Надеждино (Бәләбәй районы)
Ауыл | |
Надеждино рус. Надеждино | |
Дмитриев храмы һәм Аксаковтың йорт-усадьбаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Куроедово, Дмитриевское [1] |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар, башҡорттар, сыуаштар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452020 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Надеждино (рус. Надеждино) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 701 кеше[4].
Почта индексы — 452020, ОКАТО коды — 80209801002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 701 | 332 | 369 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Бәләбәй): 7 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Аксаков): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаков): 2 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надеждино (Куроедово) Аксаков ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән көнсығышҡа табан 7 саҡрым һәм Аксаков тимер юлы станцияһынан төньяҡҡа табан 2 саҡрым алыҫлыҡта Сиушка йылғаһы (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат уртаһында отставкалағы полковник М. М. Куроедовтың Сембер губернаһы крепостной крәҫтиәндәре Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәренә Куроедово исеме менән нигеҙ һала[5]. Аҙаҡ ауыл Куроедовтың ҡатынының исеме менән йөрөтөлә. XIX быуаттан Аксаковтар нәҫеленең имениеһы булып ҡала. М. М. Куроедовтың ҡатыны, Надежда Ивановна Аксакова, С. Т. Аксаковтың олатаһының ике туған апаһы булған. 1821 йылда Михаил Максимович Куроедов бында таш сиркәү һәм усадьба йорто төҙөй. Надежда Ивановна вафат булғандан һуң, Надеждин ауылы яҙыусы Тимофей Степановичтың атаһы ҡарамағына күсә. 1859 йылда ул вафат була. Имениеһын улдары Григорий Сергеевич мираҫҡа ала. 1892 йылдан Надеждин усадьбаһының һәм яҡын-тирәләге ерҙәрҙең хужалары тип нәҫелдән килгән дворян Г.С.Аксаковтың вариҫтары — Сергей Григорьевич һәм ҡыҙҙары Ольга Григорьевна Аксаковтар таныла. Ольга яҙыусының яратҡан ейәнсәре була. XIX быуаттың 1-се яртыһынан хәҙерге исемен йөрөтә. Шулай уҡ Дмитриев булараҡ билдәле булған. 1865 йылда 166 йортта 1138 кеше йәшәгән. Игенселек, балсыҡтан көршәк яһау кәсебе менән шөғөлләнгәндәр. Надеждино улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, училище, туң май иретеү заводы, 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда — 1085 кеше; 1920 йылда — 1168 кеше; 1939 йылда — 904 кеше; 1959 йылда —335 кеше; 1989 йылда — 411 кеше; 2002 йылда — 498 кеше; 2010 йылда — 701 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Аксаковтар ғаиләһе музейы, Димиртий Солунский сиркәүе бар; Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.[6][7]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[8]
- Аксаков тыҡрығы (рус. Аксаковская (переулок))
- Күк сәскә урамы (рус. Васильковая (улица))
- Клевер Туҡранбаш урамы (рус. Клеверная (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
- Соҡорло урам (рус. Овражная (улица))
- Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))
- Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
- Иркен урам (рус. Просторная (улица))
- Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))
- Һандуғас урамы (рус. Соловьиная (улица))
- Тирәкле урамы (рус. Тополиная (улица))
- Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аксаков Иван Сергеевич (8.10.1823—27.01.1886), урыҫ шағиры, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы[9].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1799 йылдан алып ауылда тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып торған Димитрий Солунский (Надеждино) сиркәүе эшләй.
- Йыл һайын Надеждино Халыҡ-ара Аксаков көндәре ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы ҡаршы ала.[10]
- 2002 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы буйынса Надеждино ауылында "Надеждин ауылы" Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Уның нигеҙенә Дмитриев храмы һәм яҙыусының яңынан төҙөлгән йорт-усадьбаһы инде, унда Аксаковтар ғаиләһе музейы урынлашҡан.[10]
- Тарихи-мәҙәни үҙәк территорияһында урынлашҡан С. Т. Аксаков һәйкәле.
Видеояҙмалар һәм матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Аксаковтар ғаиләһе музейы
- Надеждино ауылында Аксаков көндәре
- Надеждино.21 июнь 2018 йыл. Рәссәмдар пленэры «Серебряный родник»
- YouTube сайтында Видео Надеждино. Ҡыҙҙар хоры «Криница»
- «Белебеевские известия» Надеждино «Айыҡ ауыл-2020 йыл»
- >Ревизские сказки 1834г. Перепись населения. Архив Башкортостана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ >Ревизские сказки 1834г. Перепись населения. Архив Башкортостана.
- ↑ Надеждино (Бәләбәй районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Надеждино (Бәләбәй районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ комендант Симбирска М.М.Куроедов
- ↑ Аксаков ауыл Советы /Тарих
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Надеждино (Бәләбәй районы)
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Надеждино ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Аксаковтар 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2018)
- ↑ 10,0 10,1 Аксаков ауыл Советы. Тарих.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Надеждино (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- «Бельские просторы» Б.Попов «Рисунки забытого художника»
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Надеждино ауылы
- Аксаков ауыл Советы /Тарих
- комендант Симбирска М.М.Куроедов
- Ревизские сказки 1834г. Перепись населения. Архив Башкортостана. 2016 йыл 20 ноябрь архивланған.
- Аксаковский историко-культурный центр «Надеждино»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Надеждино (Бәләбәй районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |