Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1932 |
Тыуған урыны | Һөләймән ауылы, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ноябрь 2004 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | филолог |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Эш урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] (1981) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27 ноябрь 1932 йыл — 11 октябрь 2004 йыл) — башҡорт теле белгесе, йәмәғәтсе. 1957—1995 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — бүлек мөдире, 1987 йылдан — баш, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәтәр. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова 1932 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған.
- 1951 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
- 1957 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
- 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр.
2004 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт һәм төрки диалектологияһы, лингогеографияһы өлкәләрендә белгес. Башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен тасуирлау буйынса 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
1960—1970 йылдарҙа диалектологик экспедициялар ойоштора. 70-се йылдарҙан башлап Нәжибә Мәҡсүтова башҡорт теленең көнсығыш диалектын, уның һөйләштәрен, һөйләшсәләрен өйрәнеү теоретик эҙләнеүҙәрҙе, экспедицияларҙа тупланған тел мәғлүмәттәренә төплө аңлатмалар бирегән мәҡәләләре бер-бер артлы баҫыла. 1976 йылда «Башҡорт теленең көнсығыш диалекты сағыштырма-тарихи яҡтыртыуҙа» исемле ғилми китабы донья күрә. Был хеҙмәт төркиәттә диалектология буйынса яҙылған хеҙмәттәрҙең классик өлгөһө булып тора. Китапта көнсығыш диалектының бөтә һөйләштәренә лә тулы байҡау яһалған, уларҙың һәр береһенә этногенез, лексика, фонетика, морфология күҙлегенән анализ бирелгән.
1972 йылдан яңы йүнәлеш — «Башҡорт теленең диалектологик атласы» проекты өҫтөндә эш башлаған төркөмде етәкләй. Был поект буйынса мәғлүмәт туплау 1973 йылдан 1982 йылға тиклем алып барыла, 400 терәк пункты билдәләнә, уларға аңлатмалар бирелә. 1983 йылда Н. Х. Мәҡсүтова СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумында «Башҡорт телен лингвогеографик күҙлектән өйрәнеү (диалектологик атлас): 1973—1983 й.й.» тигән доклад менән сығыш яһай. 1986 йылдың башына тамамланған «Башҡорт теленең диалектологик атласы» бары тик 2005 йылда ғына нәшер ителә.
Н. Х. Мәҡсүтова шул уҡ йылдарҙа бер юлы «Европаның лингвистик атласы» тигән тема өҫтөндә лә эшләй. Уның өс өлөштән торған беренсе томының мөхәрририәт коллегияһы исемлегендә беренсе булып Н. Х. Мәҡсүтова тора.
Н. Х. Мәҡсүтова тағы бер ғилми эҙләнеүҙәр йүнәлеше — «Төрки телдәренең диалектологик атласы» абруйлы проектына етәкселек итә. Был проект башта Совет төркиәтселәре комитеты етәкселегендә тормошҡа ашырыла, әммә Советтар Союзы тарҡалыу менән уның буйынса эш тотҡарланып ҡала. Моғайын, был проект тергеҙелеү менән уның башҡорт өлөшө буйынса башҡарылған эштәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.
1981 йылда Нәжибә Мәҡсүтова Баҡыла докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан РФ Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының диалектология һәм топонимика бүлегенә етәкселек итә. Ошо осорҙа ул байтаҡ ғилми йыйынтыҡтарҙың төҙөүсеһе һәм яуаплы мөхәррире була. Шулай уҡ ошо осорҙа уҙғарылған саралар һәм нәшер ителгән китаптарҙың барыһы ла тиерлек төркиәт диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләренә бағышлана.
1996 йылда Н. Х. Мәҡсүтованың «Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении» исемле монографияһы донъя күрә. Ул да бик уникаль хеҙмәт һанала, сөнки унда Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың тел үҙенсәлектәре тулыһынса тасуирлана.
Өс томлыҡ Башҡорт һөйләштәре һүҙлеген баҫтырыу эшенә етәкселек итә. Башҡорт космонимияһы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәренең сағыштырма лексикаһы буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Башҡорт теленең ғилми граматикаһында ярҙамсы һүҙҙәр тураһында бүлекте яҙа.
Нәжибә Мәҡсүтова етәкселегендә М. И. Дилмөхәмәтов, У. Ф. Нәҙерғолов, Э. Ф. Ишбирҙин, Ю. В. Псәнчин, М. Ғ. Усманова филология фәне кандидатлыҡ диссертациялары яҡлай. Э. Ф. Ишбирҙин, Ю. В. Псәнчин, М. Ғ. Усманова артабан фән докторҙары булып китә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Терминология комиссияһына етәксеһе.
- 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). М., 1976;
- Лингвогеографическое изучение башкирского языка. (Диалектологический атлас). 1973—1983 гг.: Препринт. Уфа, 1983;
- Образцы народной речи башкир. Уфа, 1988;
- Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. Уфа, 1996.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1983 йыл — БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
- 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһы Почёт грамотаһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәкүр Р. Телдең тәрәндәге тамырҙары //Ағиҙел, 1980, № 5.
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Юлай Псәнчин. Фиҙакәр ғәлимә. // Киске Өфө. № 47, 2012 йыл.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте сайтында 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- Башҡортостан Республикаһы Почёт грамотаһы менән бүләкләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Президенты указы (26.09.2000 № УП-585)(недоступная ссылка)
- Революционерҙар затынан. «Йәшлек» гәзите, 25 декабрь 2012 йыл, Ризван Хажиев
- ЙӘШӘҮ МӘҒӘНӘҺЕН ФӘНДӘ ТАПТЫ(Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына — 80 йыл). «Ағиҙел» журнал, ноябрь 2012 йыл, Сәнә САБИРЙӘНОВА, телсе-диалектолог
- 27 ноябрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Һөләймән ауылында (Мәсетле районы) тыуғандар
- 11 ноябрҙә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡорт теле белгестәре
- Шәхестәр:ТТӘИ