай Журавлев. Зеев Бар-Селла: "Шолохов вообще не был писателем". О проекте спецслужбы, получившем Нобелевскую премию. Новая газета — № 65 (5 сентябрь 2005). Дата обращения: 2017-8-5. 2017 йыл 23 август архивланған.
- ↑ «Писатель Шолохов» и ГПУ. Израильский литературовед Зеев Бар-Селла о том, кто на самом деле написал «Тихий Дон» // lenta.ru — 12 июля 2015
- ↑ Хьетсо Г., Густавссон С., Бекман Б., Гил С. Кто написал «Тихий Дон»?: (Проблема авторства «Тихого Дона») / Пер. А. В. Ващенко, Н. С. Ноздриной. — М.: Книга, 1989. — 186 с.
- ↑ газета «Северная Осетия» / Из истории 2018 йыл 17 май архивланған.
- ↑ «Тихий Дон» с пометками Шолохова. Российская газета, от 15.11.2006
- ↑ Ответ антишолоховедению. Издана потерянная рукопись «Тихого Дона». Проф. А. М. Ушаков. Интервью. Независимая газета. 30.11.2006 г.
- ↑ Vis-a-Vis с Миром — авторская программа Армена Оганесяна.(недоступная ссылка)
- ↑ Загадки и тайны «Тихого Дона»: двенадцать лет поисков и находок. — М.: АИРО-XXI, 2010. — 400 с. — ISBN 978-5-91022-089-2.
- ↑ С.
- ↑ С.
- ↑ Зеев Бар-Селла.
- ↑ А. Неклюдов. Чья гипотеза беспомощна? 2015 йыл 21 июль архивланған. — Литературная Россия. — № 48, 4 декабря 2009 г.
- ↑ Зеев Бар-Селла. Жизнь мародера ("Солнечное сплетение". №№ 18—19). Тихий Дон. Нерешенная загадка русской литературы XX века. philol.msu.ru. Дата обращения: 2017-8-6.
- ↑ «За» и «против» Шолохова 2008 йыл 9 март архивланған..
- ↑ Зеев Бар-Селла. «Тихий Дон» и Шолохов 2016 йыл 4 март архивланған.. // Литературная Россия. — № 52, 25 декабря 2009 г.
- ↑ Зеев Бар-Селла. Литературный котлован. Проект «писатель Шолохов». — М.: РГГУ, 2005. — С. 53—56.
- ↑ Зеев Бар-Селла. Записки покойника («Тихий Дон»: текстология хронологии) // Русская почта. — Белград. — 2008, № 1.
- ↑ А. В. Венков. «Тихий Дон: источниковая база и проблема авторства». — Ростов-на-Дону: Терра, 2000. — С. 78—92.
- ↑ Ф. Кузнецов. ФЭБ: «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. — 2005 (текст).
- ↑ А.
- ↑ М.
- ↑ Словарь параллелей прозы Крюкова и «Тихого Дона».
- ↑ ФЭБ: Ф. Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. — 2005.
- ↑ ФЭБ: Ф. Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Введение. — 2005
- ↑ Музей М. 2009 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ http://www.ras.ru/FStorage/download.aspx?
- ↑ ФЭБ: Ф. Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Глава 5. Топография и топонимика. — 2005
- ↑ ФЭБ: Ф. Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Глава 10. Блукания историков Макаровых. Где расположен хутор Татарский? — 2005
- ↑ ФЭБ: Ф. Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Глава 10. Блукания историков Макаровых. Наука или профанация? — 2005
- ↑ Хьетсо Г.
- ↑ Протокол встречи-беседы между профессором Гейром Хьетсо и доктором филологических наук К. И. Приймой. Ростов н/Д, 1977. 19 дек. С. 8.
- ↑ Феликс Кузнецов. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Глава 9.
- ↑ Факсимиле черновика письма Солженицына Шолохову
- ↑ Валентин Осипов. Корифеи моего времени.. — М.: Русский раритет, 2013. — С. 177—179. — 640 с. — 1 000 экз.
- ↑ В Верховный Суд РСФСР 7 июля 1968 г. 2008 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ Ф.
- ↑ Хьетсо Г., Густавссон С., Бекман Б., Гил С. Предисловие // Хьетсо Г., Густавссон С., Бекман Б., Гил С. Кто написал «Тихий Дон»?: (Проблема авторства «Тихого Дона»). — М.: Книга, 1989. — С. 8—15.
- ↑ http://www.philol.msu.ru/~lex/td/?pid=01226&oid=0122 Л.
- ↑ http://www.tvp.ru/conferen/vsppm10/speso255.pdf А. В. Неклюдов. О статистических характеристиках литературных текстов. Обозрение прикладной и промышленной математики, т.16, вып. 5, с. 897—898.
- ↑ А.
- ↑ Хьетсо Г., Густавссон С., Бекман Б., Гил С. Кто написал «Тихий Дон»?: (Проблема авторства «Тихого Дона») / Пер. А. В. Ващенко, Н. С. Ноздриной. — М.: Книга, 1989. — 186 с.
- ↑ Ермолаев Г. С. Михаил Шолохов и его творчество. / Пер. с англ. Н. Т. Кузнецовой и В. А. Кондратенко. — СПб.: Акад. проект, 2000. — 441, [5] c.: карт. — (Современная западная русистика; Т. 32).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Шолохов — больше, чем писатель. Проблема авторства
- А. Г. Макаров, С. Э. Макарова. К истокам «Тихого Дона» . newchrono.ru (Сканировано с издания Загадки и тайны “Тихого Дона”. Том первый. Итоги независимых исследований текста романа. 1974—1994, Самара, P.S. пресс, 1996, с.195—330). Дата обращения: 2017-8-5. 2017 йыл 5 август архивланған.
- Николай Журавлев. Они писали за Шолохова . Новая газета — № 44 (23 июнь 2003). Дата обращения: 2017-8-5. 2009 йыл 30 ғинуар архивланған.
- Николай Журавлев. Гений в неграх Родины . Новая газета — № 22 (28 март 2005). Дата обращения: 2017-8-6. 2017 йыл 9 август архивланған.
- Николай Журавлев. Зеев Бар-Селла: "Шолохов вообще не был писателем". О проекте спецслужбы, получившем Нобелевскую премию. Новая газета — № 65 (5 сентябрь 2005). Дата обращения: 2017-8-5. 2017 йыл 23 август архивланған.
- Кувалдин Юрий Александрович. Федор Крюков, воскресший из пепла, или Шолоховщина, как коммунистическая мистификация (журнал «Наша улица» № 87 (2) февраль 2007, стр. 59). kuvaldn-nu.narod.ru. Дата обращения: 2017-8-5.
- Чернов А. Запрещённый классик . Новая газета — № 16 (14 февраль 2010). Дата обращения: 2017-8-5.
- Красильщиков Аркадий Львович. Вокруг "Тихого Дона" . a.kras.cc (19 май 2015). Дата обращения: 2017-8-5.
- Феликс Кузнецов Рукопись «Тихого Дона» и проблема авторства. // Новое о Михаиле Шолохове: Исследования и материалы / РАН; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: ИМЛИ РАН, 2003. — С. 96—206.
- Бар-Селла Зеев. Литературный котлован. Проект «писатель Шолохов» — М.: РГГУ, 2005.
- Зеев Бар-Селла. Жизнь мародера
- Зеев Бар-Селла. Записки покойника («Тихий Дон»: текстология хронологии)
- Александр Рапопорт. Волк, сын Скалы. Беседа с израильским литературоведом Зеевом Бар-Селлой о его книге «Литературный котлован: проект “писатель Шолохов”» . Лехаим (журнал) — №4 (168) (апрель 2006). Дата обращения: 2017-8-5.
- Медведева-Томашевская И. Н. Стремя «Тихого Дона» © YMCA-PRESS, 1974 2010 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Андрей Чернов. Как украли ворованный воздух
- Тихий Дон. Нерешённая загадка русской литературы XX века (сайт филологического ф-та МГУ)
- Хьетсо Г., Густавссон С., Бекман Б., Гил С. Кто написал «Тихий Дон»?: (Проблема авторства «Тихого Дона») 2008 йыл 1 май архивланған. / Пер. А. В. Ващенко, Н. С. Ноздриной. — М.: Книга, 1989. — 186 с.
- Дискуссия в журнале «Вопросы литературы» № 8 1989 год 2007 йыл 9 октябрь архивланған.
- Некоторые публикации разных лет по авторству текстов Шолохова
- Валерий Сердюченко. Зона Ш. Опыт литературоведческой фантасмагории // Континент. 1998. № 94. С. 264—280.(перепечатано 22 мая 2005 г.)
- Ермолаев Г. С. Михаил Шолохов и его творчество / Пер. с англ. Н. Т. Кузнецовой и В. А. Кондратенко. — СПб.: Акад. проект, 2000. — 441, [5] c.: карт. — (Современная западная русистика; Т. 32).
- Словарик к очеркам Ф. Д. Крюкова 1917—1919 гг. с иллюстрациями из «Тихого Дона». / Сост. М. Ю. Михеев, А. Ю. Чернов. / В кн.: Крюков Ф. Д. Обвал. Смута 1917 года глазами русского писателя. — М.: АИРО-XXI, 2009. — 368 с.
- Загадки и тайны «Тихого Дона»: двенадцать лет поисков и находок. — М.: АИРО-XXI, 2010. — 400 с.
- Осипов Валентин Осипович. Белая книга: М. А. Шолохов. — М.: Голос-Пресс, 2012. — 320 с. — ISBN 978-5-7117-0674-8