Эстәлеккә күсергә

Нафиҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Нафиҡ' — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Нафиҡ исеме башҡортса файҙа килтереүсе, табыш, игелек тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).

Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы (25 август 1907 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (6 декабрь 1938 йыл — 28 июль 2011 йыл) — төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы (20 март 1938 йыл — 26 ғинуар 2008 йыл) — балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Нафиҡов Ғайфулла Нафиҡ улы (1926—1997) — подполковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.06.1945). Ике 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (30.03.1945).Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (28.03.1945).Өсөнсө дәрәжә Дан Ордены (19.09.1944).

Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы (9 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 1995 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Нафиҡов Марат Зәки улы (22 февраль 1948 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2010), профессор.

Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы [18 апрель 1928 йыл — 18 июль 1996 йыл] — педагог-методист. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975).

Нафиҡов Салауат Таһир улы — Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

Нафикова Фәниә Ғастин ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.

Нафиҡов Шамил Вәли улы — филология фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең (2018 йылға тиклем — Өфө ғилми үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ