Насухи Бохари
Насухи Бохари | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Сүриә |
Тыуған көнө | 1881 |
Тыуған урыны | Димәшҡ, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 1 июль 1961 |
Вафат булған урыны | Димәшҡ, Сүриә |
Һөнәр төрө | дәүләт хеҙмәткәре |
Биләгән вазифаһы | Президент Сирии[d] |
Уҡыу йорто | Төркиә хәрби академияһы[d] |
Насухи Сәлим әл-Бохари (ғәр. نصوحي سليم البخاري; 1881, Дамаск, Ғосман империяһы — 1 июль 1961) — Сүриәнең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, биләгән вазифаһы — Сүриә президенты, Сүриә премьер-министры вазифаларын башҡарыусы, төрлө ваҡытта төрлө министрлыҡтарға етәкселек итә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дамаскиҙа, сәйәси эшмәкәрҙәр ғаиләһендә тыуа һәм үҫә. Уның атаһы — Сәлим әл-Бохари — алдынғы ҡарашлы дин әһеле була, хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлек алып бара, һәм 1915 йылда ҡулға алына. Ағаһы Джәләл Насухи милләт өсөн янған эшмәкәр була, 1916 йылда ғосман властары уны язалап үлтерә.
Истанбул Хәрби академияһында белем ала, артабан ғосман армияһы сафында хеҙмәт итә, Мәккә һәм Мәҙинәлә етәксе вазифаларҙы биләй. Беренсе донъя һуғышы осоронда ул урыҫтарға ҡаршы һуғыша, әсир итеп алынғандан һуң Себергәдепортациялана. Унан ҡаса һәм Маньчжурия, Ҡытай һәм Япония аша АҠШ-ҡа бара, ә унан Истанбулға ҡайта. Артабан ул тағы ла урыҫ фронтына эләгә һәм һуғыш тамамланғансы Фәләстанда дивизияға командалыҡ итә[1].
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһы еңелгәндән һуң ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Сүриәнең хакимы булған король Фейсалдың союздашына әйләнә. Тәүҙә ул Алеппола армия подразделениеларында хеҙмәт итә, һуңынан Хәрби консультациялар бюроһына етәкселек итә, ә 1920 йылдың ғинуарында Мысырға хәрби атташе итеп тәғәйенләнә. Ул Каирҙа булғанда француз ғәскәрҙәре Дамаскиҙы яулай һәм унда француз мандаты режимы иғлан ителә.
Шунан Сүриә хөкүмәттәрендә төрлө вазифалар биләй — Хакки Азем хөкүмәтендә хәрби эштәр министры (1920, декабрь — 1922, июнь), Әхмәт Нами хөкүмәтендә ауыл хужалығы министры (1926—1928), Хашим Әл-Атаси президент булғанда премьер-министр (1939), Шукри Әл-Куатли президент булғанда Саадаллах әл-Джабир хөкүмәтендә оборона министры һәм мәғариф министры (1943 йылдың авгусы — 1944 ноябре) була. Ил премьер-министры вазифаһын биләгән осорҙа эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе — Сүриә бойондороҡһоҙлоғо тураһындағы 1936 йылдағы һуңғы килешеүҙе ратификациялау буйынса француз яғы менән алдан һөйләшеүҙәр алып барыу. Ул Францияның талаптарын (хәрби инфраструктураның бер өлөшөн Францияға биреү) кире ҡаға һәм, һөйләшеүҙәрҙә көрсөктән сығыу мөмкинлеген күрмәгәс, отставкаға китергә ғариза бирә. 1939 йылдың 7 июленән 9 июленә тиклем Сүриә президенты вазифаһын башҡара.
1945—1946 йылдарҙа Сүриә армияһын булдырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара һәм дөйөм хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы индерергә тәҡдим итә. Әммә уның тәҡдимдәре күпселек тарафынан хупланмай, шуға ла уның сәйәси абруйы йомшара.
Ғүмернең аҙағында сәйәсәттән ситләшә. 1961 йылдың 1 июлендә вафат була[2].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Политические движения в сирийских вилайетах Османской империи накануне Первой мировой войны(недоступная ссылка)
- ↑ Sami Moubayed, Steel and Silk, Men and Women Who Shaped Syria, 1900—2000, Seattle, 2002, pp. 215—217